Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
16 Апрель 2021, 13:01

16 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән

Кисә республика юлдарындағы аварияла бөтәһе өс кеше зыян күрә. Күңелһеҙ хәлдәрҙең береһе Салауат ҡалаһында теркәлгән. Автомобиль тәгәрмәсе аҫтына 16 йәшлек студент ҡыҙ эләгә.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, велосипедсы ҡыҙ йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән "зебра"нан үтеп барғанда, «Дэу Нексия» автомобиленә идара итеүсе 36 йәшлек водитель тормозға баҫып өлгөрмәй, ҡыҙҙы бәрҙергән. Зыян күреүсе төрлө тән йәрәхәттәре алған, водитель иҫерек булмаған.
Йәйәүлеләргә юлды аша сыҡҡанда иғтибарлыраҡ булыу талап ителә, рөхсәт ителгән урын тип тирә-яғығыҙға ҡарарға онотмағыҙ, һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас