Даирә
+26 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
23 Апреля 2021, 05:17

СИХЫРСЫ Хикәйә

Зәңгәр ҙә зәңгәр... Зәңгәр түгел Гөлнәфистең күҙҙәре, уның күҙҙәре күк. Сөм күк. Бынау баш осондағы сыуаҡ февраль күге кеүек. Ә тулҡынланып торған сәстәре - дөм ҡара. Ҡаштарыла ҡап-ҡара. Ҡамыш шикелле төп-төҙ, ҡуйы, оҙон ҡара керпектәре уратып алған серле, төпһөҙ күҙҙәре күк. Зәңгәр түгел. Күҙҙәрең зәңгәр, тигәнде өнәңкерәмәй ҡыҙ. Бигерәк тә Ришат әйтһә.- Һин үҙең зәңгәр. Күк буяуығыҙ етмәгәс, һыу өҫтәгәндәр, белдеңме?Ришат йылмая ғына. Гөлнәфис нимә тиһә лә риза егет. Ошо төпһөҙ күк күҙҙәренә ҡарарға рөхсәт итһен генә. Бойоҡмаһын, болоҡһомаһын ғына Гөлнәфис, сөнки ундай сағында ҡыҙҙың күҙҙәре ниндәйҙер дымлы монар артында ҡала кеүек.Оҙағыраҡ төбәлеп, тура ҡарап булмай был саҡта ҡыҙға.- Әллә сихырың бар инде, Гөлнәфис... Һушһыҙ, быуынһыҙ итәһең дә ҡуяһың мине.

Бер нисә тапҡыр шулай тигәне бар Ришаттың ҡыҙға. Бына бөгөнгө аяҙ кистә лә Ришат ҡарашын ситкә алды. - Ә, ҡурҡаһыңмы? Эйе! Мин - сихырсы-ы... Сер йәшерә алмая саҡһы-ың минә-ән... У-у, ана, мин торам күҙеңдең ҡараһында. Борма башыңды, борма...
Эй, һине, бисараҡайҙы... Тик һин ҡурҡма... Мин үҙем яратҡан кешеләргә зыян итмәйем.
Ришат та ролгә керҙе.
- Ҡурҡмайы-ым... Инде шиктәремде ел алды. Рәхмәт, сихырсы! Гөлнәфис тә мине ярата!
- Э-эй, ҡалай рәхәт! Минән алда һин әйтергә тейешһең яратам, тип!
- Ә мин һине сәңгелдәктә ятҡан сағыңдан алып яратам, Гөлнәфис.
***
- Тоҡомда юҡ күк күҙлеләр. Минең яҡтан да, киленең яғынан да...
Быға тиклем бер ни әйтмәһәлә, эстән әллә ниҙәр уйлап йөрөгәндер инде өндәшмәҫ Шәфҡәт. Әле бына сәңгелдәктә ятҡан ете айлыҡ ҡыҙы ның сөм күк күҙҙәренә тағы ла бер аптырап, һүҙ башларға булғандыр. Өләсәһе Асия, кейем үтекләп торған килендең ҡапыл һағайып киткәнен күреп, ҡаты ғына итеп әйтеп ҡуйҙы:
- Нишләп булмаһын, ти тоҡомобоҙҙа? Бар! Минең ҡәйнәмдең ҡәйнәһенең күҙе шулай сөм күк ине, ти. Ҡарт өлә сәң һөйләй торғайны. Уның да ҡәйнәһенең ҡәйнәһе лә күп-күк күҙле булған!
Шәфҡәт ғәжәпләнеп, кәләше еңел һулап, Асия әбейгә төбәлделәр. Был өнһөҙ һорауҙың йәштәрҙең күңелен өй кәгәнде аңланы Асия әбей. Күпте күргән, күпте кисергән өләсәһенең үҙҙәренә килеп, берәй аҙна - ун көн ятып ҡай тырға ниәтләнгәнен әсәһе әйткәс, машина менән уны барып алды Шәфҡәт.
- Өләсәй, ә башҡорттарға ҡайҙан килгән ул зәңгәр күҙҙәр?
Күк күҙҙәр?
- Ҡапыс күҙҙәр, тиген. Һин__тыуғас, беҙ ҙә аптыраныҡ. Был ҡап - ҡапыс ҡаҙаҡ балаһы беҙҙеке түгелдер был, тип. Ярай әле, акушер ҡатын әсәңә һине шундуҡ күрһәткән. Бала ни ете быуынды ҡыуа, ти. Атама оҡшамаһам, әсәмә оҡшармын, әсәмә оҡшамаһам, ерҙән алған инәмә оҡшармын, тип, хатта кендек инәһенә оҡшап та ҡуйыр, ти бала.
Һеҙ үҙегеҙ ҙә уҡып беләһегеҙҙер, беҙҙең яҡтарҙа элек, ҡәйнәмдең ҡәйнәһе әйтмәксе, Саң Питырбурҙан бер урыҫ байы килеп йәшәгән ярандары менән.
Мәғдән ҡаҙҙырған, ти. Шул урыҫ, йәне ҡороғор, матур-матур башҡорт ҡыҙҙарын, кейәүенә ҡушмаҫтан алда үҙе алып ятҡан, ти. Ҡайһы бер ҡыҙҙар, саф тәненә кафыр йоғонғас, үҙҙәренә ҡул һалған, ти. Ҡайһылары, ауырға ҡалып, сараһыҙҙан бәпәйҙәрен табырға дусар булған. Баланың ни ғәйебе бар, тигәндер инде кейәүҙәре. Кәләштең дә ни ғәйебе...Ул урыҫты бер ҡыян, сая егет, күлдә балыҡ тотҡан сағын аңдып ятып, кәмәһен яра атҡан да, теге йәне ҡороғор батып үлгән. Йәйендәргә ем булған ҡәһәр атҡыр.
Асия әбейҙәренең әкиәт һымаҡ итеп еңел генә һөйләгәнен ауыҙ асып тыңланы Шәфҡәт менән Нәзилә килен. Йоҡоһонан уянып, тауыш биргән Гөлнәфисте Шәфҡәт алдына алды. Хатта ул да мыжыманы, йә уға, йә быға алмаш - тилмәш ҡарап, тик кенә ул тырҙы.
***
Ана шул Гөлнәфистең быйыл йәй туйын үткәрҙеләр. Уҡыуын тамамланы ҡыҙ. Ул балалар табибы булып эшләйәсәк. Ә Ришат былтыр уҡ алды дипломды ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә тиҙ ярҙам күрһәтеүсе киң профилле табип һөнәре буйынса. Гөлнәфис уҡып бөт кәнсе армияға барып ҡайтты. Армияла ҡалырға өгөтләп ҡарағандар ҙа, тик Гөлнә фис тең сихырлы ҡарашы алдында был өгөттәр, әлбиттә, көсһөҙ ине.
Туйға Асия өләсәләрен көтмәнеләр - үҙе әйткән сәбәбе килеп сыҡты. Йәше лә еткән инее шул. Гөлнәфистең күк күҙҙәре һыу тейеп, дымланып, йәшкелтләнеп алды ла ул, ҡалай таһың, бындай юлға кәртә ҡороп булмай.
Ауыл еренә эшкә барған йәш белгестәргә, табиптарға, фәләнсә һум аҡса бирелә, тимәһәләр ҙә Ришат менән Гөлнәфис ауылға эшкә барырҙар ине. Ярай, биргәстәр, алырҙар, зыян итмәҫ, эстәрен тишмәҫ.
Йәшәргә бирелгән фатирҙары ла яҡшы торошта. Ауылға газ да үткән, һыу ҙа. Тик йәштәрҙең, һәр ерҙәгесә, күбеһе ҡырҙа эштә икән. Шулай ҙа унлаған йәш пар ауылда төпләнгән. Ихласлап, ең һыҙғанып кереште эшкә йәш белгестәр. Тәүге аҙнаны ҡабул итеү аҙнаһы иттеләр. Ололарҙың өйҙәренә йөрөнөләр, мәктәп балаларын тикшерҙеләр.
- Һау кеше бөтөнләй юҡ микән әллә ауылда?
Гөлнәфистең иҫе ките ауылдағы хәлгә.
- Ярай, дауаларбыҙ. Меди -цинаның көсө етмәгән ерҙә сихырыңды эшкә ҡушырһың.
Бына бит минең, һин күк күҙҙәрең менән бер ҡарап ебәрһәң, бөтә ауырыуҙарым, арыуҙарым юҡҡа сыға.
Ысынлап та, Гөлнәфис яғым лы, эскерһеҙ күҙҙәре ниндәйҙер көскә эйә кеүек. Ниндәй ярһып илаған балаға ла ҡулы менән ҡағылып:
- Йә, йә, тыныслан, - тип кенә әйтһә лә етә.
Аҡ халатты күргәндән сытырайып иларға әҙерләнгән бала,Гөлнәфис йылмайып ҡулын һоноп:
- Йә, йә, йәнле ҡурсаҡҡай, килә әле миңә, - тиһә, талпынып ынтыла башлай, ҡояштай балҡып китә.
Шулай эшләп киттеләр Шакирйәновтар ауылда. Ришат үҙәк дауахана менән бәй лә неште
юлға һалды. Уларҙың пациенттары элекке шикелле таң менән автобусҡа сығып, юлдары уңғандары көнө буйы көтөп ултырып булһа ла табип ҡа күренеп, уңмағандары:
- Талондары бөткән, фәләнсә көнгә яҙылып ҡайттым, - тип арманһыҙ булып ҡайт майҙар хәҙер - электрон сират ҡа ҡуя уларҙы Ришат Фәти хович. “Газель” алдылар. “Тиҙ ярҙам”дың оҙаҡлап килеп еткәнен көтөп ултыр майҙар. Ауылдыҡылар машинаны ауылдыҡы итеп күрәләр хәҙер.
Бер көндө кискәрәк, эш сәғәте бөтөүгә ҡарай, медпунктҡа урта йәштәрҙән олораҡ Бер ҡатын килеп инде.
- Һаумыһығыҙ, Гөлнәфис Шәфҡәтовна. Рөхсәтме үтергә?
- Үтегеҙ, үтегеҙ. Ауырып киттегеҙме?
Юҡ, Гөлнәфис туғаным.
Үҙем һаумын ул мин. Бына ҡыҙым ауырый.
-Ә ҡыҙығыҙ ҡайҙа? Өйҙәме ни? Бәлки, тиҙ ярҙам кәрәктер?
- Юҡ, юҡ, ул тиклем ашығыс түгел. Һин ваҡыт табып, барып сыҡһаң ине беҙгә, туғаным. Үҙен алып килеп булмаҫ бында.
- Әйҙәгеҙ, апай, барайым, улай булғас.
- Ни бит әле, туғаным... Мин уға әйтмәнем әле табип алып киләм, тип. Теше-тырнағы менән ҡаршы бит, тыңлатып булмай. Һин иртәгә ошо мәлдәрәк бармаҫһыңмы икән беҙгә?
Ҡаршы сығып торормон. Ана, минең өйөм.
- Ярай, апай, барырмын, ҡарармын ҡыҙығыҙҙы.
- Ни бит әле, Гөлнәфис... Сумкаңды алма ҡулыңа...
Гөлнәфис апайҙың был сәйер үтенесенә лә риза булды. Декабрь көнө ҡыҫҡа – ҡояш байыуға тәгәрәй ҙә башланы. Ришат медпунктта ҡалды, Гөлнәфис уға уны-быны сурытып торманы:
- Мин - вызовҡа, - тип сығып китте. Ыҡсым ғына, төҙөк кенә өйгә эйәреп ингән ыңғайы мейес төбөндә бешкән ит еҫе бәрелде Гөлнәфистең танауы на. Их...
Таныш, танһыҡ аш!
- Апай...
- Фатима мин.
- Фатима апай, асыҡтым! Иташағым килә!
Нимә тип кенә алдаштырайым икән Илүзәмде, кем килде тип алдайым икән, тип көнө буйы башватҡан Фатима апайҙың хәсрәте үҙенән үҙе таға тылды.
Төпкө бүлмәнән башҡа саҡтағыса ҡабат-ҡабатса ҡырттырмай ҡыҙы Илүзә үҙе сыҡты,
өҫтәл артына килеп ултырҙы.
Гөлнәфис йә үҫмер бала, йә еткән ҡыҙ күрермен, тип килгәйне, ә бында...
- Сәләм! Мин - Гөлнәфис.
Эшкә килдек бында. Әсе ҡоротоң бармы, апай, һурпаға? Миңә әҙерәк арттырырһың әле, йәме. Өйҙән алып килгәнебеҙ бөттө. Фатима апай ниндәйҙер Бер һылтау табып сығып китте лә кире инмәне.
Ә Гөлнәфис һиҙҙермәй генә Илүзәне “өйрәнде”. Донъянан ваз кискән был йәшҡатын. Үҙенә лә, өҫ-башына ла ҡул һелтәгән.
Йәшәмәй, ваҡыт үткәрә. Тәрән депрессия, йәғни бик тәрән күңел төшөнкөлөгө кисерә.
Ниндәйҙер фажиғә булғандыр егерме ике йәшлек ҡатындың яҙмышында.
Ҡайһылыр бер арала икәү һенең ҡараштары осрашты. Илүзә лампа уты яҡтыһына тағы ла ҡуйыраҡ булып киткән сөм күк күҙҙәргә баҡты, Ә Гөлнәфис Илүзәнең ҡара күҙҙәренә йыйылған төпһөҙ тәрән һағышҡа батты. Икеһе лә ирекһеҙҙән тәрән итеп көр һөндө. Илүзәнең күҙҙәренән тыйып тотҡоһоҙ ташҡын булып йәш урғылды.
Ришаты: “Һинең алдыңда мин үҙемде инәнән тыума ятҡан сабый һымаҡ тоям ҡайһы саҡ, башымдағы уйҙарым да әллә ҡайҙа булып бөтә. Кеше белеп ҡалмаһын сихырсы икәнеңде, - тип көлөп ала. - Бөтә серҙе алып бөтәһең!”
Илап, күңелен бушатып, тыныс ланғандан һуң, Илүзә бөтә күңелен асып һалды Гөлнәфискә.
- Дуҫлашып йөрөгән саҡта уҡ тупаҫ һөйләшә торғайны Рәфил.
Бушҡа ғына мыҫҡыл итә, көлә.
Шулай булһа ла ярат тым. Уның теләгенә ҡаршы тора алмай, бирелдем. Ә ул: “Бөтәгеҙ ҙә Бер ҡалыптан икән һегеҙ!”- тип сығып китте. Килгән һайын шулай ти торғайны. Ауырға ҡалғанымды белгәс, никах уҡыттылар, туй яһаныҡ. Тик ул үҙгәрмәне, тупаҫлығы арта ғына барҙы. Ирлек хәжәтен үтәй ҙә: “Кәнтәй!” – тип тороп китә. Тәүге бәпәйебеҙ етлекмәй тыуып үлде. Икенсегә ауырға ҡалғанымды белгәс, үҙе..
Үҙе...
- Тағы төштөмө ауырың?
- Эйе... Өсөнсөһөндә лә этләне. Таптырмайым, тапмайһың, тип... Үҙе...
- Эй Аллам... Ҡалай бер әҙәм аҡтығы икән! Ундай йыр ҡыстар бармы ни хәҙер? Нишләп һуң?..
- Үлтерәм берәйһенә әйт һәң, - тип ҡурҡытты һаман. Әсәйем полиция менән барып алды.
Йәшәгем килмәй, минең, Гөлнәфис. Донъяның бер ҡыҙығы ла юҡ минең өсөн.
- Миңә ҡара әле, Илүзә.
Күҙемә ҡара. Берәүгә лә әйтмә, икебеҙҙең серебеҙ булып ҡалһын.
Миндә сихыр көсө бар. Тик һин ышан. Тыңла. Һин һау ҡатын.
Бер ерең дә ауыртмай. Бына ошо телефонға һин һөй ләгән, мин яҙып алған йән азаптарыңды бынау дөрләп ятҡан ут тамағына ташлайбыҙ Төтөн булып осһон, күк көл булып һүрелһен! Мин һинең күҙҙәреңдән күрәм алдағы яҙмышың бәхетле буласаҡ, балаларың, һинең өсөн өҙөлөп торған ирең буласаҡ. Тик һин ышан. Йәшәүгә ҡайт, Илүзә.
Гөлнәфисте Ришаты килеп алды.
- Мин - сихырсы, Ришат.
Мин алдаҡсы...
- Бөтә табиптар ҙа сихырсы, ҡәҙерлем, бөтәбеҙ ҙә имсебеҙ.
Тыныслан. Беҙ сирлеләрҙе һауыҡтырабыҙ. Ә бының өсөн бөтә саралар ҙа яҡшы.
- Ришат, ә Фатима апай миңә һин ауырға ҡалғанһыңдыр, ҡыҙый, ҡорот ашауыңа ҡара ғанда, тине!
- Үҙең кеүек һылыу ҡыҙ табып бирерһең миңә.
- Күк күҙлеме?
- Юҡ. Күк күҙҙәр беҙҙең ейәнсәрҙең ейәнсәрендә генә буласаҡ. Мин күптән һанап сығарҙым быны.
Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Фото Т.Роза
Читайте нас