“Мин бынан бер нисә йыл элек үҙемдән 15 йәшкә өлкәнерәк кешегә кейәүгә сыҡтым. Барыһы ла яҡшы, матур йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Көтөп алған бәпесебеҙгә ике йәш тулды. Тик күңелде ҡырған бер нәмә бар.
Ул да булһа – иремдең тәүге ҡатыны. Ул бынан ете йыл элек үк, 14 һәм 12 йәшлек балаларын иремә ҡалдырып, йортон, ғаиләһен ташлап сығып киткән. Йәш иргә кейәүгә сыҡҡан, башҡа ҡалала төпләнгән. Унан бер малай табып алған.
Ситтән ҡараһаң, барыһы ла яҡшы төҫлө: бер ни тиклем ваҡыттан беҙ буласаҡ ирем менән таныштыҡ, ниһайәт, уның шәхси тормошо яйға һалынды, татыу ғаилә ҡорҙоҡ. Әйткәндәй, иремдең балаларын ҡаҡҡаным юҡ, улар гел беҙҙә булды тиерлек, сөнки ҡыҙҙарҙы ҡараған иремдең әсәһе, ҡәйнәм, оло ине. Ә ирем вахта менән эшләгәс, башҡа хәл юҡ – уларҙы хәстәрләүҙең бер өлөшөн үҙ өҫтөмә алдым. Ҡәйнәм вафат булғас, ҡыҙҙар беҙҙең ғаиләнән башҡа ҡайтманы. Хәҙер улар юғары уҡыу йорттарында уҡый, бында ла минең туғандарым ярҙамлашып ебәрҙе.
Ҡатыны ташлап сығып киткәндә иһә ирем балалар менән генә яңғыҙ ҡалыу түгел, уның бер нисә түләнмәгән кредитын да түләгән.
Был ханымдың икенсе ирҙәр менән типтерергә яратҡанын да беләләр: был ҡоро һүҙ түгел, ирем дә раҫлай, балалар хаҡына, уларға әсәй кәрәк булғанға ғәфү итә инем, ти. Баҡһаң, ул вахтаға сығып китеү менән был бисә һөйәренә йүнәлгән, унда әллә нисә көн буйы ҡайтмай ятҡан.
Ә бәләкәс балалар үҙҙәре донъя көткән – быны миңә иремдең ҡыҙҙары һөйләне. Хәйер, бынан да йәмһеҙерәк хәбәрҙәр ишеттем, тик уларҙы бәйән итергә телем әйләнмәй: нисек әсә була тороп, балаларҙы ирҙәрҙә алмаштырырға була?
Проблема нимәлә, тиерһегеҙ. Бына ошо юғалып торған, онотолған аҙғын ҡатын хәҙер ҡабат ҡалҡып сығып, беҙҙең яйға һалынған тормошто бутай башланы. Яңы ире, балаһы булғас, тынысланған тиһәк, иртә шатланғанбыҙ икән.
Беренсенән, ул өлкәнәйгән ҡыҙҙары менән мөнәсәбәттәрен яйлай башлаған, имеш. Бығаса шылтыратып хәлдәрен дә белмәгән, нисек йәшәүҙәре менән ҡыҙыҡһынмаған әсә йораты “мин һеҙҙе өҙөлөп яратам” тип смс-хәбәрҙәр яҙа, социаль селтәрҙә күҙәтеп бара, уларҙың тойғолары менән уйнай.
Икенсенән, бер таныш аша еткерҙеләр: баҡһаң, был бисә йәш иренән дә ялҡҡан һәм беҙ йәшәгән яҡҡа күсеп килергә хыяллана, имеш. “Элекке иремә ҡайтыр инем дә, йәш бисәһе ҡамасаулай шул”, - тип әйтә, ти. Тормошобоҙ яйланып ҡына киткәндә, ул тынғы белмәй ята, ҡыҫҡаһы.
Ул теләгән сағында иремә шылтырата, балаларына бәйле дәғүәләр белдерә. “Һеҙгә ҡамасауламаһын өсөн ҡыҙҙарҙы икенсе ҡалаға уҡырға ебәргәнһегеҙ”, – тип йәнен ашай. Бер мәл иһә: “Йәш бисәңдең балаһы һинән түгел, ә икенсе ирҙән”, – тип иремдең күңелен үртәгән. Нисек шундай нахаҡ башына килә, тиерһең!
Иремдең аҡсаһына ҡыҙыҡҡан тип әйтергә генә теле әйләнмәй ул йүнһеҙ бисәнең: матди яҡтан минең проблемаларым юҡ, белемем, эшем, фатирым, машинам бар.
Әлбиттә, аңлайым: иремдең элекке ҡатыны яҡшы йәшәгәнебеҙгә сыҙай алмай, көнләшә, шуға нисек тә беҙҙе айырырға теләй. Меҫкен, йәнәһе, беҙ ташлашһаҡ, ә ул ҡайтып төшһә, уны ирем тағы ла ғәфү итер, тип уйлай, ахыры.
Ирем менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ, мин уны юғалтыуҙан ҡурҡам. Ул ипле, аҡыллы кеше. Элекке ҡатынымды күрә алмайым, ти.
Ә бит тормош хәлен белеп булмай! Ирем менән танышҡан саҡта ул тормош мәшәҡәттәрен яңғыҙ тартып йонсоған, ике баланы саҡ-саҡ тәьмин итә ине. Мин уны бик ныҡ йәлләнем, унан алда балалары өсөн йәнем әсене. Йәшәгән йорттарында ремонт та эшләрлек хәле юҡ ине ул саҡта. Хәҙер иһә барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ, бөтә нәмәбеҙ бар.
Тик мин арыным: һәр ваҡыт мажара эҙләгән, хәҙер килеп йәш иренән дә биҙгән элекке ҡатыны ҡайтып донъябыҙҙы туҙҙырмаҫмы? Ә унан тапҡан улы хаҡында уйлаймы икән ул? Нисек шул йүнһеҙ бисәнең беҙҙе эҙәрлекләүенә түҙергә? Ҡайҙан сабырлыҡ һәм тыныслыҡ табырға?”
(Алина исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән).
Фото: static.tildacdn.com