Даирә
+19 °С
Ясно
Аңлағанға – ишара
7 Апреля 2021, 15:40

ЯҘМЫШМЫ БЫЛ, ӘЛЛӘ ЯҢҒЫЛЫШМЫ...

Кеше яҙмыштары төрлө: кемдер ғүмер юлы буйлап тура баҫып, ғорур атлап уҙһа, кемдер булған-булмаған һикәлтәләрҙә абынып-һөрлөгә. Үҙенең аңһыҙлығы, көсһөҙлөгө арҡаһында яҙмышын боҙғандар ҙа юҡ түгел. Иң аяныслыһы шул: был кеше үҙе генә түгел, яҡындары ла уның хатаһының әсе емештәрен татырға мәжбүр.

Бынан бер нисә йыл элек полиция, опека һәм попечителлек органы, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек вәкилдәре менән рейдҡа йыш сыға инек. Төрлө хәлдәр иҫтә ҡалған: бер өйҙә төрмәнән ҡайтҡан атайҙың ғаиләһенә, көтөлмәгән “ҡунаҡтарға” ажғырыуына йөрәк ярыла яҙҙы; икенсе йортта эскән ике әсәйҙең һыйлы табын ҡороп, сәңгелдәктә ятҡан балаларын да онотоуына шаһит булдыҡ, өсөнсө йортта ғаилә башлығы әшнәһе менән эсеп ултыра ине. Бына шул һуңғыһына туҡталғым килә: был йортта балаларға ашатырлыҡ ярты һыныҡ икмәк тә булмағас, өс баланы социаль приютҡа алып киттеләр. Баштарын баҫып, һүҙһеҙ генә машинаға сығып ултырған балалар өсөн йөрәк байтаҡ ваҡыт әрнене. Әсәләренең өс бала тапҡас та әсәлек хистәре уянмағанмы, әллә башҡа сәбәп булғанмы – ул икенсе ерҙә йәшәй тинеләр. Был осраҡты байтаҡ ваҡыт онота алманым. Бер нисә йыл уҙғас, шул ваҡытта машинала алдыма ултырып, дерелдәп барған бала менән осрашырға тура килде. Хәҙер инде ул буй еткән, һылыу, һөйкөмлө ҡыҙ. Мине, әлбиттә, таныманы. Әммә уның яҙмышы мине ҡыуандырҙы: әсәһенән айырмалы, атаһы барыбер үҙен ҡулға алған, социаль приюттан балаларын алып ҡайтып, аяҡҡа баҫтырған. Яратҡан туғандары, үҙенә терәк булған атаһы, үгәй әсәһе, тормош юлынан бергә атлған һөйгәне булыуы менән бәхетле был һылыуҡай...
...Йомағужа ауылындағы “Наҙгөл” социаль приюты асылыуға 20 йыл тулған көндәрҙә нишләптер ошо хәлдәр иҫкә төштө...
фото т.роза

Гульназ Саитбатталова

Читайте нас