Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йыуынғыста – йылан!

Кисә Өфө ҡалаһының мәғлүмәт-диспетчер бүлегенә шәхси йорттарҙың береһендә йәшәгән ир шылтырата.

Ул үҙенең йортонда йылан табыуы тураһында хәбәр итә. Уның йыуынғыста урынлашыуы һәм уның йәшел төҫтә, ағыулы булыуы хаҡында ла иҫкәрткән.
Ваҡиға урынына Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды юлланған. Ҡотҡарыусылар йыланды махсус ҡыҫҡыс ярҙамында эләктереп, йәшеренгән урынынан һөйрәп сығарған. Артабан "саҡырылмаған ҡунаҡ"ты урманға алып барып, иреккә ебәргәндәр.
Әйткәндәй, быйыл йыландарҙың күп булыуын хәбәр итәләр. Ошо осорҙа йыландарҙың "туйы" бара, шуға күрә урман-тауҙарға сыҡҡанда бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: