...Апайым үҙе волонтер булып эшләгән дауаханаға барып килеүемде күптән үтенә ине. Ул бынамын тигән кеше, татыу ғына йәшәйбеҙ, әммә ауырыуҙар, бөтөнләй таныш булмаған ят кешеләр менән мәж килергә бер теләгем дә юҡ икәнен һис аңларға теләмәй. Бының өсөн махсус кешеләр бар бит инде, минең һуң ни ҡыҫылышым бар? Тик алдына берҙе алһа, өҙмәйҙә ҡуймай торған ғәҙәте бар апайымдың. Изгелек, шәфҡәтлелек тураһында һөйләргә тотоноп китә. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне бер көндө уның менән барырға булдым дауаханаға.
Уның тыуған көнө ине. “Иң ҙур бүләгең шул булыр” тигәнгә генә ризалаштым. Етмәһә, унда Бер егет компьютерҙа график программаларҙы өйрәнергә теләй икән, ә мин бит инде – дизайнер.
“Фотошоп” менән эш итергә теләрлек булғас, һеләгәйен ағыҙып ултырған ғәрип түгелдер әле, шулай булғас, минән әллә нимә талап ителмәй икән. Палатаһы янына килеп еткәс, тәү сиратта күҙҙәремә егеттең кроссовкалары ташланды. “Адидас”тың һуңғы коллекцияһыныҡы! Йүгереү өсөн иң уңайлы аяҡ кейеме. Мин уны һатып алып өлгөрмәнем – магазинда бөткәйне. Бына кем алған икән уларҙы! Уға ниңә кәрәк булды
икән инде? Барыбер инвалид креслоһынан төшмәй ултыра бит!
Теге егет башын күкрәгенә ныҡ эйеп, миңә ҡыры менән ултыра ине. Бер ниндәй ҙә йәшәү билдәләре күренмәй. Бәлки, йоҡлап киткәндер? Апайыма икенсе тапҡыр килермен, тип әйтермен, ә әлегә дуҫтарым менән барға барып, чемпиондар лигаһының матчын ҡарармын, тип кенә торғанда икенсе ишектән бер ҡатын сыҡты, күрәһең, егеттең әсәһелер. Мине күргәс, ихлас йылмайып:
_ Һеҙ Илшатмы? Илмира бөгөн килерегеҙҙе әйткәйне, бик көтәбеҙ. Үтегеҙ, үтегеҙ! Әмиргә дәрестәр бирергә теләүегеҙ өсөн беҙ бик шатбыҙ, ул компьютерҙа һүрәт төшөрөргә өйрәнергә хыял лана. Әмир, ҡара әле, Илшат килгән, тине.
Әмир ниҙер мығырланы, башын күтәрҙе, уның йөҙөндә йылмайыу ишараты пәйҙә булды, кәкре тештәре йөҙөн тағы ла йәм һеҙләп ебәрҙе. Һул ҡулы ҡалтырарға кереште, ә ауыҙынан һеләгәй ағып төштө. Шул саҡ ерәнгес булып китте, тиҙерәк ҡасырға, ә ҡайтҡас, апайымды “өшкөрөргә” ине бар теләгем.
Һуң ошо ғәрипкә бынамын тигән кроссовкалар нимәгә кәрәк инде?
Ишек төбөндә ноутбугымды ҡыҫып тотоп, нимә эшләргә лә бел мәйенсә аптырап, ҡуҙғала алмай тора инем, Әмирҙең әсәһе ҡулымдан етәкләп тигәндәй өҫтәл янына ултыртты һәм улын миңә табан тәгәрәтте. Ул бит минең клавиатурамды һеләгәйгә батырасаҡ...
Һеҙ ноутбуктың экранын икегеҙ ҙә күрерлек итеп ҡуйһағыҙ, яҡшыраҡ булыр. Эйе, бына шулай. Ә артабан инде Әмиркәйем үҙе эшләйәсәк, шулаймы? – тине әсәһе.
Егет тағы мығырланы ла кәкре бармаҡтары менән клавиатураға үрелде. Ыстағафирулла,
ниндәй графика программалары ти?! Нисек һүрәт төшөрә ала һуң ул?! Ватман менән берәй биҙрә буяу алып бирһендә ҙә, әйҙә буяп тик ултырһын ине.
Шул саҡ кемдер ҡабырғама төрттө. Тағы төрттө. Был Әмир үҙенә иғтибар йәлеп итергә әйтә икән. Экранға ҡараһам, унда:
_ Сәләм. Һин гел минең кроссовкаларыма ҡарайһың. Оҡшайҙармы? – тиелгән.
Өнөммө был, төшөммө? Быны кем яҙҙы? Әмир? Нисек яҙған һуң ул? Ул нимә, яҙа беләме?
Уның, нимә, башы эшләйме ни?
Ошо янымда ултырған бөкөрө, ҡылый, һеләгәйе ағып торған кеше нимәлер аңлай?!.
Ҡулдарым үҙенән үҙе клавиатураға үрелде:
Мин... мин дә шундайҙарҙы алырға ине, әммә...
Шул саҡ Әмир йәнләнеп китте, бите салшайҙы:
Һин миңә һөйләй алаһың, мин һаңғырау түгел (смайл).
Ээээ... эйе шул, мин нимә...
Күрше палаталағы ҡыҙҙы күрҙеңме? Бигерәк сибәр (смайл).
Юҡ... мин... мин өлгөрмәнем... Мин бит бында тәүге тапҡыр...
Хәҙер үк ҡара! Йә инде, оялма! Был тиклем матурлыҡты күргәнең юҡ, иманым камил!
Мин палаталар араһындағы тәҙрә янына килдем. Бер ҡыҙ карауатта сәсен тарап ултыра ине. Ул ысынлап та бик сибәр: ҙур йәшел күҙҙәр, бер көлтә ерән сәстәр. Уның аяҡтары булырға тейеш урын юрған менән ябылған. Мине күргәс, ҡаушап китте, әммә ҡул болғаны. Ә мин бур кеүек тәҙрә төбөнән һикереп киттем. Ысынлап та, бик сибәр.
Уның исеме Әлиә. Ул бер иҫерек хайуан арҡаһында эләккән дауаханаға. Егете менән тротуарҙан китеп барғанда иҫерек водитель икеһен дә бәрҙерә. Егете шундуҡ йән биргән. Туй көнөн билдәләгән булғандар, ә туй урынына ул көндө һөйгәнен ерләгәндәр.
Ә теге кешене таптылармы?
Эйе, бер ике йортто уҙғас, бағанаға бәрелгән. Һин бер аҙ тынысландың, шикелле, минең менән йүнләп һөйләшә башланың, әйҙә, юғиһә, һүрәт төшөрә башлайыҡ.
Әмир бик һәләтле уҡыусы булып сыҡты, әйткәндәремде ярты һүҙҙән уҡ аңлай. Уға ҡарамайынса, яҙғанын ғына уҡыһаң, шундай ҡиәфәтле икән тип мәңге әйтмәҫһең. Икенсе көнөнә килеп, “Корел”да ла эшләргә өйрәтермен, тип вәғәҙә итеп, уның янынан ҡайтып киттем.
Уның менән осрашыуҙан һуң барға барып, матчтың һуңғы ун минутын ҡарарға ла өлгөрҙөм әле.
Йә, нисек, йәмғиәткә бурысыңды түләп, алйоттар менән аралашып килдеңме?
Һин нимә, уға ноутбукты нисек ҡабыҙып, нисек һүндерергә өйрәттеңме?
Юҡ, улар моғайын алға киткәндәрҙер, ҡайҙа нимә табырға беләләрҙер. Ул бахырҙарға йүнле кешеләрҙең нисек йәшәгәнен ҡарап ултырырға ғына ҡалған инде!
Ғәжәп. Элегерәк дуҫтарымдың шаяртыуҙарына бергә көлөр инем, ә бөгөн бер ҙә көлгөм килмәне, хатта ерәнгес булып китте. Ә күҙ алдымдан Әлиә китмәй...
Йә, һин бараһыңмы, юҡмы? Әйҙә бер аҙ ҡаланы ҡыҙырып киләйек! – тип тәҡдим итте берәүһе.
Һин эстең дә инде! – Тим дуҫыма.
Әлбиттә! Ә элек һине был аптыратмай ине...
Эйе, элек мине башҡа нәмәләр аптырата ине: аяҡһыҙ ҡыҙҙар һәм һеләгәйҙәре ағып торған ғәриптәр...
Икенсе көндө Әмир янына тағы барҙым.
Сәләм. Дөрөҫөн әйткәндә, мин һине тағы күрермен тип уйламағайным. Бар графика ҡушымталарын күрһәтеп бөтөрҙөң, шикелле.
Эйе... Әммә... Эээ, ғәфү ит, быны әйтермен тип ғүмерҙә уйламағайным, әммә миңә һинең
менән аралашыуы ҡыҙыҡ... Үҙең беләһең, нимәгә ҡарамаҫтан...
Минең бөкөрө, ҡылый, һеләгәй тамыҙыуыма ҡарамаҫтанмы? Борсолма, беләм, шуға ла һинең тағы килеүеңә аптырап ҡуйҙым. Әммә мин һине күреүемә бик шатмын. Үҙең күреп тораһың, яныма кеше бик килгәне юҡ.
Бер һорау бирһәм буламы? Әйҙә. Һинең менән нимә булды?
Һин ниңә... шундай? Бер нимә лә. Мин гел шундай булдым, шулай тыуҙым.
ДЦП тураһында ишеткәнең бармы?
Ә һинең эске донъяң менән ҡиәфәтең шул тиклем оҡшамаған, нисек йәшәйһең... Үҙеңде нисек хис итәһең?
Былай һәйбәт кенә. Күп кеше иң беренсе һинең кеүек башта шаҡ ҡата, һуңынан минең алйот түгеллегемде белгәс, тыныслана. Бала саҡта ауыр ине, әлбиттә, сөнки бар нәмәне лә аңлауымды, уйларға һәләтле икәнемде күрһәтә алмай инем.
Ҡайһы берәүҙәр миңә булған мөнәсәбәттәрен йәшереү түгел, минең алда асыҡтан асыҡ әйтә торғайны, табиптар мине приютҡа тапшырырға кәңәш итте, ә урамда осраҡлы үткенселәр ҡыйырһытырға ла күп һорамай ине.
Ул саҡтарҙа әсәйемде ныҡ йәлләй торғайным, сөнки мине ҡыйырһытыуҙарына ул яуап бирҙе, етмәһә, һәләттәремде белмәй ине әле. Мине күкрәгенә ҡыҫып, мине ныҡ яратыуы, уның өсөн мин иң яҡшыһы булыуымды әйтә ине, нисек кенә булһа ла, нимә генә әйтһәләр ҙә бер ҡасан да ташламаясаҡмын, тип илай торғайны. Йәнем өҙөлә торғайны шул мәлдәрҙә, әсәйемә нисек тә булһа яратыуымды, рәхмәтемде белдергем килә ине.
Ә мөмкинлегең булһа, барыһы ла кеүек булырға теләр инеңме?
Был һорауҙы мин дә үҙемә меңдәрсә тапҡыр биргәнмендер.
Олоғайған һайын юҡ тигән яуапҡа тартылам. Юҡ, үҙем булып ҡалыуым менән бәхетлемен. Мине лә нисек бармын, шулай яратыусылар бар. Уларҙың мөхәббәтен кроссовкаларымды тишкәнсе кейеү мөмкинселегенә алыштырыр хәлем юҡ. Әйткәндәй, кроссовкалар тураһында. Һин дә шундайҙарҙы алырға теләгәйнең, тик... Ниңә алманың?
Ҡуй инде, онот! Ҡара әле, ниңә һинең йөҙөң бөгөн ағарынған? Ауырымайһыңмы ул?
Әлиә, һаумыһығыҙ. Ғәфү итегеҙ, күрше палаталағы Әмир ҡайҙа икән?
Һаумыһығыҙ. Һеҙ байтаҡ күренмәнегеҙ, ә ул һеҙҙе гел иҫкә алды.
Мин эш буйынса командировкала булдым шул. Ә уның ҡайҙа икәнлеген белмәйһегеҙме инде? Уны сығарҙылармы?
Шулай тиһәң дә була... Һеҙ һуңғы килгән көндөң кисендә уның температураһы күтәрелеп китте, ә иртән реанимацияға күсерҙеләр. Пневмония тинеләр. Һеҙгә бер ҡумта ҡалдырғайны, сөнки килерегеҙгә ышанды. Ҡапты асам. Кроссовкалар? Ул нимә, иҫәрме әллә! Уй, нимә һөйләйем мин!
Шулай ҙа, уның кроссовкалары миңә нимәгә? Әһә, яҙыуы ла бар:
“Сәләм, Илшат! Һин яҙыуымды уҡығас, тимәк, Әлиәнән ҡумтаны алғанһың инде. Әйткәндәй, тәүәккәлләп, уның менән аралашырға кәңәш итәм. Ул сибәр генә түгел, бик аҡыллы һәм изге күңелле лә. Һин булмағанда шым ғына разведка эшләнем. Ҡыҙҙы оҡшатҡаныңды күреп торам. Уны күрер өсөн дә минең янға килгәнһеңдер әле.
Ҡумтала, күргәнһең инде, минең кроссовкаларым. Улар өр яңы, әсәйем дауаханаға ятыр алдынан ғына алғайны, үҙең беләһең, мин уларҙы кеймәнем дә.
Был аяҡ кейемдәре һинең өсөн, сөнки һин бик алырға теләһәң дә, улар миңә яҙҙы. Шундай елле кроссовкалар минең кеүек егеткә нимәгә инде? Миңә инде аҡ тапочкалар ғына кәрәк. Был хатты уҡыйһың икән, тимәк, улар инде минең аяҡтарҙа”.
Кит, туҙға яҙмағанды! Ниндәй аҡ тапочкалар тағы? Әмир ҡайҙа? Әлиә, әйтегеҙсе, зинһар, ҡайҙа ул Әмир?
Әмир ике көн элек арабыҙҙан китте...
Нисек инде, Әмир, дуҫҡайым!..
Әмирҙе дуҫым тип атауыма үҙем дә аптыраным. Эйе, беҙ уның менән дуҫлашып өлгөргәйнек шул. Байтаҡ хәҡиҡәткә күҙҙәремде асты бит ул.
Ҡайһы берәүҙәр физик мөмкинлектәре сикләнгән, тышҡы ҡиәфәте ғәҙәти булмаған кешеләр шундай уҡ хис тойғолар кисерергә, тирә яҡтағыларҙы аңларға һәләтле түгел, ә иң мөһиме, уларҙы бәхетһеҙ тип уйлай, тип һүҙен дауам итте Илшат. Мин дә Әмир менән танышҡанға тиклем шундай фекерҙә инем. Хәҙер иһә тәнен фалиж һуҡҡан инвалид коляскаһында ултырыусы кешене күрһәм, уның күҙҙәренә ҡарайым. Һәм уның үҙен күрәм. Бындай кешеләр ауырыу, әммә күңелдәре ҡайһы бер һау аяҡлы ҡуллыларҙыҡына ҡарағанда күпкә сәләмәтерәк һәм матурыраҡ. Әйткәндәй, беҙ Әлиә менән дуҫлашып киттек. Йорттарыбыҙ яҡын ғына икән. Хәҙер кистәрен урамда бергә йөрөйбөҙ. Һәм көн дә теге кроссовкаларҙы кейәм.