Даирә
+29 °С
Ясно
Аңлағанға – ишара
18 Марта 2021, 11:01

Балаларҙы тәрбиәләү

Мәүлиҙә Тажетдинова, Иҫке Шәрәй ауылы, уҡытыусы:- Йыш ҡына атай-әсәйҙәрҙең улыбыҙ йәиһә ҡыҙыбыҙҙы тыңлатып булмай, тигәндәрен ишетергә тура килә.

Нисек инде үҙ балаңды тыңлата алмайһың?
Мин һеҙгә үҙемдең бер күҙәтеүем ха­ҡында яҙып китмәксемен. Былтыр беҙҙең мал аҙбарына ҡарлуғастар эйәләште, хат­та сығып торған бер бүрәнә өҫтөнә оя ла яһағандар. Тәүҙә уның оя икәнен бел­мә­йенсә ҡараһаҡ, унда өс йомортҡа ята икән. Ҡарлуғастар алмашлап ул­тырып өс бала сығарҙылар. Аҙбарға яҡы­ная башл­а­ғанда, ҡош бала­ларының тауышы сыға, ә эскә инһәң, оло ҡарлуғастар осоп сығып китә. Ә үҙҙәре шунда уҡ балаларына бер генә тауыш бирәләр, ҡарлуғастар шунда уҡ шым була. Быларҙы әллә ҡарғалар алып киттеме икән тип ҡараһаң, улар оя­ларында була. Тимәк, ҡарлуғас бала­ла­ры­на хәүеф барлығы хаҡында иҫ­кәртеү өсөн ата-әсәләренең бер тапҡыр тауыш биреүе етә һәм улар шым була.
Ояларын ташлап китер алдынан ҡар­луғастар бишәүләп аҙбар тирәһендә өйө­рөлдө. Улар киткәс, нисектер моңһоу бу­лып ҡалды. Ваҡыт­лыса ғына яҙын ҡай­тып, көҙөн йылы яҡҡа киткән ҡоштар ба­лаларын бына нисек тыңларға өйрәтә икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ә беҙ, кешеләр, ба­лаларыбыҙ тыңламай, тип зарланабыҙ. Тимәк, ни­мә­нелер биреп, аңлатып еткермәйбеҙ.
Минең уйымса, ғаиләлә бала менән ата-әсә араһында дөрөҫ аралашыуҙың яйға һалыныуы мөһим. Ата-әсә менән бала араһында һөйөүгә ҡоролған мөнә­сәбәттәр булһа ла, талапсанлыҡ та үҙ урынында булырға тейеш. Мәҫәлән, элек беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ көндәр буйына эштә йөрөһәләр ҙә, һүҙ ара­һында фә­һем­ле кәңәштәрен бирергә лә, беҙ йоҡлаған арала иркәләргә лә өлгөр­гәндәр. Улар­ҙың икмәк валсығын төшөрмәгеҙ, Алла башығыҙға һуғыр, аяҡтарығыҙҙы һелкет­мәгеҙ - ен балаһын бәүелтәһегеҙ, ауыҙы­ғыҙҙы асып иҫнәмәгеҙ, йоҡлағанда яулыҡ ябынып ятығыҙ тигәндәре һәм башҡа нәсихәттәре беҙҙе бала саҡтан тәртипкә өйрәтеп үҫтергән. Быларҙың барыһы ла башҡа һеңеп ҡалған.
Ә хәҙер дөрөҫөн әйткәндә, кешеләр үҙгәрҙе, балаларға ваҡыт, тейешенсә иғтибар бүлеп еткермәйҙәр. Ҡайһы бер йәштәр, ҡамасаулама, китеп тор, тип балаларын үҙҙәренән ситләтәләр. Үҫеп килеүсе шәхескә иғтибар, уның күңе­лен аңлау кәрәк. Атай-әсәй үҙҙәре лә телефон тотоп ултырғас, балаға нимә ҡала? Балаға киҫкен, ҡаты итеп әйтеү һис дөрөҫ түгел.
Ейән-ейәнсәрҙәремә килгәндә, мин уларҙы әкиәт, уйын төрөндә өйрәтеп ҡалырға тырышам. Ашамайынса улты­ра икән, уйлап сығарып булһа ла әкиәт һөйләйем. “Бер аш ашарға яратмаған малайҙы Аллаһы Тәғәлә турғайға әйлән­дергән икән. Ул турғай булып, баҫыуҙа бойҙай ашап йөрөгән”, - тип һөй­лә­гән­дәрем ейәнемә тәьҫир итмәй ҡалманы.
Тимәк, был һорау өҫтөндә уйла­нырға урын бар.
Гөлсәсәк АЛАСОВА яҙып алды.
Читайте нас