Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Ҡатынымдың әйберҙәренә теймә - минең өсөн ҡәҙерле улар..."

Яңғыҙлыҡтан ялҡҡайным. Танышыуыбыҙға ике ай үткәс, Әлфирҙең фатирына күсеп килдем. Шунда башланды ла инде шаҡ ҡатырғыс хәлдәр...

"Яңғыҙ ҡалғаныма ла байтаҡ инде, хәҙер пенсияламын. Балаларымдың күптән үҙ тормошо, байрам көндәрендә генә осрашабыҙ. Ваҡыт үткәрә алмайым тип әйтә алмайым, уның өсөн күршеләр, дуҫтар бар, бик булмаһа, ҡул эштәренә тотонам, ә бына эргәмдә рухи яҡтан терәк-таяныс булырҙай, бер төрлө хәстәр-уйҙар менән янырҙай кешем юҡ.

Шулай йәшәп ятҡанда мине бер йыл элек ҡатыны үлгән ир менән таныштырҙылар: ике яңғыҙаҡ, бәлки, уртаҡ тел табырһығыҙ, йәнәһе. Уның да балалары ҙурайышып, үҙ ғаиләләрен ҡорған. Тәүге осрашыуҙа уҡ Әлфир миндә яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы, күренеп тора: тәрбиәле, зыялы, тәртипле, ипле. Ысынлап та, ниңә бәхетте тағы һынап ҡарамаҫҡа?

Тик уның менән бер ай ҙа йәшәй алманым. Танышыуыбыҙға ике айҙай үткәс, Әлфирҙең фатирына күсеп килдем, күсеп тигәс тә, үҙем менән ҡәҙерле тип иҫәпләгән әйберҙәремде генә алдым. Бигерәк ят, шомло, күңел ҡайтарғыс кеүек күренде тәүге аяҡ баҫҡан ваҡытта кеше донъяһы. Ярай, быныһы инде, берегә алһаҡ, яйлап үҙемсә йыйыштырып алырмын, тип уйланым өйгә ингәс. Шулай булһасы икән: беренсе көндән үк нимәгә ҡағылһам да, "уға теймә", "был бында торһон", "ҡатынымдыҡы ул –ҡәҙерле әйбер" кеүек һүҙҙәр ишетә башланым. Бутҡаны ла ул яратҡанса ғына әҙерләй белмәнем: "беҙ һөткә бешерә инек" булды рәхмәт һүҙе. Ә беҙ һыуҙа бешерҙек, сөнки иремдең ашҡаҙаны сирле ине. Өйҙә яратып тотонған үҙ һауыттарымды ла ҡулланырға мөмкинлек булманы — ҡатыны алғандар уға ныҡ иҫтәлекле икән. Урын-ерҙе йыйыштырғанда ла минең килтергәнде өнәмәне: электән күреп өйрәнгән төҫкә генә тыныс йоҡлап китә ала, имеш. Тәҙрә ҡорғандарына ла тейҙермәне хужа: "нисек булған –шулай ҡалһын".

Шулай аҙна ла үтмәне, был өйҙә һәр нәмә уға элекке ҡатынын хәтерләтеп торғанда, мин мәңге үҙ була алмаҫымды яҡшы төшөнгәйнем инде. Үткәне ҡәҙерле икән, нимәгә яңынан өйләнеп маташырғалыр, бәлки, уға килеп-китеп йөрөгән ашнаҡсы, өй йыйыштырыусы ҡулайыраҡ булыр ине. Шулай тип уйлап, бер көн ул магазинға сыҡҡан арала "Хәтирәләреңде боҙорға теләмәйем" тип яҙыу ҡалдырҙым да, төйнәнеп, такси саҡыртып, үҙ фатирыма ҡайтып киттем. Бына ҡайҙа ул хөрриәт: берәү игәмәй, ҡыҫылмай, аҡыл өйрәтмәй... яңғыҙлыҡ ҡына үҙәккә үтмәһә... Эх, үҙеңдең тәүге йәрең менән тиң-тигеҙ йәшәүгә бер ни ҙә етмәй икән шул".


(Күмертау ҡалаһында йәшәгән апай кеше һөйләгәндәренән).


Фото: vo-gazeta.ru

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: