...Сәриә менән Рәшит матур итеп дуҫлашып йөрөп өйләнеште. Икеһе лә совхозда ең һыҙғанып эшләй, тәүҙә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, унан инде йорт һалып инделәр. Машина алдылар, гөрләтеп баҡса үҫтерҙеләр, мал-тыуар аҫранылар.
Тормоштарының йәме лә, мәғәнәһе лә булған улдары Ринат менән ҡыҙҙары Сәлимә лә матур итеп үҫеп етте.
Әммә бәлә көтмәгәндә килде. Төнгө клубта ҡыҙмаса булып алған йәштәр, үҙ-ара эләгешеп китеп, эш бысаҡҡа барып етә һәм ошо ҡаңғырыҡта Ринат үлемесле яра ала. Дауаханала йән бирә 21 йәшлек һомғол буйлы егет.
Рәшит, ир кеше булараҡ, бирешмәҫкә тырышты, хәсрәтен эш менән баҫты. Ә бына Сәриә балаһын юғалтыу ҡайғыһынан бөгөлөп төштө. Бер эшкә ҡулы ла барманы, күңеле лә ятманы. Көн дә ашарға йүнәтеү, кәртә тулы мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ҡарау, баҡсаны утау кеүек эштәрҙе шулай тейеш булған өсөн генә башҡарҙы Сәриә. Ятһа ла, торһа ла, уйҙары тик улы хаҡында булды.
Бер мәл шаталағыраҡ холоҡло күршеһе хәл белергә килеп инде. Хәбәрҙе уйламайыраҡ һөйләй торған холҡо бар уның. Һөйләшеп ултыра торғас: “Теге көн урамда күрше Хәмиҙәне күргәйнем. Һинең хаҡта һүҙ сыҡҡас: “Шул кәрәк Сәриәгә! Әллә кем булып йөрөй торғайны, яҡшы булды. Ана хәҙер ҡайғыһынан кеше ҡарамаҫлыҡ булып ҡалған”, тейсе. Аптыраным. Эй кеше сәйер була ла инде...” – тип һүҙ сурытты.
Был хәбәр ҡайғыһынан ҡара янып йөрөгән Сәриәне һеңгәҙәтә һуҡҡандай ҙа, ҡапыл айнытып ебәргәндәй ҙә булды. Кеше ҡайғыһына шатланған әҙәмдәр ҙә бар икән Ер йөҙөндә... Күршеһе сыҡҡас, көҙгө алдына барып баҫты. Уға элек килешле генә итеп киҫтерелгән сәстәре ялбырап үҫкән, күҙҙәре ҡарайып эскә батҡан, ҡаштары күптән эҫкәк барлығын онотҡан, өс-дүрт ай эсендә йөҙө һурылып, иңдәре ҡайғынан баҫылған ҡатын ҡарай ине.
Иң тәүҙә ҡулына эҫкәк алып, ҡаштарын рәтләне. Таныш парикмахерына шылтыратып, иртәгәһе көнгә прическа яһатырға яҙылды. Сәсен матур итеп киҫтереп сыҡҡас, сауҙа үҙәгенә инеп, килешле генә күлдәк һатып алды. Һатыусынан ярлығын ҡырҡып алыуҙы һорап, яңы күлдәгендә килеш ҡайтырға юлланды. Әйҙә, көнсөл күршеһе күреп, эсе янһын әле...
Ҡайтҡас, наят итеп өйөн йыйыштырып, ишек алдында һулый башлаған сәскәләрен тәрбиәләне. Баш ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙы ҡайтыуға тип мейесенә бәлеш ҡуйҙы. Йортҡа яңынан йәм ҡайтҡандай булды.
Бына шулай, һүҙ менән кешене үлтереп тә, терелтеп тә була, тип дөрөҫ әйткәндәрҙер. “Мине күрә алмай шундай һүҙ әйткән күршемә рәхмәтлемен. Әлдә шул ваҡытта шулайтып әйткән. Ул үҙе лә белмәйенсә, миндә йәшәүгә сәм уятты”, – ти Сәриә.
Фото: genesiscounselingcenter.com