Бәлки ул һинең тормошоңдо белеп тә бөтөрмәйҙер, ә бында уның асыуын сығара торған фото ҡуйып, һин уны яуызлыҡҡа этәреүең бар. Бары бик яҡын кешеләргә генә фотоларҙы күрһәтергә мөмкин. Булған ниғмәтте кешегә күрһәтеүҙән ҡурҡырға кәрәк, тип яҙа "Бәйләнештә" ге сәхифәһендә Әбйәлили районы хәҙрәте Нәзир Сабитов.