Даирә
+3 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
18 Марта 2021, 10:56

Сухомлинский илар ине

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡыған саҡта яҡташым, педагогия фәндәре кандидаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан бик тә уҡымышлы гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина апай беҙгә, студенттарға, шундай һорау бирҙе: мәктәптә беренсе урында нимә торорға тейеш: белемме, әллә тәрбиәме? Беҙ, белем, тинек. Ул ни өсөн беренсе урында тәрбиә торорға тейешлеген бик аңлайышлы итеп төшөндөрҙө. Ә тәрбиә нимәнән башлана, тип һораны. Төрлөбөҙ төрлөсә яуап бирҙек. Хеҙмәт тәрбиәһе төп урында торорға тейеш, тине ул.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәға­риф өлкәһендә хеҙмәт тәрбиәһе артҡы план­ға күсеп кенә ҡалманы, уға ҡарата ту­ранан-тура һөжүм башланды. Хәҙер мәк­тәп уҡыусыларына класс иҙәнен йыуырға ярамай, таҡта һөртөргә ярамай, мәктәп яны баҡсаһында эшләргә ярамай һ.б. Шу­лай итеп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, ауыҙҙ­арына әҙерҙе һалған, өҫтәренә яңынан-яңы ке­йемдәр алып кейҙергән ялҡау, әрәмтамаҡ балалар үҫтерҙек. Ҡул­дарынан ҡыйбатлы телефондар төшмәй. Көндәр буйына шуға ҡаҙалып ул­ты­ра­лар. Бәғзеләре вуз бөтәләр ҙә ни эшләргә теләмәйҙәр, ни эш таба ал­майҙар. Ата-әсә елкәһен кимереп ятыу­сылары ла етерлек. Юғары белем тура­һын­дағы ҡатырға ғына һине уңған, егәрле яһай алмай икән шул. Советтар Со­зының иң арҙаҡлы педагогы, "Йө­рә­гемде балаларға бирәм", "Граж­да­н­дың тыуыуы" китапта­ры­ның авторы, хеҙмәт тәрбиәһе биреү буйынса файҙалы пе­да­гогик хеҙмәттәр яҙған Ва­си­лий Алек­сандрович Сухом­линский был хәл­дәрҙе күрһә, башын тотоп ултырып илар ине. Йөрәге түҙмәй, шартлар ине. Кем­­дәрҙе үҫтерәбеҙ беҙ? Был бит ғаилә ки­ләсәгенә генә түгел, милләт киләсәгенә, дәү­лә­те­беҙ имен­легенә янаған бик ҙур ҡур­ҡыныс.
Ошо турала һеҙ ни уйлайһығыҙ?
Тәлғәт Шаһманов.
фото kykolnik.lj.ru
Читайте нас