Даирә
+21 °С
Облачно
Аңлағанға – ишара
12 Марта 2021, 09:37

Балланғандыр баландар... (Булған хәл)

Таңдан тороп өйрәнгән Шәмсинур тәҙрә аша тышты күҙәтә. Ҡояш сыҡҡан, үләндәге ысыҡ тамсылары мәрйен кеүек йылтырай. Алмағастар ҙа сәскәһен ҡойҙо, балан ҡыуаҡтары ғына аҡҡа төрөнөп ултыра.

Ваҡыт үтеп кенә тора. Шәмсинур әле ҡасан ғына боҙбармаҡтарға ҡарап ултырғай­ны, хәҙер бына йәйгә аяҡ баҫып торалар. Уның баҡсаһындағы баландар ҙа шау сәскәләлер инде ... Их, ауылын үлеп һағынды ул. Баҡсаһындағы емеш ҡыуаҡтары ғына түгел, урам буйҙарындағы кесерткәндәр ҙә төшөнә керә уның. Ауылда булһа, әле бына торғас та баҡсаһында таң йырын тыңлап йөрөр йә үҙе кеүек иртә менән уянған тауыҡтарына ем бирер ине. Унан өйгә инеп сәй ҡайнатып эсер, тәҙрә төбөн биҙәп, шау сәскәгә күмелеп ултырған ярандарына, тамсыгөлдәренә һыу һибер ине. Унан инде һуңғы бер нисә йылда үҙенә иптәш булып йәшәгән кәзәләрен һауып мәж килеү үҙе бер күңел йыуанысы була торғайны. Ә бында күңелен баҫырлыҡ бер ниндәй шөғөл юҡ. Үҙ донъяһында ла бөтөрөлөп йөрөгән уңған ҡатын булды Шәмсинур, шуға ла ҡарттар йор­тон үҙһенә алмай йонсой. Йомош-юлға сығып йөрөүен иҫәпкә алмағанда, ауылынан оҙаҡҡа айырылып торғаны ла булманы бит уның.

– Их, ауылҡайым, ҡайтып күрергә яҙыр­мы икән үҙеңде?.. – Уйҙарының ошо ерен ул ҡысҡырып әйтеп ебәрҙе.

– Әү, нимә тиһең?..

Уянып карауатында сәс-башын, яулығын ипләштереп ултырған бүлмәләше уға текәл­де. Ҡолаҡҡа ҡаты булғас, гел шулай “Нимә тинең әле?” ти ҙә ултыра. Шәмсинур уға ҡарап, “һиңә әйтмәнем” тигәнде аңлатып, башын сайҡаны.

Йыйнаҡ ҡына бүлмәлә улар икәү йәшәй. Өсәүҙәр ине, уларҙан олораҡ ҡарсыҡ бер нисә ай элек үлеп китте. Мәрхүмдәрҙе элек йәшәгән урындарына алып китеп, ауыл советы хәстәрлеге менән ерләйҙәр. Шәмсинур­ҙың да һуңғы, ғазраилға йәнен тапшырыр көнө килеп инде.

Иртәнге аш мәле лә етеп килә. Унан әҙе­рәк саф һауала ултырып кергән булдылар. Унан төшкө ашҡа саҡырҙылар. Шәмсинурҙың һәм уның менән ҡарттар йортонда ғүмер иткән тағы ла 26 кешенең көндәре шулай бер төрлө үтә.

– Хәйерле иртә, апайҙар, ҡан баҫымы­ғыҙҙы үлсәп алайык әле. – Бүлмәләренә алсаҡ йылмайып фельдшер Зилиә килеп керҙе.

– Нисек йоҡланығыҙ, Шәмсинур апай? Ҡана, һеҙҙән башлайым.

– Рәхмәт, зарланырлыҡ түгел. Ҡояш кеүек балҡып йөрөйһөң, ҡыҙым. Эштән туҡтаһаң, һағынырмын әле үҙеңде. Урыныңа һинең кеүек һәйбәт кеше килһә ярар ине. – Зилиә йылмайҙы ғына.

Ул икенсе бәпәй көтә, декрет ялына йыйына. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, йомшаҡ һүҙ­ле йәш ҡатын ҡарттарҙың хәл-торошон тикшереп кенә тора. Дөрөҫөн әйткәндә, Шәмсинурҙың ихлас аралашҡан берҙән-бер кешеһе ул, сөнки ул үҙенә бикләнеберәк йәшәй, бер кем менән дә аралашырға теләге юҡ. Әйтерһең, ошо йортҡа эләгеүенә бындағылар ғәйепле.

Ҡарттар йортона ҡунаҡтар ҙа килеп тора. Яңыраҡ район гәзитенән килделәр. Фотохә­бәрсе кәртешкәгә төшөрөргә иткәйне, ризалашманы Шәмсинур. Ҡуйсы, ауылдаштары йәлләп ҡарар, кемдер, бәлки, үсәр ҙә. Бер ваҡытта ла йәлләткес итеп йәшәмәне бит ул. Хәбәрсе тигәндәре: “Бында һеҙ ҡасандан бирле, ниндәй яҙмыштар менән?” – тип ныҡып-ныҡышты. Шәмсинур бында үҙ теләге менән килгәндер шул, шуға өндәшер-өндәшмәҫ кенә ултырҙы.

Аҙна тирәһе үткәс, гәзиттә ҡарттар йорто тураһында яҙып сыҡтылар. Хәбәрсе ҡыҙыҡай тупһыҙ ғына һорауҙар биреп аптыратып ултырһа ла, мәҡәлә уйландырырлыҡ итеп, оҫта яҙылғайны.

Ҡарттар йорто тупһаһында төрлө яҙмышлы кешеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары иҫән-һау булып та, яҙмыш ҡосағына ташланғандары бар. Берәүҙәр яңғыҙ һәм үҙаллы йәшәүгә яраҡһыҙ, кемдер йәшәү урынһыҙ ҡалған. Ҡайһылары үҙҙәре лә ғәйеплелер, сөнки бында эләгеүҙәренә хәмер менән дуҫлыҡ сәбәпсе булған. Ошо юлдарҙы тетрәнеп, ҡат-ҡат уҡыны Шәмсинур. Үҙенә төбәп әйтелгән кеүек күрҙе. Юҡ, иҫерткес эсемлектәрҙе ғүмерендә ауыҙына алманы ул. Ә бына хәмер тигәндән... Заманында ул байлыҡ туплау маҡсатында көмөшкә ҡыуып һатты. Етеш тормошта йәшәһәләр ҙә, булған һайын булдырғыһы килде. Киҫәтеүҙәрҙе ишетмәне лә, аҡса эшләне генә. Күрәсәгем шул булғандыр, тип яҙмышҡа япһарған була, ысынлап та, берәүгә лә кәрәкмәй, ҡаҙна йортонда ғүмер иткән ерен һағынып зарығы­уында үҙе ғәйепле түгелме?

Эскеселәрҙең ғаиләләре аҙ ыҙаланымы ни? Кеше рәнйетеп йыйған мал ниңә кәрәк булды икән? Етештереп-һатыусыһы әҙ булһа, эсеүсеһе лә әҙерәк булыр ине, тигәйнеләр уға бер мәл. Мәҡәлә уның тыныслығын алды. Хатта төн­дәрен йоҡлай алмай уйланып, борғоланып сыҡты.

Гөрләп торған донъяһы, күркәм ҙур йорто бар ине Шәмсинурҙың – янды, етеш донъянан көл-күмер генә ҡалды. Төнгә ҡарай йылытҡыс ҡуйып ятҡайны, ойоп, йоҡлап киткән. Бер-береһенә терәтеп һалынған бәләкәй өй, мунса, һарай – бер нәмә лә ҡалманы. Февраль айының елле-буранлы бер таңы уны бар мөлкәтенән яҙҙырҙы, улай ғына ла түгел, ғүмер иткән төйәгенән айырҙы. Ярай әле күршеләре, уяу булып, үҙен ҡотҡарып ҡалды. Район дауаханаһында ике ай тирәһе ятып сыҡты. Ауыл советынан янына килеп йөрөнөләр. Апрель аҙаҡтарында дауахананан сығарҙылар. Өй урыны ауыл биләмәһе етәкселәре хәстәрлеге менән таҙартылғайны. Шәмсинур оҙаҡ итеп буш донъяһына, баҡсалағы ағас-емеш ҡыуаҡтарына ҡарап торҙо. Тиҙҙән улар хуш еҫ таратып сәскә атыр, баландары алланыр, шунан балланырҙар инде. Әбейҙе күҙ йәштәре быуҙы. Бәлки, һуңғы күреүелер...

– Туғандарығыҙға барып йәшәп тораһығыҙмы әллә? – Эштәргә идара итеүсе ҡатын шулай тигән булды.
Ауылда бер генә ғаиләлә туғандары булып, улар менән бер ҙә генә аралашмағанын ул ҡатын да, ауыл биләмәһе башлығы ла белә ине. Бәләкәй ауылда барыһы ла күренеп тора шул. Уңған, әммә һауалы, уҫал тигән даны бар Шәмсинурҙың, холҡо шәкәрҙән түгел. Ауыл биләмәһе башлығы ҡарттар йорто тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, ризалашты. Башҡа сараһы юҡ ине. Ауыл етәкселәре тәүге мәлдә хәлен белешеп торҙо, бәләкәйерәк булһа ла, өй һалыу мәсьәләһендә ярҙам итербеҙ, тинеләр. Матур итеп донъя көткән оло йәштәге ҡатынды улар йәлләй ине.

– Юҡ, ҡустым, әйтеүеңә рәхмәт. Минән башҡа ла эшегеҙ бөтмәгән. Булыры булған инде. Яңғыҙмын, йәш тә бара, күпме йәшәргә ҡалғандыр. Ҡулым да ауырта, элеккесә донъя көтә алмамдыр. Шуға ла иң ҡулайы ошо йорт инде, тип ярҙамдан баш тартты. Башҡаса уның эргәһенә килеүсе булманы, ауыл биләмәһе башлығын алмаштырғандар, тип ишетте. Күҙ буяуҙың йәмен тапмаған, эшләй торған кеше ине, ярамһаҡ түгел, юғарылағыларға ярай алмағандыр.

Бына шулай, Шәмсинурҙың тормошонда ҙур үҙгәреш булып, яҙмышы икенсе боролош алды. Тәүҙәрәк ят урында йоҡоһо йоҡо түгел, саҡ таң аттыра торғайны. Ниңә шунда үлеп кенә ҡуйманым, кемгә кәрәгем бар, тип һыҡтаған мәлдәре лә йыш булды. Шулай ҙа ҡырыҫ тормошҡа өйрәнә башланы, яҙмышына күнде. Бер үҙенә күп кәрәкмәй, шуға ла пенсияһынан йыйып барған аҡсаһы байтаҡ ҡына ине. Өйөндә тотҡас ни – янды.

Үлеп-фәлән китһәм, тәрбиәләп күмерһегеҙ, тип күрше килен Фәйрүзәне саҡырып индереп әйтермен тип йөрөй ине – өлгөрмәне. Ә донъяһын оло улының улына – ейәне Иреккә инселәгәйне. Уныһын да яҙҙыра алмай ҡалды. Эйе, Шәмсинурҙың бер генә бөртөк ейәне бар, тик үҙен дүрт йәшенән бирле күргәне юҡ. Үҙенең тиҫкәре холҡо арҡаһында. Хәйер, ул баланы йәлләү, уға ҡарата һағыныу хисе лә йөрөтмәне күңелендә. Хатта ҡайһы тарафтарҙа, нисек йәшәүҙәре менән дә ҡыҙыҡһынманы. Тик нисек кенә булмаһын, донъяһын ситтәргә түгел, үҙ ейәненә ҡалдырырға ҡарар иткәйне.

Ҡарттар ҡараулы, өҫ-баштары таҙа, тамаҡтары туҡ булһа ла, ҡаҙна йорто үҙ донъяң түгел инде. Алдыңда тәмле аш ултыра, ә уның шул тиклем мейестә тәгәрәткән мундирлы бәрәңге ашағыһы килеп китә. Ҡул ҡаушырып тик ултырыуҙан да ялҡа.

Көндәр шулай үтә торҙо. Йәйге йылы, йәмле көндәр етте. Рәхәтләнеп саф һауала йөрөйҙәр. Шәмсинур ҙа ҡайһы ваҡыт ауыртмаған ҡулы менән хеҙмәткәрҙәргә түтәл уташа. Улар быйыл да учреждение баҡсаһына күп итеп йәшелсә, сәскәләр ултыртҡайны. Кисә түтәлдәр араһында йөрөгәнгәме икән, бөгәсә ана, үҙенең өй алды баҡсаһында сәскәләр араһында йөрөйөм, имеш, тип төш күреп уянды. Ул ғына ла түгел, бынан 23 йыл элек вафат булған оло улы Вәрис инде төшөнә.

Ҡарты Вәсит, кесе улы һирәкләп кергеләһә лә, оло улын инде байтаҡтан төшөндә күргәне юҡ ине Шәмсинурҙың.
– Әсәй, бына киленең һиңә күлдәк тегеп ебәрҙе, – тип шау сәскәле күлдәк тотоп тора, имеш, тип күреп ята. Хәйерлегә булһын. Хәйер ҙә һорайҙыр инде. Үҙ өйөндә булһа, рухтарына бағышлатып, Ҡөрьән уҡытып алыр ине.

...Ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙҙары булып иркә үҫкән, тормошҡа сыҡҡас та бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәй йәшәгән Шәмсинур бик бәхетле ине. Тик яҙмыш һәр кемде үҙенсә һынай, күрәһең. Ул ана, юғалтыуҙар кисереп, олоғайған көнөндә яңғыҙ ҡалып, ете яттар араһында, ҡаҙна йортонда йәшәргә мәжбүр.

Һәр ваҡыт үҙ ҡарашы, үҙ фекере менән генә йәшәргә тырышты бит ул. Иң яҡшы донъя, иң матур йорт уныҡы булырға тейеш. Уның һүҙе генә һүҙ булһын, янында ул яҡын күргән кешеләр генә йөрөһөн һәм башҡалар. Кейәүгә сыҡҡас та сәмләнеп йәшәне, мөлкәт йыйҙы. Район үҙәгендә һатыусылыҡҡа уҡып ҡайтып, сельпо магазинында эшләне. Үҙе лә уңған булды, ире лә йүнсел ине. Бер-бер артлы тыуған улдары ла эш рәтен белеп үҫтеләр. Ире сит райондан, был яҡтарға ветфельдшер булып эшкә ебәрелеп, Шәмсинурға өйләнгәс, ошонда төпләнеп ҡалдылар. Олоғайып килгән ата-әсәһен дә ауылында ташлап киткеһе килмәне ҡыҙҙың. Иренең тыуған яҡтарына һирәк, ҡунаҡ-маҙарға ғына барғыланылар, әллә ни ҙә бер ҡәйнәһе, туғандары килеп ҡайтыр ине.

Кешеләрҙе “хәлле-хәлһеҙгә”, үҙе әйтмешләй “йүнле-йүнһеҙгә” айырып ҡарап өйрәнгәйне Шәмсинур. Әсәһенең бер туғаны, үҙенән ун йәшкә генә өлкән Маһира апаһын да тора-бара кешегә һанамай, ашына ғына түгел, эшенә лә саҡырмай башланы, сөнки апаһы эскесе ире менән ыҙалап йәшәй, көнкүрештәре насар ғына. Уның өс ҡыҙҙан һуң тыуған улы Булат, малайҙары янына уйнарға килһә, ҡыуыр ҙа ҡайтарыр ине.

Магазиндан әйбер алыуҙың талон заманы, һатыусылар Аллаға тиң ваҡыт. Шәмсинур ҙа, үҙ баһаһын белеп, түрә-ҡара менән генә аралашты. Бер көн ҡаршыһына осрағанда Маһира апаһы менән теләр-теләмәҫ кенә һаулыҡ һорашып уҙып киткәйне, уныһы артынан ҡысҡырып ҡалды:
– Бала сағыңда һөйкөмлө инең, беҙҙән ҡайтмай торғайның да бит. Хәҙер “апай, һаумы” тип тә әйткең килмәй. Башыңа төшһә, бағанаға ла сәләм бирерҙәй булырһың...

Ҡарттар йорто тормошо үҙ ағышы менән барҙы. Фельдшер Зилиә урынына йәш кенә ҡыҙ эшкә килде. Тәү күргәндә үк был ҡыҙ кемделер хәтерләткән кеүек булды Шәмсинурға. Бигерәк һөйкөмлө үҙе, йылмайғанда бит остары уйылып китә.

– Ҡыҙым, ҡайһы яҡтан һин? – тип һораны бер көн Шәмсинур унан.

– Стәрлетамаҡтан, был ҡалаға ҡайты­уыбыҙға күп тә түгел әле. Себер яҡтарында үҫтем мин. – Бер аҙ тынып торғас, ҡыҙыҡай шулай тип өҫтәп ҡуйҙы һәм ҡаршыһында ултырған оло кешегә күтәрелеп ҡараны. Йә, Хоҙай! Шәмсинур терт итеп ҡалды. Килене Зәримәнең ҡарашы! Бит остары уйылып китеүе лә, ҡарашы ла онотолмаған икән.

Шәмсинур бүлмәһенә кереп, урынына ятты. Күҙ алдына Зәримә килеп баҫты. Вәрис үлгәндә йәш кенә ҡалған килене икенсегә тормошҡа сығып, ҡыҙ тапҡандыр. Ысынлап та уның ҡыҙымы икән? Шулайҙыр, оҡшаған. Ҡайҙалыр Себер яҡтарына сығып китте, тинеләр шул. Вәристең улы ҡайҙа икән? Ғүмерендә беренсе тапҡыр тигәндәй Шәмсинурҙың күңелендә ейәненең яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу уянды.

Нижневартовск ҡалаһы.
(Дауамы бар).
Автор: Гөлсиә КӘРИМОВА
Читайте нас