Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
23 Апрель 2021, 14:41

Ошо булған хәлде ишеткәнегеҙ бармы? Дөрөҫ бит!

Был хәл элек тропик илдә була. Ҡыҙ әсәһенә, ирем хыянат итә, тип илай. Әсә кеше оҙаҡ уйлап тормай, арыҫлан мыйығының өс ҡылын алып килергә ҡуша. Ҡыҙының: "Нисек?" - тип аптырауына: "Һин - ҡатын кеше, барыһы ла ҡулыңдан килергә тейеш", - ти.

Ҡыҙ, әсә һүҙен тыңлап, ит киҫәге ала ла урманға юллана.
Арыҫланды эҙләп таба. Әммә йыртҡыс ҡыҙҙы һалҡын ҡаршы ала - тештәрен ыржайтып уға ташлана. Ҡыҙ ҡулындағы икмәкте ташлай ҙа ҡаса.
Икенсе көнөнә ошо уҡ хәл ҡабатлана. Тик был юлы ҡыҙ торған еренән ҡуҙғалмай.
Өсөнсө көн арыҫлан ҡыҙҙы үҙ итә.
Дүртенсе көндә ҡыҙ "дуҫын" ҡулынан ашата. Арыҫлан ашап туя ла, башын уның алдына һалып, йоҡлап китә. Ҡыҙ йәһәт кенә өс бөртөк мыйығын йолҡоп та ала.
- Бына бит, - ти әсәһе, ҡыуанып. - Һин арыҫлан тиклем арыҫланды ҡулға эйәләштерҙең. Ә хәҙер инде өйөңә ҡайт та иреңде алдаштыр, иркәлә, юхала, хәлеңдән килһә - түҙ. Иҫеңдән сығарма: һәр ирҙә арыҫлан йоҡлай.
Читайте нас