Даирә
+27 °С
Ясно

Йәберләнгәнде иҫбатларға кәрәкмәйәсәк

Апрель аҙағында Рәсәйҙең Юғары суды пленумы Дәүләт Думаһына илдең Енәйәти-процессуаль кодексына төҙәтмәләр проектын тәҡдим итте. Уның буйынса, зыян күргән граждандарҙың туранан-тура судҡа мөрәжәғәт итеү талабын үҙ эсенә алған хосуси ғәйепләү институтын юҡҡа сығарыу ҡарала. Хосуси ғәйепләү категорияһына туҡмау ҙа инә.


Юғары суд төҙәтмәләр тәҡдим итә

Әлеге ҡағиҙәләр буйынса иһә кешегә ҡаршы яҡтың ғәйебен суд стандарттарына ярашлы үҙенә иҫбатларға, дәлилдәр йыйырға тура килә. Был көс ҡулланыу шәхси мөнәсәбәттәр өлкәһенә ҡағылғанда, күпселек осраҡта шаһиттарһыҙ ҡылынғанда һәм эҙ ҡалдыр­майынса тән йәрәхәттәре һалғанда ысын-ысынында ауырлыҡтар тыуҙыра. Хатта тәртип һаҡлау орган­дары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә еңел булмаған иҫбатлау дәлил­дәрен үҙаллы туплау йыш ҡына закон боҙоусы менән бергә йәшәгән, уға матди яҡтан бәйле, үс алыуынан ҡурҡҡан зыян күреүсе өсөн көс еткеһеҙ бурысҡа әүерелә.

Йәберләү ҡорбанына уның былай ҙа еңел булмаған хә­лендә ауыр йөк йөкмәтелә, суд про­цеду­ралары уның законлы хоҡуҡтарын ныҡлы яҡлау урынына, киреһенсә, ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә зыян күреүсе күп осраҡта судҡа ғариза яҙырға ла ашыҡмай, йәки мәлендәге хис-тойғолар баҫымы аҫтында быны эшләгән хәлдә лә, артабанғы мәшәҡәттәрҙән һәм эҙемтәләрҙән ҡурҡып, ялыуын кире ала.

Йыш ҡына судҡа мөрәжәғәт итергә ябай граждандың юридик белеме етешмәй, ул енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында ғариза тултыр­ғанда ауырлыҡтар менән осраша. Рәсми документтарҙы билдәле тәртиптә дөрөҫ итеп тултырыу ҙа кәрәк бит әле. Ошо сәбәпле былтыр илдә судтар ғаризаларҙың 33 процентын эшкә ҡабул итмәгән, ә 17 процентын ҡарауҙан баш тартҡан.

Рәсми статистика мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, 2020 йылда туҡмау буйынса 3393 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, уларҙың 1629-ы хөкөмгә тартты­рылған (48 процент), 1725 граж­данға ҡарата эҙәрлекләү туҡта­тылған (51 процент), 22-һе аҡлан­ған (1 процент). Һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү буйынса иһә 4670 тапҡыр енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың 1620 осрағында (35 процент) ғәйепләнеүсе хөкөм ителгән, 2831 кешегә (61 процент) ҡарата эҙәрлекләү туҡтатылған, 175-е (4 процент) аҡланған. Дөйөм алғанда, судҡа мөрәжәғәт итеүҙәрҙең 13 процентында яуапҡа тарттырылған кеше яза алған. Шулай уҡ былтыр, яҡтарҙың килешеүе сәбәпле, ҙур булмаған һәм уртаса ауырлыҡтағы енәйәттәрҙә ғәйепләнеүсегә ҡарата ҡуҙғатылған 102,5 мең (17 процент) эш туҡтатылған.

“Минең үлгем килмәгәйне...”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дәүләт Ду­маһына бер нисә тапҡыр тәҡдим ителеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙең илдә ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы яңы закон проекты һаман тикше­релмәй һәм ҡабул ителмәй. Ә донъяның 146 илендә ул бар. Шул айҡанлы уның яҡлы ҡатын-ҡыҙҙар (ғаиләлә күберәк тап гүзәл зат, ҡарттар һәм балалар золом ҡор­баны була) ваҡыт-ваҡыт пикеттарға сыға һәм акциялар уҙғара.

Ике йыл элек социаль селтәр­ҙәр­ҙә әүҙемсе Алена Попова һәм блогер Александра Митрошина тарафынан ғаиләлә көс ҡулланыу ту­раһындағы закон ҡабул итеүҙе талап итеп “Минең үлгем килмә­гәйне...” тигән флешмоб башланды. 12 кеше уларҙың авторҙашы булып, “Инстаграм”да #МинеңҮл­гемКил­мәгәйне хештегы менән тәне туҡмалған кешене һүрәтләндергән фоторәсемдәрен һалды. Һөҙөмтәлә бер нисә көн эсендә алты мең ҡатын-ҡыҙ үҙҙәренең йәки яҡын­дарының тарихын һөйләп, шундай уҡ яҙмалар тәҡдим итте. Быға шул ваҡыттарҙа Рәсәйҙе тетрәндергән Маргарита Грачева, Оксана Садиҡова һәм Дарья Рубцованың әсе яҙмыштары этәргес булғандыр.

...2017 йылдың октябрендә, биш йыл бергә йәшәгәндән һуң, Серпухов ҡалаһынан ике ул әсәһе 25 йәшлек Маргарита Грачева унан һыуынған һәм көнсөлгә әйләнгән ире Дмитрий менән айырылы­шырға ҡарар итә. Быны белеп ҡалған яуыз ҡатынды туҡмай. Өйҙән сығып киткән ир һуңынан да тынысланмай, элекке ҡатынына төрлөсә янай, уны кире ҡайтарырға тырыша. Участка полицейскийына ғариза яҙыу ҙа һөҙөмтәһеҙ була. Ә декабрҙә залим ир үс алырға теләп, Маргаританы урманға алып бара, ҡулдарын бәйләп язалай, бармаҡтарын ҡырҡа. Дауаханаға эләккәнендә бисараның ҡул суҡтары онталған, ә һул яғы бөтөнләй булмай. Бәхеткә күрә, биш сәғәттән суҡты урмандан табалар һәм кире тегеп ҡуялар.

Операция 15 сәғәт бара. Ҡул суғы берегә. Оҙаҡ ҡына дауаланғандан һуң туҡтауһыҙ суд ултырыштары башлана. Ниһайәт, Грачевтар айырылыша, ҡатын ирҙе бишенсе тапҡырҙан атайлыҡ хоҡуғынан мәхрүм итеүгә өлгәшә, Дмитрийҙы 14 йылға төрмәгә ултырталар.

...2018 йылда Магнитогорскиҙан 26 йәшлек ике ҡыҙы булған Дарья Рубцованы ире бик ҡаты туҡмай. Башына һуға, ҡабырғаларын һын­дыра. Ауыр йәрәхәттәр алған ҡатын артабан даими рәүештә эпилепсия өйәнәге кисерә башлай, дүрт тап­ҡыр комаға китә. Коляскала ул­тырған инвалидҡа әйләнгән ҡатын полицияға ғариза яҙыр урынға ире Анатолий менән бергә йәшәүен дауам итә. Уныһы Дарьяны федераль каналдарҙағы телетапшы­рыуҙарға йөрөтөп, сирен дауалар өсөн аҡса йыя. Әммә бер йылдан бисара вафат була.

...2019 йылда Троицк ҡалаһынан 36 йәшлек Оксана Садиҡова ла ун йыл ире Тимурҙың ҡул күтәр­гә­ненә, йәберләүҙәренә түҙгәндән һуң уның менән айырылышырға уй­лай. Түҙемлеге бөткән ҡатын са­ра күреүҙе һорап, полицияға бер нисә тапҡыр ғариза яҙа. Ирҙе шартлы рәүештә хөкөм итәләр. Сират­тағы тапҡыр полиция бүлегендә аң­латма алғас, уны ҡайтарып ебә­рәләр. Тимур иһә йорт подъезында Оксананы һағалап тороп, һигеҙ йәш­лек улдарының күҙ алдында үлтерә. Өс бәлиғ булмаған бала етем ҡала.

Көнкүрештә көс ҡулланыу хаҡындағы закон булһа, Дарья ла, Оксана ла бөгөн иҫән булыр, ә вәхшиҙәр туҡмағандарынан, быуып үлтерергә маташыуҙарынан һуң иректә рәхәтләнмәҫ йә ҡатындарҙы һаҡлау ордеры яҡлар ине. Әгәр ҡабул ителә ҡалһа, ҡанунға ярашлы, һуғыш суҡмарҙары хәрәкәт датчигы кейеп йөрөргә, яһилдар өсөн тәғәйенләнгән махсус программаны үтергә тейеш.

Был өс көсһөҙ зат вәкиленән Маргарита ғына иҫән. Мәрхәмәтле кешеләр йыйған аҡсаға уң ҡулына яҡшы биомеханик протез алыуға өлгәшә ул, ләкин уны ла өс йылдан алмаштырырға кәрәк. Сираттағы реабилитация курсы, ә һул ҡулына йәнә операция талап ителә.

Шулай ҙа ҡатын артабан йә­шәргә көс тапҡан. Быйыл ғинуарҙан “Рәсәй 1” телеканалында тәжрибә­ле Леонид Закошанский менән бергә “Яҡын кешеләр” тапшырыуын алып бара.

Башҡортостанда хәлдәр нисек?

Беҙҙең республикала ла йыш ҡына ғаилә низағтарында зыян күргән хәлдәр тураһында ишетелеп ҡала, йылына бер-ике тапҡыр йән өшөткөс һәләк булыу осраҡтары ла йәмәғәтселекте тетрәтә.

...2020 йылдың 17 ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы ауылында 49 йәшлек бер ир иҫерек килеш балалар баҡсаһына килеп янъял ҡуптара һәм унда эшләгән элекке ҡатынын сәнсеп үлтерә. Енәйәт ҡылғас, ир был урындан ҡасмаҡсы була, әммә килеп сыҡҡан физкультура уҡытыу­сыһы уны тота. Арҡаһы, йөрәге яраланған ҡатынға “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен саҡыртып өлгөрһәләр ҙә, күп ҡан юғалтыуҙан ул дауаханаға китеп барғанда йән бирә. Вәхши ҡулға алына.

Ауылдаштары ирҙең ҡатынын йәберләгәнен, уға ҡул күтәргәнен раҫламаһа ла (ысынында ғаиләлә ни булғанын хатта яҡындар, күршеләр ҙә белмәҫкә мөмкин), уның ныҡ көнсөллөгөн, һәр бер аҙымды күҙәтеп торғанын һөйләгән. Һәләк булған ҡыҙҙары ҡайғыһын ауыр кисергән ата-әсәһе лә кейәүенең холҡон насар тасуирлай – көнләште, ҡурҡытып тотто, ти. Ғаиләләге бындай баҫымдан ялҡ­ҡан, арыған ҡатын юҡҡа ғына айы­рылышырға хәл итмәгәндер бит.

Ә бит хәлдәр ҡырҡыулашҡас, ул икенсе йортҡа ла күсеп сыға. Әммә ир унда ла тыныслыҡта ҡалдырмай – үсләшеп, өйгә ут төртә. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәй, ә йорт янып бөтә. Ул саҡта енәйәт ҡылған әҙәм ни сәбәптәндер яуаплылыҡтан ҡасып ҡала. Йәнә ғаиләләге көс ҡулланыу тураһын­дағы закон эшләһә, бәлки, был фажиғә лә булмаҫ ине...

Апрель уртаһында енәйәтсегә суд булды. Хөкөм ҡарарына ярашлы, ул 12 йыл ғүмерен ҡаты режимдағы колонияла үткәрәсәк. Матди зыянды ҡаплау маҡсатында бер миллион һум күләмендә компенсация ла түләргә тейеш. Судта ир туғандары һәм балалары алдында ғәфү үтенде, ғәйебен тулыһынса таныны. Ҡыҙғаныс, был ике балаға әсәләрен ҡайтармаясаҡ.


Шуныһы ла бар: ғаилә низағта­ры­ның ғаиләнең эске проблемалары сигенән уҙып, еле йәмғиәттәге башҡа кешеләргә лә ҡағылыуы бик мөмкин. Бына ни өсөн уларға иғтибарҙы көсәйтергә, күмәк көс менән ҡаршы көрәшергә кәрәк. Миҫал итеп ике йыл элек Учалы районында булған ҡот осҡос хәлде килтерергә мөмкин.

2019 йылдың 13 ғинуарында Учалы ауылында көнсөл янъялсы ир һунар мылтығынан үҙенең ҡатынын ғына түгел, ул яҡлау эҙләп ингән күршеләренең өйөндә хужабикәне, артабан урамда ауылдаш полицейскийҙы, иң һуңында үҙен дә атып үлтереп ҡуйҙы. Күрше ирҙе лә ауыр яралап, саҡ ике балаһын үкһеҙ етем итмәне. Күренеүенсә, сит ғаилә – сит мәсьәлә тип бындай күренештәргә күҙ йомоп ҡарау ярҙам итмәй.

Эште туҡтатыуы еңел булмаясаҡ

Дәүләт Думаһына Юғары суд пленумының Енәйәти-процессуаль кодексҡа төҙәтмәләр проектын тәҡдим итеүе ошо ғаиләлә көс ҡулланыу ҡорбандарына хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү бурысын күҙ уңында тота. Уның буйынса, хоҡуҡ һаҡлау органдары мотлаҡ ғариза яҙҙырырға һәм тикшереү үткәрергә бурыслы. Һәр бер күгәргән урын йә танауҙан ҡан киткән өсөн аңлатма талап ителеп, ғәҙел яза ҡаралырға тейеш. Ә инде эткеләү, төрткөләү, сикәгә сабыу менән мауыҡҡан административ язаға тарттырылған янъялсы тағы берҙе ошолай ҡыланһа, артабан енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ.

Әгәр ҙә парламентҡа тәҡдим ителгән төҙәтмәләр ҡабул ителһә, зыян күреүсе ғаризаны кире алһа ла, үҙ-ара килешеүҙе эште туҡтатыуға автоматик сәбәп итеп ҡарап булмаясаҡ. Был осраҡта суд осраҡты тәфсирләп, ғәйепләнеүсе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ентекләп тикшереп, ғаиләлә татыулыҡ урынлашыуы дөрөҫмө-юҡмы икәнлеген ныҡлап өйрәнәсәк, шунан һуң ғына ҡарар ҡабул итәсәк.

Ленара ИВАНОВА, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:
– Ғаиләлә көс ҡулланыу тураһындағы закон проектын ҡабул итһәләр ҙә, был яҡын арала ғына булмаясаҡ. Уның тирәләй бик ҙур бәхәс бара. Хоҡуҡи яҡтан документ миңә әле тотороҡһоҙ булып күренә. Мәсьәләнең сиктәре ҡайҙа бөтә һәм судьялар кем? Ғаилә эштәренә ҡыҫылырға ваҡыт икәнен кем билдәләй? Мәҫәлән, мин килдем дә, “Ул мине туҡманы”, тип әйттем, ти. Һәм төртөп күрһәткән кешене минең ғаризам нигеҙендә генә ниндәйҙер хоҡуҡтарҙан мәхрүм итәсәктәр. Был – бик нескә тема.

Әлиә (исемен үҙгәртеүҙе үтенде), Өфө ҡалаһы:
– Ирем мине гел: “Һин иҫәүән, һин иҫәүән!” – тип кәмһетте. Ныҡ ҡыйын була торғайны. Үҙ-үҙемде баһалау кимәле түбән төштө. Байтаҡ йылдар үткәс кенә, быны төҙәтә алдым. Ниҙәр генә күрмәнем: башымды стенаға ла ҡуша һуҡты, йығып һалып муйынымды ла һыҡты. Арттан утын ағасы, көрәк, эмаль сәйнүк, таш, шешә менән һуҡты, нимә тура килә, шуны елләне...

Аҙаҡ ул икенсе ҡатынға әүрәп киткәс, быны тыныс ҡабул иттем. Хатта тамсы ла ҡыйын булманы. Ниһайәт, айырылышырға аҡтыҡ сәбәп кенә табылды. Өйҙән бер әйбер ҙә ала алмай сығып китһәм дә, әле рәхәт йәшәйем – эшләйем, фатир алдым, ике улымды үҫтерҙем.
Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНО
Читайте нас