Даирә
+17 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
4 Апреля 2021, 12:12

Тәүге үбешеү (Мәҡәлә реаль тормоштан алынды) Б. Ҡаһарманова

– Бәлки, шулай ҙа һинең менән бергә барайымдыр? – ишек тотҡаһынан ҡулды алып, дуҫымды үҙемдең яҡҡа ауҙарыу маҡсаты менән тағы бер ынтылыш яһайым, – икәүләп тиҙерәк эште бөтөрбөҙ ҙә, спектаклгә өлгөрөрһөң… – Һин һыйыр һауа беләһеңме? – Юҡ… – ҡайҙан беләйем, әгәр беҙҙә, атай әйтмешләй, ҡыҙҙар эт тубығынан – оло урындыҡҡа һыймай үҫеп киләләр. Улар булғанда мин егет башым менән һыйыр имсәген тартып ултырмам инде. Ә Мансур дуҫымдың ике маңҡа ҡустыһы ғына бар. Йәш «һалдаттар» иҙән дә, кер ҙә, һауыт-һаба ла йыуа, йыуынты һыуҙы ла түгәләр, һыуын, утынын да ташый­ҙар, ҡарын да көрәйҙәр, ҡапҡа эсен дә һеперәләр. Иптәш генералға, йәғни дуҫыма, иң яуаплы эш ҡала – мал ҡарау.

Ҡалай рәхәткә сыҡҡан, тип уйлағандар төптө хаталана. Дуҫымдың мәшәҡәте етерлек. Сөнки «мал ҡарау» тигән һүҙ эсенә иртәле-кисле һыйыр һауыу, малҡайҙарға бесән һалыу, уларҙы йылғаға алып барып һыу эсереү, тиҙәк түгеү, хатта яҙлы-көҙлө һарыҡ йөнөн ҡырҡыу кеүек бурыстар ҙа инә. Дуҫымдың малсы булып эшләгән атаһы насар әҙәм түгел, тик ялҡауыраҡ, буғай, йоҡом туймай, тип, саҡ ҡына бушаһа ла, башын мендәргә терәй һала. Ә, бәлки, ҡатыны әйтмешләй, ысынлап та, ҡан баҫымы түбәндер...
Атай-әсәйҙәребеҙ күрше йәшәгәс, мине тыуыу менән һигеҙ айға өлкәнерәк Мансурға беркетеп, таҡҡандар һымаҡ тойола, сөнки үҙемде белә-белгәндән гел уның менән бергә: беренсенән алып бер парта артында ултырып уҡыйбыҙ, бар эштәрҙе бергәләп башҡарырға күнеккәнбеҙ, уй-хыялдар ҙа уртаҡ: армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, механизатор һөнәрен алырға ла, колхозға ҡайтып, эш башларға. Беҙҙе юҡҡа ғына Ишәй менән Ҡушай тимәйҙәр, тышҡы ҡиәфәттәребеҙ менән дә бер-беребеҙгә тартым, холҡобоҙ ҙа оҡшаш – ут кеүек сәсрәп тормайбыҙ, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫәбеҙ, ауыҙҙы бик кәрәк саҡта ғына асабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, алдан да сапмайбыҙ, артта ла һөйрәлмәйбеҙ. Үҙебеҙгә ҡалһа, алтын урталыҡты тәшкил иткән аҫыл егеттәрбеҙ. Әле, Яңы йыл кисәһенә икәүләп барырға тип, Мансурҙарға инһәм, уларҙа ғәҙәттән тыш хәл, имеш: киске һауынға тип сыҡҡан әсәһе, соланда тайып китеп, артына ултыра төшкән дә, билен биртендергән. Хәҙер шуға дуҫыма фермаға һәүкәштәрҙең еленен бушатырға барырға кәрәк.
Башҡа ваҡыт булһа, аптырамаҫ та инек, ләкин тап бөгөнгө байрам тамашаһында Мансур ҙа ҡатнаша – спектаклдә уның ҙур булмаһа ла роле бар. Бармаһа, пионервожатый уға аҙаҡ үҙе харакири яһаясаҡ. «Кий-йя-я!» – тип ҡысҡыра ла… – Ҡурҡма, тәүге актта һүҙҙәр юҡ тиерлек, шунда маймылланып йөрөп торһаң, тоҡ эсенә инеп ултырһаң, шул етте, – бошоноуҙан ҡаштары урталай һынған дуҫым тоҡто ҡултығым аҫтына ҡыҫтырҙы ла, мине этеп-төртөп тигәндәй тышҡа сығарып ебәргәс, артымса үҙе лә күренде. – Икенсе акт башланғансы килеп етергә тырышырмын, ферманан тура мәктәпкә барырмын, кейемде йәһәт кенә алышырбыҙ, һиҙмәй ҙә ҡалырҙар… Ни әйтеремде көтмәне, фуфайкаһының төймәләрен юл ыңғайы элә-элә, Мансур фермаға табан йомолдо. Дуҫлыҡҡа төкөрөп, дуҫымды һынатып, юҡ, минән булмай, тип артынан сабайыммы? Аңҡы-тиңке хәлдә тәүҙә тура мәктәпкә йүнәлдем, аҙаҡ, кейемде алмаштырырға кәрәклеген иҫләп, кире үҙебеҙгә боролдом. Өйҙәгеләр артыҡ һорауҙар менән ҡаҡшатмаһын өсөн мунса эсенә инеп бикләндем. Май шәмен ҡабыҙып, ярым ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә ашыҡ-бошоҡ ҡара һарыҡ йөнө тегелгән трико менән муйынлы свитерҙы, ҡара йөн бирсәткәләрҙе кейҙем. Акварель буяу менән ҡара төҫкә буял­ған капрон ойоҡто көс-хәлгә башыма һыйҙырҙым – битем тамам йәлпәйҙе.
Кәзә мөгөҙҙәре тишелеп ҡуйылған иҫке бүрек тә үҙ урынына менеп ҡунаҡлағас, тоҡто алып, мәктәпкә елдерҙем. Ярты юлда шәмде һүндермәгәнемде иҫләп: «Һуңланым, валлаһи, һуңланым, бөлдө былай булғас ыспиктакль», – тип мунсаға әйләнеп килһәм, костюмдың иң кәрәкле детале – бауға бәйләнгән һыйыр ҡойроғо эләүкәлә яңғыҙы ғына етемһерәп ята! Әлдә кире килдем, тип ҡабалана-ҡарһалана триконы тубыҡҡаса төшөрөп, бауҙы билгә бәйләп, триконың махсус тишелгән еренән ҡойроҡто мең эт бәләһе менән ҡулайлаштырып сығарып, яңынан ыштанды ҡултыҡ аҫтынаса тиерлек тартып, май шәмде һүндереп, тышҡа атылдым. Урам шат кәйефле халыҡ менән тулғайны.
Мине күреп, бала-саға ҡурҡып сәрелдәгән булды, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә тайшанды, ир-егеттәр юлыма арҡыры баҫып, бүректе сисергә маташты: «Кем һин?» Шаярырға ваҡыт та, теләк тә булмағас, улар­ҙан алан-йолан янтайып ҡасып, мәктәпкә осоп килеп индем. – Шайтан, һин ҡайҙа йөрөйһөң? – тын алыр­ға ла ирек бирмәй, кемдер ҡыпһыуырҙай бармаҡтары менән ҡулдан эләктереп алды. Кемдер, тип, әлеге шул пионервожатый: – Һине генә көтәбеҙ! «Шайтан» тигәне – Мансур уйнарға тейешле роль. Николай Гоголдең «Диканька янындағы утарҙа кистәр»ен бер аҙ үҙгәртелгән килеш сәхнәләштереү уйы тик беҙҙең пионервожатыйҙың ғына башына инеүе мөмкин. Уның фантазияһы буйынса еңмеш Оксана ғашиҡ тимерсе Вакуланан аяҡ кейемдәре – черевички түгел, ә шыршыға гирляндалар таптыра. Шуны нисек уйлап сығармаҡ кәрәк, ә? Миңә ҡалһа, Гоголь бабай был хәлгә һис тә риза булмайынса, мотлаҡ төкөрөнөп ятырға тейеш: «Нисек минең әҫәремде шулай һорау­һыҙ-ниһеҙ үҙгәртәләр? Рөхсәт итмәйем!»
Пионервожатый мине, мал ҡыуғандай, ҡап уртала энәле урман һылыуҡайы түш киргән, стена буйын тамашасылар һырыған спорт залына индергәс, усын-усҡа шапылдатып һуғып, яңғырауыҡлы тауышы менән: – Тынысланығыҙ! Башлайбыҙ! – тип һөрән һалды. Микрофон уға нимәгә, былай ҙа тауышы елле: децибелдарынан стеналар зыңлап, тубыҡтар ҡалтыраны, хатта эс тә бығыр-бығыр килде. Күҙгә күренмәгән ихтыярҙы – йоҙроҡҡа, тауышланырға әҙер бар ағзаны биш ерҙән ҡыҫтым да, йәш актерҙар мәж килгән тренер бүлмәһенә шым ғына инеп, эскәмйәнән урын алдым. Башына ҡалпаҡ кейгән ябыҡ «дьяк» менән эсенә мендәр тыҡҡан «Чуб» эргәмә килеп, ҡул биреп иҫәнләште. Тулҡынланыуҙарын йәшермәй, борсолдолар: «Ҡасан бөтә инде был кәмит…» Әле башланмаған, ә һеҙ бөтөүен уйлайһығыҙ, тип әйтке килә, тик өндәшә алмайым, сөнки аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, дуҫым килгәнгә ҡәҙәр «дошман баҫымы»на ҡаршы тороу, гарнизонды, йәғни серҙе, һаҡлау – минең бурыс. Хәҙер инде, аҫһалар ҙа, киҫһәләр ҙә, бирешеү, асылыу юҡ. Мансур менән иптәшкә һәр репетицияға йөрөгәс, яҡынса уның ролен беләм дә һымаҡ, ләкин барыбер шөрләтә. Кеше менән һөйләшһәм, еңелерәк булыр ине лә бит, таныуҙарынан ҡурҡам. Тоҡто тубыҡтар­ға һалып, дерелдәгән бармаҡтарҙы ҡултыҡ аҫтарына йәшерәм. Барыһы ла ишек төбөнә өйкөлөшөп, Вакула менән Оксананың бирелеп уйнағанын ҡарай, бер мин, эсем үкергәнен тыңлап, бөршәйеп ултыра бирәм. – Һин донъялағы иң матур шайтан, – ҡолаҡ төбөндә генә бомба шартлағандай яңғыраған шыбырлауға «терт» итеп ҡалдым. Сәскәле веногының бер таҫмаһын бармағына урай-урай, Солоха, йәғни Гөлназ ҡаршыма килеп баҫҡан, имеш. Үҙе мут йылмая… Оһ, Гөлназ… Оҡшай ул миңә. Сая, телгә үткер, эшкә шәп ҡыҙ мине күҙенә лә элмәй, Мансур, тип ауыҙ һыуын ҡоя. Мансурҙың иһә ул ике ятып бер төшөнә ингәне юҡ. Дуҫым, ғөмүмән, бер ҡыҙға ла ғашиҡ түгел. Ҡыҙҙар ҡайғыһы төштән һуң, ти ҙә ҡуя. Ул гүзәл затҡа битарафлыҡ күрһәткәс, мин дә хис-тойғоларҙы теҙгендән ысҡындырмайым, мөхәббәт уттарында эстән генә үртәлеп янам. Әгәр ҙә мәгәр Гөлназ исемле ҡояш минең тарафҡа аҙ ғына булһа ла йылылыҡ һирпһә, Мансур ҙа берәйһенә күҙ һалһа, ул сағында хәлдәр икенсе төҫ алыр ине. Иң тәүҙә эс серҙәремде Мансурға сисер ҙә, ҡыҙҙар менән үҙеңде нисек тоторға, тип һорар инем, ни тиһәң дә, ул минән һигеҙ айға өлкән, тимәк, һәр йәһәттән һигеҙ айға тәжрибәһе күберәк. Унан һуң икәүләп ауыл китапханаһынан махсус тәғәйенлештәге китаптар алып уҡыр инек. Икәү икәү инде, бер үҙең оялмай нисек бараһың да, китапханасынан: «Миңә, зинһар, мөхәббәт тураһында китаптар бирегеҙ», – тип һорайһың? Шул ҡалын-ҡалын китаптарҙы уҡыһам, белер инем нисек ҡыҙҙар­ҙың ҡылын тартырға, улар менән нисек һөйләшергә… Әлеге кеүек аңшайып, күҙем упайып ултырмаҫ инем һәр хәлдә. Солоха-Гөлназ көлдө лә, ҡабаттан ишек төбөнә китте. Их, әгәр ҙә ул, матур, тип иҫәпләһә, уның өсөн мин ысын шайтан да булырға әҙер. Әммә мине түгел, Мансур-шайтанды көйәҙ ҡыҙ сибәрҙәр рәтенә индерә. Ҡасан ғына һыйыр­ҙарҙы һауып бөтә инде Мансур?!
– Нимәңде ҡарап ултыраһың, һинең сығышың да һуң! – Пионервожатый елкәнән һөйрәп тә торғоҙҙо, артҡа берҙе еңелсә тибеп, залға сығарып та ебәрҙе.
– Э! – нимә тибешәһегеҙ, тип асыуланып та өлгөрмәнем, инерция буйынса тоғом менән ялбыр-йолбор килеп, осоп тигәндәй шыршы янына барып та сыҡтым. Ә ҡаршымда, киң йылмайып, ҡулдары менән бөйөрөнә таянған Гөлназ тора. Уның гүзәллегенән күҙ ҡамашты – кеше шул тиклем дә камил булмаһа… Күҙҙе сағылдырыу етмәгән, телде лә йотторҙо, хәтерҙе лә юйҙы. – К тебе, Солоха, на порог… – А ну-ка, выкинь весь чеснок! – арттан пионервожатый енләнеп шыбырлап, миңә тексты иҫләтергә маташты. – А? – ишетмәнем тип уға боролғайным, ҡыҙарып-бүртенгән пионервожатый миңә елле йоҙроғон күрһәтте: – Сыҡ ҡына бында, мин һиңә хәҙер күрһәтәм «а-а»ңды! Мин һаман ҡатып тора биргәс, халыҡ көлөшә башланы, шауларға тотондо. Пионер­вожатый «дьяк»ты ваҡытынан алда этеп сығарғас, Солоха-Гөлназ мине тиҙ генә тоҡ эсенә йәшерергә мәжбүр булды.
Тоҡ эсенән ер аҫтына соҡор ҡаҙып, ҡасырҙай булып ултырам. Асыуҙы килтереп, эс үтә шашып бығырлай. Оло ҡаҙанда бутҡа бешәме ни! Ҡайҙа һин, Мансур? Ошо мәлдә һин бында булырға тейеш инең, һауынсы малай! Сүкәйеп ултыра торғас, ниһайәт, мине Вакула һелкетеп сығарҙы тоҡ эсенән. – Помилуй, Вакула! – пионервожатый ярһып-ярһып минең һүҙҙәрҙе шыбырлап әйтә, икебеҙ араһында һауа ҡылдарға әйләнеп, зыңлап тартыла. – Һин телеңде йоттоңмо әллә, Мансур? Вакуланы уйнаған синыфташ оҙайлы паузаға нөктә ҡуйып, үҙенең һүҙҙәрен әйтте-әйтте лә, минең арҡаға һикереп менде лә ятты: – Петербургҡа! Батшабикәгә! Ғәмәлдә белә инем Вакуланың шулай шайтан өҫтөнә менеп ултырыуын, репетицияла ҡырҡ тапҡыр күрҙем. Ләкин ул бит ошоғаса Мансурға йөкмәлде, миңә түгел! Көтөлмәгәнлектән һәм көсөргәнештән баянан бирле үҙ һүҙен әйтә алмай ҡаңғырған организмым тап шул мәлдә ҡәнәғәтһеҙлектән тамам шартланы. Тулыһынса түгел, бер кескәй генә өлөшө. Ләкин барыһы ла ишетерлек һәм тойорлоҡ итеп. Был казусты эҙһеҙ генә үткәрәләр ти, көт. Бар халыҡ танау сира-сира геү килде: «Шайтанығыҙ борсаҡ ашап килгән икән!», «Газовать итә-итә, «һә!» тигәнсе батшабикәгә барып етәһегеҙ!» Эргәләге өҫтәл артында ултырған уҡытыусыларҙың ғына иҫе китмәне. Ундай ғына әкәмәттәргә күптән күнегеп бөткәндәрҙер… Ояттан ер тишегенә инеп китерлек хәлдә тренер бүлмәһенә килеп ингәс, Вакуланы арҡанан һелкеп төшөрҙөм дә, мине тереләй генә йоторҙай булып торған пионервожатый­ға ла иғтибар итмәй, төпкә, спорт инвентар­ҙары тулған мөйөшкә барып сумдым. «Ҡылдың ҡылыҡты, ялтыр ялан аяҡ, хәҙер нисек кеше күҙенә күренергә?» – тормоштан дүнеп тигәндәй ярым емерек ултырғыста ултырғанда, яныма йомшаҡ ҡына баҫып Гөлназ килде: – Минең һүҙҙәрем бөттө, иң аҙаҡта күмәкләп сығып баш эйергә генә ҡалды. Эргәңдән урын бирәһеңме? Өндәшмәнем, башты аҫҡа эйеп ултыра бирҙем. – Ҡайҙа, әҙерәк ситкәрәк шыл, – әрһеҙ ҙә инде Гөлназ, тығылып килеп тә ултырҙы.
– Ҡолағыңа бер нәмәкәй әйтәм, тик һин көлмә, йәме. Һинең ҡайғың юҡ, тип әйтке килде: «Мансур кәрәк ине миңә!» Гөлназ өндәшмәүемде ыңғай яуапҡа тиңләп, ҡолағыма эйелде: – Һинең үбешкәнең бармы? – ? – һеҙ шуны күҙ алдына килтерәһегеҙме? Гарнизонды дошмандар яулап алып, мине ҡыйратып, ғазаптар уты өҫтөндә сусҡа бәрәсендәй көйрәтеп, күҙәнәккәсә көлгә әйләндергәндәр тиерлек, ә ул «үбешкәнең бармы?» Был ҡыҙҙар кеше затынан түгелдер ул, валлаһи, күктән төшкәндәрҙер! Әле лә бына нисек ул минең ҡолаҡты утһыҙ, шәмһеҙ, шырпыһыҙ яндырҙы ла ҡуйҙы? Капрон ойоҡ аҫтындағы ҡолаҡ ҡына түгел, битем дә дөрләп яна бит!
– Минең дә үбешкәнем юҡ, – Гөлназ яуап көтмәне, уңайһыҙланып ҡына көлгәндәй итте. – Теге ней… әйҙә үбешәйек… Бөгөн, Яңы йыл кисендә, мөғжизә булһын әле. Үҙ һүҙен һүҙ итергә күнеккән кеше тимәй­һеңме, тупыс бармаҡтары менән ойоҡто һаҡ ҡына күтәреп, күҙҙәрен йомдо ла, ирендәрен минең тир баҫҡан ирендәремә терәне. Шул мәлдә ниндәй тойғолар кисергәнемде Мансурға һөйләһәм – ышанмаясаҡ! Мәҫәлән, әгәр ҙә мин һеҙгә, украин кейемендәге ҡупшы Гөлназ мине эскәмйәгә бәйләп һалып ҡуйып, тәнемде бысаҡһыҙ-ниһеҙ тәүҙә буйынан-буйына ярҙы, шунан арҡырыһына һалып тураҡланы, килеп сыҡҡан шаҡмаҡтарҙы тәмләп ауыҙына оҙатты, һәм мин ошо мәлдә хәтәр ләззәт кисерҙем, тиһәм, ышаныр инегеҙме? Ана шул-шул... Үҙе тураһында хыялланырға ла ҡурҡытҡан Гөлназ саҡырыуһыҙ янға килеп, һутлы ғына ирендәре менән акварель буяу, тир тәме һеңгән ҡытыршы ирендәремде үпте. Онотолоп китеп, ойоҡто маңлайымаса күтәреп, ибәтәйһеҙ генә булһа ла бирсәткәле ҡулым менән уны иңбашынан ҡосаҡланым, ирен наҙына яуап ҡайтарҙым.
Спектакль, байрам, кешеләр әллә ҡайҙа ҡалды, ярым емерек ултырғыс орбитаһында беҙ икәүҙән башҡа бер кем, бер нәмә лә юҡ ине. Гөлназ ҡамыш осона ҡунған энәғараҡ кеүек тойолдо, киҫкен хәрәкәттәр яһап, яңылыш ҡурҡытып осороп ебәрмәҫкә ине үҙен! Тик ҡурҡҡаның килә бит ул – Гөлназ яйлап ҡына керпектәрен өҫкә ҡалҡытты. Һәм күҙҙәре кинәт ҙурайҙы, ҡурсаҡтыҡы һымаҡ түңәрәкләнде, ҡыҙ артҡа тартылды: – Һин? Һине танып торғандарында, юҡ, был мин түгел, был Мансур, тип әйтәйемме? Сараһыҙҙан: – Ыһы, – тинем. Әйтерһең дә, салынырға инселәнгән үгеҙҙән, һин әҙәмдәргә аш булыр өсөн үлергә әҙерһеңме, тип һорағандарында, ул, эйе, тигән кеүек булды. Гөлназ һикереп тороп, ишек яғына ынтылды, ҡаршыһына осраған Мансурға һуғылғанын да абайламаны шикелле.
Ғәйепле һәм… бәхетле йылмайып, дуҫымды ҡаршы алдым: – Мөмкин булғандың барыһын да эшләнем. – Ғәфү ит, оҙаҡлап киттем… Өс секунд эсендә кейемде алмаштырып кейеп, Мансур үҙ ролен башҡарып бөтөп ҡуйҙы. Аҙаҡ бал-маскарад дауам итте, спектаклдең уңышынан ҡанатланған пионервожатый өнһөҙ шайтандың етешһеҙлектәрен онотоп, өлкән синыф уҡыусылары менән бергә рәхәтләнеп күңел асты. Мин дә үҙ мөйөшөмдә ойоп рәхәтләндем – ләззәт орбитаһынан һис тә сыҡҡым килмәне. Һуңынан Гөлназ менән икебеҙ араһында булғанды хатта Мансурға ла әйтмәнем. Ауыҙымдан сыҡһа, серебеҙ сафлығын юғалтыр, бысрар, тип ҡурҡтым. Ирендәремде ай буйы ла йыумаҫҡа риза инем! Йоҡларға ятҡас, бармаҡтарым менән ирендәремә ҡағылдым: Гөлназ үпкәндән һуң улар кәмендә гәүһәргә йә баллы кәрәҙгә әйләнергә тейеш ине. … Оҙайлы ҡышҡы каникулдан һуң яңынан уҡыу башланды.
Биш ай күҙ асып йомғансы үтте. Аттестат алып, төрлөбөҙ-төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Беҙ Мансур менән механиза­тор­ҙар курсына яҙылдыҡ. Әйткәндәй, биш ай эсендә параллель синыфта уҡыған Гөлназ, исмаһам, бер тапҡыр миңә әйләнеп ҡараһасы! Күрһә лә, күрмәмешкә һалышып, тапай яҙып үтеп китер ине. Үҙемде буш урын, күләгә итеп тойһон өсөн барыһын да эшләне сая ҡыҙ. Әллә ҡыуанырға, әллә юҡ – Мансурға ла йән атыуын туҡтатты. Хәйер, Мансур быны һиҙмәне лә, сөнки каникул ваҡытында күрше ауылға туғандарына ҡунаҡҡа барып, бер ялбыр сәскә күҙе төшөп ҡайтты. Шул ҡыҙ көҙөн уны армияға оҙатып ҡалды. Ә мине киләһе йылға, яҙғы саҡырылышҡа ҡалдырҙылар. Ни тиһең, һигеҙ ай айырма.
Иңде-иңгә терәп йәшәп өйрәнгәс, Мансурһыҙ ҡыйын булып тора, күңел дә бер нигә, бер кемгә ятмай. Яңы йыл кисәһенә лә теләкһеҙ генә барҙым. Иң артҡа баҫып, уҡыусыларҙың тамашаһын ҡарап торғанда ҡолаҡ төбөндә генә бик яҡын, ҡәҙерле тауыш шыбырланы: – Нишләп һин шулай ул, ә? Минең энәғараҡ осоп ҡына китә күрмәһен! Башты борманым. Һис бер ни булмағандай тыныс яуапларға тырыштым: – Ҡалай? – тауышым бер ҙә ҡарлыҡмағайны ла һуң, ҡайҙан был түбән ғырылдаҡ өндәр? – Татлы… Гөлназдың донъялағы иң матур, иң һөйкөмлө, иң мөләйем, иң шәп ҡыҙ икәнен әйттемме әле ул? – Тағы шаҡ ҡатты… Үҙем беренсе һине үптем, инде хәҙер үҙем үк һине оҙата барайыммы? Бәлки, үҙемә үк ҡоҙалыҡ та ебәрергәлер? Ҡыҙҙар, валлаһи, кеше затынан түгел! Гөлназ да ауыҙынан ут бөрккән үтә һөйкөмлө аждаһамы икән әллә, ана бит ҡалай ҡолаҡты, муйынды өтөп алды тыны-ялҡыны…
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.(Мәҡәлә реаль тормоштан алынды)
Яңылыҡ авторы: Б. Ҡаһарманова
фото Т.роза
Читайте нас