Даирә
+20 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
26 Марта 2021, 09:29

Үҙгәрештәр беҙҙе һынай...

Тормош диңгеҙендә үҙеңде юғалтмау, уңышҡа өлгәшеү өсөн ниндәй ҡиммәттәргә таянырға кәрәк? Һеҙҙе

бөтә донъяла танылыу алған Тибет аҡһаҡалдарының, аҡыл эйәләренең ҡайһы бер кәңәштәре менән таныштырмаҡсыбыҙ, кемгәлер уларҙың был ҡатмарлы донъяла кәрәге тейеүе ихтимал.

Үҙгәрештәргә ҡаршылыҡ күрһәтмәгеҙ

Ҡытайҙарҙың был йәһәттән фәһемле әйтеме лә бар: “Бер кемгә лә үҙгәрештәр заманында йәшәргә яҙмаһын”. Донъя үҙ­гәрешһеҙ йәшәй алмай, ул һәр саҡ то­то­роҡло, ышаныслы буласаҡ, тип уйлап йыш яңылышабыҙ. Тәбиғәткә генә күҙ һа­лығыҙ, ай һайын, көн һайын ул нисек үҙ­гә­рә, яңыра, көн менән төн алмашына: си­ратлап ҡыш, яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәре килә...

Үткән быуаттарҙа кеше ашыҡмай, аҡрын ғына донъя көтһә, хәҙер тормош тиҙлеге бик юғары. Үҙгәрергә тырышмаған кешегә йәшәүе ауырлаша, йыш кәйефе төшөүе, рухы һыныуы ихтимал. Хәҙерге заман кешеһенә хас ҡиммәтле сифат – тормоштағы үҙгәрештәрҙе тойоу һәм был яңылыҡтарға яраҡлашыу һәләте. Һы­ғылмалы булырға өйрәнегеҙ, иң мөһиме, үҙгәрештәрҙең һәйбәткә булыуына ышанығыҙ!

Тәнҡит һеҙҙең дуҫ түгел
Үҙгәрештәргә әҙер түгелһегеҙ, күңелегеҙ менән бер яңылыҡты ла ҡабул итә алмайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ бөтә нәмәне инҡар итергә, уға ҡағылышы булған һәм булмаған бар кешене тәнҡитләргә кере­шәсәкһегеҙ. Ғөмүмән, бындай тәнҡит бик хәүефле. Бары эшлекле тәнҡит кенә фай­ҙалы. Беҙ кемделер әрләһәк, тәнҡитләһәк, үҙебеҙ ҙә ҡуҙғыу, асыу, үпкә тойғоларын кисерәсәкбеҙ. Был сәләмәтлек өсөн зыянлы.

Хаҡлы булыуығыҙҙы иҫбатларға тырышмағыҙ
Кем гел генә үҙенең хаҡлылығын хәлдән тайып иҫбатларға тырыша, ул үҙенә ышанмай тигән һүҙ. Барыһы ла бала саҡтан килә, ата-әсәһенең етди ҡарашын, ышанысын тоймай үҫкән сабый йыш ҡына өлкәнәйгәс тә үҙенә иғтибар йәлеп иттереү, башҡалар алдында мөһимлеген иҫбатлау өсөн тырыша. Был – файҙаһыҙ хеҙмәт, энергияны һура, сәләмәтлекте ҡаҡшата. Һәр кемдең үҙ фекере булыуын аңларға һәм ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк.

Кемгәлер оҡшарға тырышыуҙан ҡотолоғоҙ
Был ихтыяж да бала саҡ иленән. Кескәй сағында ата-әсәһенең һөйөүен татымаған, иғтибарын тоймаған кешегә өлкән йәштә лә үҙенең ниндәй яҡшы булыуын күрһәтергә тырышырға тура килә. Ул үҙен маҡтауҙы, дәртләндереүҙе өмөт итә. Кеше һәр саҡ барыһына ла ярарға, оҡшарға тырышһа, үҙенә зыян ғына килтерә. Үҙегеҙ булып ҡалығыҙ. Кемгәлер оҡшамайһығыҙ икән, был һеҙҙең өсөн мөһим түгел.

Зарланмағыҙ
Ни тиклем йышыраҡ зарла­наһығыҙ, тор­мошоғоҙҙа зар-интизар шул тиклем күберәк буласаҡ һәм киреһенсә. Һеҙ тирә-яғығыҙға ни тиклем рәхмәтлерәк һәм рәхимлерәк, шунса яҡшылыҡ һеҙгә тартыласаҡ, ти аҡыл эйәләре. Уңышһыҙлыҡтарҙа гел генә үҙегеҙҙе ғәйепләргә тырышмағыҙ, был тойғо сәләмәтлекте лә, мөнәсә­бәт­тәрҙе лә емерә. Барыһынан элек ул үҙегеҙгә ҡарата ышанысты ҡаҡшата. Ғәйебеңде тойоу ниндәйҙер хаталы аҙым яһағанда ғына файҙалы, тик был тойғонан ваҡытында арынырға кәрәк.

Үткәндәр менән йәшәмәгеҙ
Гел генә үткәнде уйлап, һағышҡа бирелеп йәшәгән кешенең бөгөнгөһө юҡ. Үткән тормош артта ҡалды бит инде, уны оноторға кәрәк. Бөгөн һәм хәҙер тыныс күңел менән йәшәй башлағыҙ. Тәҙрәгә күҙ һалығыҙ: тормош дауам итә, тәбиғәт көн дә үҙгәрә, бала-саға урамда йүгерешә... Донъя ниндәй матур!
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
фото Т.Роза
Читайте нас