Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Дүрт бала әсәһенән аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар

Белорет ҡалаһында йәшәгән дүрт бала әсәһе 160 мең һум аҡса түләргә тейеш. Уны судҡа республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге биргән. Ни өсөнмө?

Ул законһыҙ рәүештә балалар пособие алған. Был турала “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
“2018 йылдың авгусында дүртенсе балаһы тыуғандан һуң был ҡатын балалар пособиеһын алыу өсөн ғариза биргән. Шул уҡ ваҡытта 2011 йылда уҡ суд уны икенсе балаһына ҡарата ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткәнен йәшергән. Шулай итеп, ул өсөнсө һәм унан һуңғы тыуған бала өсөн түләнгән пособиены законһыҙ алған”, – тиҙәр был турала судтың матбуғат хеҙмәтендә.
Һөҙөмтәлә, был ҡатын законһыҙ рәүештә 157 мең һум аҡса алған. Үҙ ирке менән аҡсаны кире ҡайтарыуҙан баш тартҡан, шуға күрә уны судҡа биргәндәр. Суд ҡарары ғәҙел – ул 161,8 мең һум түләргә тейеш. Сумманың бер ни тиклем артыуы уға дәүләт пошлинаһы сығымдары ла индерелеүе менән аңлатыла.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/D-rt-bala-s-en-n-a-sani-aytartasa-tar-787106/
Фото: yur-gazeta.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: