Даирә
+17 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
23 Марта 2021, 09:22

БӘХЕТЕМДЕ ЮҒАЛТА ЯҘҘЫМ

Өс йыл элек ирем йәш ҡатынға әүрәп сығып китте. Мәктәп йәшендәге өс бала менән күҙ йәштәренә быуылып ултырып ҡалдым. Ҡулға бер эш тә бармағас, төрлө сәбәптәр табып эшкә сыҡманым. Унан һуң эштән китеүемде һоранылар. Әхирәттәрем менән осрашып, ҡайғымды “дауаланым”. Эскенән туҡтай алмағас, яңғыҙым эстем. Балалар ҡайғыһы китте. Урамда осраған асарбаҡтар менән дә ҡайғымды бүлешергә сирҡанманым. Аҡса бөткәс, иң алда өйҙәге ҡиммәтле әйберҙәрҙе һаттым, унан һуң кейемдәрҙе, иң түбәнгә төшкәнем–балаларҙың кәрәк-ярағын һатыу. Өйҙә ашарға булмағас, бер нисә тапҡыр

балаларым магазиндан аҙыҡ урлап тотолдо. Әлбиттә, ҡаланың балиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы быға иғтибарһыҙ ҡалманы. Беҙҙең ғаиләне социаль хәүефле хәлдәге ғаилә булараҡ, иҫәпкә ҡуйҙы. Былар минең өсөн бер нәмә лә аңлатманы. Айныһам, фатирға коммуналь хеҙмәттәргә йыйылған бурысты, ас балаларҙың мыжыуын күрәм дә тағы шешә артынан йүгерәм. Асарбаҡтарҙы йәлләп, өйгә индерәм, кәйеф-сафа ҡорһаҡ, эсем бушап ҡалғандай була. Был һаҙлыҡтан бөтөнләй сыға алмаясағымды күреп, үҙемде араҡы менән тынысландырҙым.
Бөгөн “Ғаилә” хеҙмәтенә ҙур рәхмәтемде әйткем килә. Белгестәр минең менән туранан-тура ултырып һөйләште, мин үҙемде ҡатын-ҡыҙ, ғөмүмән, кеше булараҡ тойҙом, аяҡҡа баҫырға, балаларҙы тәрбиәләргә вәғәҙә бирҙем һәм һүҙемдә торҙом. Улар ярҙамында эшкә урынлаштым. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре фатирға булған бурысымды ваҡытлыса кисектереп торорға коммуналь хеҙмәттәр менән килешеү төҙөргә ярҙам итте. Тап ошо ваҡытта кешелеккә, киләсәккә ышанысым артты. Үҙәк белгестәре балаларымды бағыу мөмкинлеге бүләк итте.
Бер аҙ ваҡыттан фатирҙы рәткә килтерҙек. Балалар ҙа мөмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙа. Башҡаса урлашманылар, дәрестәрен ҡалдырмаҫҡа тырышалар, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса түңәрәктәргә яҙылдылар.
Сер итеп кенә әйтәм: тормош юлымда бик һәйбәт кешене осраттым. Ул төрлө яҡлап беҙгә ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙарға әйтер һүҙем шул. донъяла төрлө хәлдәр була, бирешмәгеҙ! Һеҙ яңғыҙ түгел, төрлө ҡалаларҙа эшләп килгән социаль хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итергә тартынмағыҙ. Ундағы белгестәр бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырмай.
Альфира Узянбаева
Атайсал гәзите сайтынан алынды
фото Т.Роза
Читайте нас