Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
3 Май 2021, 17:04

“Үҙем үлтергән әсәйем төшөмә инә...”

Был тарихты һөйләгән ир һуҡмыш ине. Бәлки, шулай итеп эсендәге ауыр кисерештәренән арынғыһы, күңеленә аҙ булһа ла тыныслыҡ тапҡыһы килгәндер...

“Әсәйем бик уңған, бөтмөр кеше булды. Беҙҙе, өс балаһын, ел-ямғыр тейҙермәй яңғыҙы ҡарап үҫтерҙе. Атайыбыҙ беҙ бәләкәй саҡта күрше ауылдағы бер ҡатынға сығып китте.
Әсәй фермала һыйыр һауҙы, һуңғараҡ быҙау ҡарауға күсте. Әлбиттә, шау етеш тормошта йәшәмәнек, әммә ас-яланғас та булманыҡ. Апайҙарым уҡып, береһе – уҡытыусы, икенсеһе бухгалтер һөнәрен һайланы, тормошҡа сығып, үҙ донъяһын ҡорҙо.
Минең уҡыуға барымым булманы. Берҙән-бер улы, етмәһә кинйә балаһы булғанғамы, әсәй артыҡ талап ҡуйманы, “3”-лө, “2”-ле алһам да, “Малай кешенең уҡыуы шулайыраҡ була инде, ярай, минең улым юғалып ҡала торғандарҙан түгел!” – тип әйтер ине гел.
Мәктәптән һуң фермала эш башланым. Өйләндем. Әсәй менән бергә йәшәнек. Эш араһында, байрамдарҙа, тора-бара ябай көндәрҙә лә сәбәп табып эсә торғас, шайтан һыуына өйрәнгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эштән дә ҡыуылдым. Ғаилә тормошоноң рәте китте. Минең баш ауыртыуынан ыҙалауымды күреп йәки ҡаңғырыуымдан ҡурҡып, әсәй гел аҡса бирә ине. Ошо арҡала килене менән йыш ҡына һүҙгә килештеләр.
Айыҡһам, тормош бер аҙ рәтләнгән кеүек була: әсәй менән ҡатын да ирешмәй, балалар ҙа шат, өй тирәһендә ул-был эште эшләп, донъяны бөтәйтеп алам.
Минең сираттағы эскелек мәлендә ҡатыным түҙмәй, балаларҙы алып, ата-әсәһенә ҡайтып китте. Был хәлгә ныҡ көйгән әсәйем: “Башҡаса һиңә бер тин дә аҡса бирмәйем!” – тип ҡәтғи әйтте.
Баш ауырта... Эске килә... Күҙгә аҡ-ҡара күренмәй, башта бер генә уй: “ҡайҙан бер ярты табырға?”. Әсәйҙән аҡса таптыра башланым. Ул ҡаршылашты, “бирмәйем, тигәс, бер тин дә бирмәйем”, тип ныҡ торҙо.
Артабан ни булғанын томан эсендәге кеүек кенә иҫләйем. Үҙемдең ни ҡыланғанымды белмәй, әсәйҙе ныҡ итеп туҡмағанмын. Мин аҡса янсығын алып сығып киткәнмен, ул ҡанһырап ятып ҡалған. Шулай итеп, минең ҡулымдан үлде әсәй.
Мине төрмәгә ултырттылар, ҡаты режимлы колонияла арыу уҡ ҡына йыл йөрөп ҡайттым. Апайҙар хәҙер минең менән аралашмай, ҡатын яңынан тормошҡа сыҡҡан. Ярай, өйҙө һатмағандар. Әле яңғыҙым тыуған йортта йәшәйем. Элек тә ҡул эштәренә оҫталығым бар ине, төрмәлә ағас эшен ныҡлап төшөндөм. Беҙҙең яҡта ҡортсолоҡ ныҡ үҫешкән, кешеләргә умарта, ошо кәсеп өсөн кәрәк-яраҡ эшләп биреп, көн күрәм.
Тегендә ултырған саҡта ныҡ уйландым, дөрөҫ йәшәмәгәнмен, иң ауыры – әсәйемдең ғүмерен ҡыйып, оло гонаһҡа баттым. Элекке кеүек эсмәйем, әммә ныҡ эс бошҡанда ошолай төшөрөп алғылайым.
Шуныһы үҙәкте өҙә: әсәйем йыш төшөмә инә. Шелтәләһә, асыуланһа, аңлар ҙа инем, гел хәстәрләп, ҡайғыртып инә. Һуңғы тапҡыр төшөмдә күргәнемдә, йоҡлап ятҡанымда, өҫтөмә йәшел генә пальтоһын ябып сығып китте, тип күрҙем. Уянып китһәм, эргәмдә бер кем дә юҡ... Нимәне аңлата икән был төш? Ғәфү итеүеме икән? Тик миңә нисек итеп, күңел тыныслығы табырға? Был гонаһты нисек юйырға?”
(Мансур исемле ир һөйләгән тарих).
Фото: volyn.com.ua
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас