Илүзә дауахананан һыҙланып, ябығып килеп сыға. Тән ауыртыуынан бигерәк, йән яралары күңелен өтә... Ата-әсәнең өмөттәре аҡланмай – Ғәзим сәскәләр тотоп, ҡыҙҙың хәлен белергә килә һәм дуҫлыҡ артабан дауам итә. Ғашиҡтар артабан бергә фатирҙа йәшәй башлай. Ни эшләһен инде, ата-әсә күнә. Бик оҙаҡ көттөрмәй, Илүзә тағы ауырға ҡалып, малай таба. Студент ҡыҙға академ ял алып, уҡыуҙы туҡтатып торорға тура килә. Бала матур булып күҙгә күренеп үҫә. Уңған, бөхтә, матурлыҡты яратыусы ҡатын ябай ғына бер бүлмәле фатирҙы әкиәт иленә әйләндерә. Бешергән ризыҡтары ла телеңде йоторлоҡ була уның. Матурлыҡты тойоуы арҡаһында кейемде лә килешле, зауыҡлы итеп кейергә ярата. Дуҫ ҡыҙҙары уны бик ихтирам итә, һөйкөмлөлөгө, ҡатын-ҡыҙға хас баҫалҡылығы, нәзәкәт лелеге менән һәр кемде үҙенә тарта...
Институтты уҡып бөткәс, юлдарыбыҙ айырылды. Кисәге студенттар республиканың төрлө ерҙәренә таралышты. Улсаҡтарҙа кәрәҙле телефон булмағанлыҡтан, аралашыуҙар өҙөлдө. Һәр кем яңы ерҙә яңы тормош, эш башлап, тормош ығы-зығыһында юғала. Һуңғы йылдарҙа “Класташтар”, “Бәйләнештә” сайттары байтаҡ класташтарҙы һәм курсташтарҙы бер-береһен табырға ярҙам итте. Шулай беҙ ҙә курсташым менән табыштыҡ. Үткәндәрҙе хәтергә алдыҡ, әлегеләр тураһында һөйләштек. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне...