Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Яҙмыш мине һынау алдына ҡуйҙы...”

Һайланып йөрөп, 29 йәшемдә генә тормошҡа сыҡтым. Тик Илдар һис тә еҙнәйем кеүек түгел шул.

“Беҙ Гөлиә апайым менән бер туғандар кеүек үҫтек. Ә ысынында – ике туғандарбыҙ, йәғни әсәйҙәребеҙ – бер туған. Миңә исемде лә уныҡына оҡшаш итеп Юлиә тип ҡушҡандар. Үтә яҡын булыуыбыҙҙың тағы бер сәбәбе – ул да, мин дә ғаиләлә малайҙар араһында үҫкән бөртөк кенә ҡыҙҙарбыҙ: Гөлиә апайымдың ике ҡустыһы, ә минең ағайым бар. Апайым менән арабыҙ өс йәш булһа ла, әхирәттәр кеүек үҙ-ара сер уртаҡлаштыҡ, һәр ваҡыт уның кәңәштәренә таяндым.

Миңә 17 йәш булғанда, Гөлиә апайым кейәүгә сыҡты. Ире күрше райондан, апайымдың институт­тағы курсташы ине. Азамат еҙнәйем менән танышҡас, яҡындан аралаша башлағас, башымда гел шундай уй булды: “Минең тормош юлдашым да тап уның кеүек буласаҡ: аҡыллы, һомғол буйлы, шаян, изгелекле...”

Һайланып йөрөп, 29 йәшемдә генә тормошҡа сыҡтым. Тик Илдар һис тә еҙнәйем кеүек түгел шул. Ҡайным менән ҡәйнәм ныҡ алдарына алып, әҙергә – хәҙер тип кенә үҫтергәнгәме, тормош көтөүгә яраҡһыҙ булып сыҡты һайлаған кешем. Этеп-төртөп, көс-хәл менән юғары уҡыу йортон тамамлаған, әммә бер урында ла баш баҫып эшләп китә алманы. Әле икебеҙгә лә 39-ар йәш. Бергә йәшәгән ун йыл эсендә ун эш урынын алмаш­тырғандыр, Себер яҡтарында ла йөрөнө. Эсеп, документтарын юғалтып, бер тинһеҙ ҡайтып инде. Ҡайным менән ҡәйнәм ярҙам итә, әммә улдарының бар уңышһыҙ­лығында мине ғәйепләй, ирҙе ир итеп тота белмәйһең, тиҙәр... Хәләлемдең ыңғайына булып та, әрләп тә, иғтибар итмәй ҙә ҡарайым, тик нисек кенә тырышһам да, тормошом бер ҙә алға бармай. Һуңғы йылдарҙа аҙналап эсеүгә, өйҙән сығып китеп, дуҫтары менән байрам итергә әүәҫләнеп алды.

Ә Гөлиә апайым менән Азамат еҙнәйем баштан уҡ бер һүҙле булып, гөрләтеп донъя көтөп алып киттеләр. Өфөлә ипотекаға фатир алдылар, унан ҡала янында йорт төҙөнөләр. Татыу ғаиләлә өс бала үҫте. Еҙнәйем яҡшы урында эшләй, апайым да бына тигән уҡытыусы ине. Тик көтмәгәндә уларҙың ғаиләһенә ҡайғы килде: апайым ҡапыл ғына сирләп китте. Баш мейеһендә яман шеш таптылар. Еҙнәй, атай-әсәйе Гөлиә апайымды ҡайҙа ғына алып йөрөмәне, табиптар “өмөт аҙ” тиһә лә, операцияға риза булдылар. Гөлиә апайым Мәскәү дауаханаһында операциянан һуң мәрхүмә булды. Уны бөтә туғандар менән зар илап оҙаттыҡ. Шул тиклем аҡыллы, уңған, тормошто яратҡан, миңә терәк булған ҡәҙерле кешемде юғалтыу ҡайғы­һын бик ауыр кисерҙем.

Апайым менән еҙнәйем 20 йылдан ашыу бәхетле йәшәп өлгөрҙө. Бына бер йылдан ашыу беҙ унһыҙ. Еҙнәйемде ҡанаты ҡайырылған ҡоштай күреп йәлләйем. Бала­ларҙы аяҡҡа баҫтырырға тейешмен, тип үҙен ҡулға алды, уларҙың күңелен күрергә тырыша. Өлкән улдары – студент, ҡыҙҙары мәк­тәптә – етенсе һәм беренсе класта уҡый.

Күптән түгел еҙнәйем менән минең арала бик хәтәр һөйләшеү булды. “Балдыҙ, тормошоңдоң килеп сыҡмауын үҙең дә, беҙ ҙә беләбеҙ. Әйҙә, яҙмыштарҙы бәй­ләп, балаларҙы бергә үҫтерәйек. Һиңә лә, балаларыңа ла терәк-таяныс булырға вәғәҙә бирәм”, – тине ул.

Бынан 22 йыл элек, 17 йәшлек сағымда, еҙнәйемде тәүге тапҡыр күргәнемдә, тап шундай тормош юлдашы тураһында хыяллан­ғайным бит! Ул миңә, ысынлап та, бик оҡшай... Тик уйҙарымдан башым ҡайнай... Көндән-көн эскелек һаҙлығына бата барған, тормошта бер маҡсаты ла булмаған иремдән китергәме, юҡмы? Был аҙымды эшләү намыҫыма ҡаршы килеү булмаҫмы? Туғандар нисек ҡабул итер был хәлде? Балалар – улым һәм ҡыҙым аңлармы, үҫкәс, мине аҡлармы? Һин атайыбыҙҙы ташлап киткәнһең, тимәҫме?..”

(Сибай ҡалаһынан Юлиә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Читайте нас: