беренсе класҡа ла үҙем барҙым. Өләсәй аҙашып ҡуймаһын тип, оҙата барҙы ул, әммә мәктәптән мине кем тура килә, шул ала торғайны: күршеләр, юл ыңғайы ҡайтыусы класташтарҙың ата-әсәһе йә бер үҙем ҡайтам. Күберәк класта, дәрес әҙерләргә тороп ҡалам: өйҙә мине кем көтөп торһон? Әсәй һеңлем менән мәшғүл, атай – иҫерек...
Кейем-һалым, тәмлекәстәр менән дә артыҡ иркәләтмәнеләр. Нисек кенә булмаһын, үҙемде яҡындарым алдында бик яуаплы итеп тоя инем, шуға ла яҡшы уҡыным, һәр саҡ ҙур маҡсаттарға ынтылдым.
Әсәйем, әллә миңә артыҡ ышанды, әллә башҡа сәбәптәре булды: һеңлем тыуғас, уға нисек мөккиббән китте, әле лә шул уҡ хәл дауам итә.
Хәҙер мин утыҙҙан үткән ҡатынмын, балам бар. Бығаса, тағы ла балаларым булһа, уларҙы мин тигеҙ яратыр инем, тип уйлай инем. Тик башҡа ғаиләләрҙе һәм үҙебеҙҙекен күҙәткәндән һуң, башҡа һығымта яһарға мәжбүрмен. Күрәһең, бер төрлө балалар булмаған кеүек, уларға ҡарата бер иш тойғолар ҙа булмайҙыр.
Мәҫәлән, миңә бала саҡтан әсәй йылыһы етмәне һәм әле лә етмәй. Ул һәр саҡ бар мөхәббәтен һеңлемә бағышлай.
Әсәйем мине үҙаллы, бойондороҡһоҙ, һәр мәсьәләне үҙе хәл итә алған көслө кеше тип уйлай. Ә һеңлемде туҡтауһыҙ хәстәр менән урата, ҡурсалай, яҡлай. Миңә лә бәғзе саҡта ошо ғәмәлдәрҙең нисек етмәгәнен белһәсе!
Әйткәндәй, һеңлем мәктәптә уртаса уҡыны, үҫмер осоронда проблемаларҙан башы сыҡманы, әсәйгә ҡаршы һөйләшә, тыңламай торғайны. Әммә нервыһын күберәк ашаған һайын, әсәй ҡыҙын нығыраҡ яратты. Ә мин әсәйемде яратҡаным, хөрмәт иткәнем, уның тормош проблемаларын хәл иткәнем (ремонт, бүләктәр, табипҡа йөрөтөүҙәр) тейеш һымаҡ ҡабул ителә, рәхмәт әйтеүсе лә, иғтибар итеүсе лә юҡ.
Көнләшеү, тиерһегеҙ. Барҙыр, әммә мин дә бит әсәйҙең шундай уҡ балаһы, ни эшләп мөнәсәбәт төрлө һуң? Әйткәндәй, был хәлде ирем дә, өләсәйем дә, хатта таныштар ҙа күреп-белеп тора.
Мин әсәйем менән көн итәм, һеңлем атайҙан ҡалған фатирҙа бер үҙе йәшәй. Әсәй мине йыуылмаған бәҙрәф, йыйылмаған түшәк, һауыт-һаба өсөн әрләй, ә үҙе һеңлемә барып, тәмле-татлы аштар бешерә, уның фатирын йыйыштырып, йыйылған һауыт-һабаһын таҙартып ҡайта.
Әсәйем, әлбиттә, улымды ҡарарға ярҙамлаша, кәрәк саҡа ултырып тора, бының өсөн рәхмәтлемен. Әммә һеңлем өсөн ул барыһын да күңел һалып, ихлас эшләй, көйә-яна.
Хәҙер иһә һеңлем кейәүгә йыйынды. Ә туйға аҡса юҡ! Ул эшләй, әммә бар аҡсаһын косметикаға, күңел асыуға, матур кейемгә тотона, йыйып барырға башына ла килмәй. Хәҙер иһә, туй сығымдарын әсәй елкәһенә һалырға ниәтләгән. Бының өсөн уға кредит алырға тура киләсәк.
Ә бит ҡасандыр, мин кейәүгә сыҡҡанда, аҡса булмағас, беҙ туйҙан баш тарттыҡ! Әсәй ярҙам тәҡдим итмәне. Хәйер, итһә лә, ундай ярҙамды ҡабул итмәҫ инем, сөнки уның эш хаҡы бик бәләкәй, кредит алһа, бик ҡыйынға тура килер ине. Һеңлем иһә, туй үткәрәм тип, әсәйҙе бурысҡа батырырға әҙер.
Ошоларҙы аңлатырға тырышып ҡарағайным, талаш сыҡты, әсәйем һәм һеңлем миңә үпкәләне лә ҡуйҙы. Минең ҡәнәғәтһеҙлегем иһә бер көндә генә йыйылмаған бит – ошондай мөнәсәбәттән арыным!
Әсәй иһә “булған нәмәңде һеңлеңә бир: һинең бар, уның юҡ” тигән принцип менән йәшәүен дауам итә. Мәҫәлән, күптән түгел минең шкафтан өр-яңы таҫтамалдар йыйылмаһын алып һеңлемә биреп ебәргән: һинеке күп бит, уға ла булһын! Был хаҡта осраҡлы ғына белеп ҡалдым. Бик ҡыйын булды. Донъя ваҡлығы, әммә ошоға оҡшаш хәлдәр көн дә булып тора тиерлек.
Әсәйемә ни бары 52 йәш, ул күркәм, һомғол ҡатын. Аҡыллы, яҡшы кеше. Әммә һеңлемде артыҡ яратыуы, хәстәрләүе сығырымдан сығара. Әйткәндәй, һеңлем был хәлде аңлап-белеп тора, ҡайһы саҡта артыҡ ҡурсалауҙан арып китә, әммә... Ул шулай йәшәп өйрәнгән, шунда уҡ әсәйҙең изгелеге менән файҙалана башлай, уны һәр яҡлап “һауа”. Ярар әле үҙ ғаиләм бар, проблемаларымды үҙ аллы хәл итә беләм тип шатланам...
Һеңлемдең әлегә булмаған туйы иһә мине бик ныҡ борсой, хатта барырға ла йыйынмайым. Сөнки йәнем көйә: бер көн ҡунаҡтар күңел асһын өсөн ниңә әсәй кредит алырға һәм киләһе бер нисә йыл ас йәшәргә тейеш? Өйләнгеләре килгәс, йәштәр үҙҙәре аҡса тапһын!
Дуҫтар, кәңәш бирегеҙ! Нисек кире тойғоларҙан ҡотолорға һәм был мәсьәләләрҙе хәл итергә? “
(Гөлсәсәк тигән ҡатындың һөйләгәндәренән)