- Элек кешеләр иманлы булған, диндә булып намаҙ, ураҙа тотҡан һәм барлыҡ һорауҙарына яуаптарҙы ҡөрьәндән уҡып белгән, Аллаһы Тәғәләнән сабырлыҡ һәм рәхимлелек һораған. Беҙ барыбыҙ ҙа Хоҙайҙың ҡолдары, шуға ла уның ҡанундарын тотоп йәшәргә тейешбеҙ , тип башлап китте һүҙен имам-хатип.
Хәҙерге заманда бигерәк тә кеше кешенән ситләшә башланы. Икешәр метр бейеклектәге ҡойма аша күршеһенең кем икәнлеген дә белмәй йәшәүселәр бар. Ҡайһы бер мосолман кешеләр ҙә күршеләре менән насар йәшәүе ихтимал. “Аллаһҡа ышанған кеше ҡиәмәт көнөндә лә үҙ күршеһен йәберләмәҫ. Аллаһы Тәғәләгә генә табынығыҙ һәм уға бер кемде лә тиңләмәгеҙ. Атай-әсәйегеҙгә, туғандарығыҙға, етем, ярлыларға, күршеләрегеҙгә, юлсыларға яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ”, тигән хәҙистәр бар Ҡөрьәндә.
Күршеңде һаҡлау - ул уны бүтәндәрҙең золомонан һаҡлау һәм уны ауыр хәлдә ҡалдырмау. Күршеңдең ғәйебен ситкә сығарырға ярамай. Фәҡәт матур ғына итеп нәсихәт итергә кәрәк.
Күршең менән гүзәл бәйләнештә бул: ярҙам һораһа, ярҙам ит, бурысҡа һораһа биреп тор. Ауырыһа, барып хәлен бел. Хәйерле ваҡиға булһа, ҡотла, насар ваҡиға булһа, уртаҡлаш. Үлһә йыназаһына бар. Еләк-емеш алһаң, күршең менән дә уртаҡлаш. Әгәр бирә алмайһың икән, күрһәтмәй генә керт, балаңдың ҡулына биреп тә урамға сығарма, уның балаһын ымһындырма!
Күршең алама булһа ла, уға яҡшы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Уға яманлыҡ менән яуап бирһәң, арағыҙҙағы дошманлыҡ та, уның зарары ла артыуы ихтимал.
Пәйғәмбәр “Миһраж” кисендә үҙҙәренең ҡабырға иттәрен ашап ултырған кешеләрҙе күрә, уларға: “Үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙың итен ашаған кеүек ашағыҙ!” – тип бойоралар. Пәйғәмбәр Ябраилға: “Былар кемдәр?” тип һорай. Ул уға “Былар ғәйбәт һөйләгән кешеләр” – тип яуап бирә. Ошо хәҙисте иҫкә төшөрөү ғәйбәт һөйләүҙең бик насар икәнлеге хаҡында һөйләй.
Ғәйбәт һөйләгән кешене лә тыйырға кәрәк, сөнки кешенең яманатын һатыу менән үҙеңдең изге ғәмәлдәрең юйыласаҡ. Бер кеше Хоҙайҙан:
– Эй, Раббым! Донъяла намаҙ уҡыным, ураҙаны һәр ваҡыт тотоп килдем. Саҙаҡалар бирҙем. Был дәфтәргә уларҙың береһе лә теркәлмәгән, – тип һораған.
– Фәлән-фәлән кешенең ғәйбәтен һөйләгәйнең, – тип хитап килде Хаҡ Тәғәләнән, – шуға һинең изге ғәмәлдәрең юҡҡа сыҡты, йәғни улар һин ғәйбәтен һөйләгән кешегә бирелде.
Икенсе миҫал. Сәхәбәләр Пәйғәмбәргә һорау биргән, кем ул банкрот тип. Бер кеше ҡиәмәт көнөндә ураҙалары, изгелекле ғәмәлдәре менән килгән. Ләкин кешеләр уның ғәйбәт һөйләгәне, кешеләрҙе рәнйеткәне, һуҡҡаны өсөн дәғүәләре менән мөрәжәғәт иткән. Шул ваҡыт ул был кешеләрҙең гонаһтарын үҙенә ала башлай. Бына шул кеше банкрот тип иҫәпләнә.
Мосолман кеше шуны иҫендә тотһон ине. Донъяға беҙ ҡунаҡ ҡына булып килгәнбеҙ, ти бит динебеҙ. Шул ваҡыт эсендә кешегә яҡшылыҡ та, изгелек тә, яманлыҡ та, боҙоҡлоҡ та эшләргә ваҡыт бирелә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең яман эштәрҙе лә, изгелектәрҙе лә күреп тора. Урлашып, кеше малына ҡул һуҙып йәшәүселәр мәңге шулай йәшәрбеҙ тип уйлайҙар күрәһең. Ләкин һәр беребеҙ Аллаһы ҡаршыһында яуап бирәсәгебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Ҡайһы берәүҙәр ни өсөн ғәҙеллек юҡ, ҡомһоҙҙарға Аллаһы Тәғәлә яза бирмәй, тиҙәр. Ләкин Аллаһы Тәғәлә кешегә тура юлдан барырға ла, шайтан юлынан китергә лә ирек, һайлау биргән. Был донъя һынау икәнен оноторға ярамай.
Аллаһы Тәғәлә туҙан бөртөгө тиклем изгелек эшләһәң дә, гонаһ эшләһәң дә күрермен, бөтәгеҙҙе лә һынармын, тигән. Аллаһ һиңә малдан өлөш биргән һымаҡ һин дә мохтаждарға унан өлөш сығар. Боҙоҡлоҡ эшләп йөрөмә, боҙоҡлоҡ эшләгәндәрҙе лә Аллаһ һөймәй, - тиелгән.
Донъя малы артынан ғына ҡыуып йөрөргә теләгәндәрҙе киҫәтеп, Аллаһтың игелекле ғәмәлдәр менән йәшәгән иманлы бәндәләренә бирер ниғмәте бынан яҡшыраҡ. Сабыр булғандарҙан башҡаларға эләкмәҫ ундай бүләк, тип яҙылған хәҙистәрҙең береһендә.
Түбәндәге сифаттарға эйә булған ике кешенән генә көнләшергә ярай. Беренсеһе – Аллаһы Тәғәлә биргән байлыҡты бөртөгөнә тиклем тейешле мәнфәғәттәргә генә тотона.
Икенсеһе – Аллаһы Тәғәлә биргән аҡылды һәм зирәклекте башҡаларға ла өләшә. Уларҙан башҡаларға көнләшергә ярамай.
Ир менән ҡатын араһында көнсөллөк булырға тейеш, ләкин ул урынлы булһа ғына. Ҡатыныңды йәиһә иреңде һәр бағанаға көнләшергә ярамай. Шәриғәт буйынса ҡатын кеше тыйнаҡ, баҫалҡы булырға, ыҫпай кейенергә, артыҡ биҙәнеп йөрөмәҫкә тейеш. Пәйғәмбәребеҙ хәҙисендә ҡатын-ҡыҙ кәкре ҡабырға кеүек итеп яралтылған, турайтырға тырышһағыҙ – һындырырһығыҙ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, сабырлыҡ, изгелек менән еңеү зарур" тип яҙылған.
Әгәр ул диндә булһа, ҡатынын да үҙ миҫалында дингә ылыҡтырырға тейеш.
Аллаһы Тәғәлә бар нимәгә лә шөкөр итеп йәшәргә ҡушҡан. Минең һеҙгә биргән һый-ниғмәттәремде һанап китһәң, ғүмерең дә етмәҫ тигән. Тын алған һайын беҙ Хоҙайға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Кеше кешегә лә рәхмәтле булырға тейеш, ләкин ысын мосолман рәхмәтте кемдәндер көтөргә тейеш түгел. Аллаһы Тәғәлә уның менән разый булһа, сауабын бирә.
Кемдер рәхмәт өсөн изгелек эшләй, кемдер Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн. Ысын мосолман быны аңлай һәм ихлас күңелдән ярҙам итә. Ә кем рәхмәт әйтмәй икән, Аллаһҡа шөкөр итмәгән кеүек була.
Халҡыбыҙҙа элек-электән: «Әйтәһе һүҙеңде үлсәп әйт, Аллаһтың рәхмәт фәрештәләренең «амин» тигән сәғәтенә тура килеүе ихтимал», – тигән һүҙ ҙә бар бит.
Кеше бишектән алып ләхеткә ингәнсе ғилем алырға тейеш. Хаталарһыҙ кеше булмай, кеше үҙ өҫтөндә эшләп, холҡон күркәмләтергә теләй икән, бының ғәйебе юҡ. Тәүбә ҡылырға хаҡы булмаған әҙәм балаһы юҡ. Тәүбә итеүсенең гонаһтары бөтөү генә түгел, бәлки сауап итеп яҙылыуы, гонаһ ҡылыуҙан туҡтап, изге ғәмәлдәр ҡылыусыларҙың оло гонаһтары ла ғәфү ителеүе мөмкин. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарҙы ярлыҡауҙы һорарға һәм доға ҡылырға кәрәк.
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу бик ҙур гонаһ. Ундайҙарға йәннәткә юл ябыҡ. Бындай кеше ғәҙәттә, өмөтһөҙлөккә бирелгән, артабан йәшәргә маҡсаты ҡалмаған була. Ул үҙен бер мәлдә бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя. Шулай, бер архитектор ҙур проекттар эшләп, күперҙәр төҙөткән. Күперҙәрҙе төҙөп бөткәндән һәм теләгенә ирешкәндән һуң йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан һәм күперҙән ташланған.
Һәр кеше үҙ бәхетен үҙе төҙөй. Беҙ барыбыҙ ҙа малыбыҙ, байлығыбыҙ булһа ла бик фәҡирбеҙ, сөнки уларҙың береһе лә беҙҙекке түгел. Мосолман кеше матди байлыҡты юғалтам, тип ҡурҡып йәшәргә, йөрәген был донъя менән бәйләргә тейеш түгел. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең аҙып-туҙып йөрөгәнде, шайтандар ҡотҡоһона бирелгәнде теләмәй. Эскелек, наркомания кешеләрҙең аңын томалай. Элек ҡайһы бер сәхәбәләр эскән булған. Шулай бер сәхәбә Аллаһы Тәғәләгә иҫерек килеш намаҙ уҡыным, ләкин бер нимә лә аңламаным, тип килгән. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәнгә бынан һуң хәмер эсеп, намаҙ уҡыуҙы тыя торған хәҙис индергән.
Хөрмәтле дин-ҡәрҙәштәр, иманға килергә, тәүбә ҡылырға бер ҡасан да һуң түгел. Бары тик тәүге аҙым ғына яһарға кәрәк.
Гөлсәсәк Аласова яҙып алды.