Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
7 Март 2021, 19:01

ЭХ, ҠЫҘҘАР... Миләүшә Ғәйфуллина

(Юмореска)Шәп егет эләктерергә һуңғы саралар күрелеп, өмөттәр өҙөлөп, депрессияға сумып йөрөгән көндәремдең береһендә телефоным шылтыраны.- Һаумыһығыҙ, Ынйы апай! Һеҙҙе йәш композитор, Йәмил Байрәхмәтов атлы егет борсой. Илаһи, матур көй яҙҙым, шуны шиғыр юлдарына һалып, йыр ижад итергә ине.- Бик мәслихәт! Әгәр минең генә ризалығым кәрәк булһа, мин риза, яҙығыҙ! – тим, көлөп.- Ынйы апай, мин шиғыр яҙмайым, ә бына һеҙҙе бик шәп шағирә, йырҙарға текстар яҙыу оҫтаһы тип маҡтап тәҡдим иткәндәр ине, - тине Йәмил.- Ҡыҙыҡ, бәлки мине тәҡдим иткән кешенең исемен дә әйтерһегеҙ!- Фәүзиә. Тик һеҙ уны белмәйһегеҙҙер, ул шулай тигән ине.Мин эстән генә, - ни эшләп белмәйем, ул бит минең иң яҡын әхирәтем дәһә, тим.Йәмил:- Апай, әйҙәгеҙ, ҡайҙа осрашабыҙ, мин һеҙгә буласаҡ йырҙың көйөн ишеттерергә теләйем, - тип уйҙарымды бүлде.

- Телефоныңды ҡалдыр, ваҡытыма ҡарап шылтыратырмын, - тинем.
Йәмил менән һөйләшеп бөткәс, Фәүзиәгә шылтыратам:
- Алло, һин нимә, әхирәт, мине шағирә яһаның? Ғүмеремдә бер юл шиғыр яҙып ҡарағаным юҡ, - тип тегенең тетмәһен тетә генә башлағайным, Фәүзиә бүлдерҙе.
- Ҡысҡырыуыңдан туҡта, әтеү трубканы һалып ҡуям. Тапҡанһың ҡайғы, яҙмаһаң яҙырһың, уның бер нәмәһе лә юҡ. Ҡарале һин уны, мин уға изге ниәт менән, ә ул! – тип теге үҙемде туҙҙырып ташланы.
- Ана, Сафуан ағайҙың любой шиғырын ал да, уңдан һулға күсер ҙә яҙ. Хәҙер күптәр шулай итә. Шайтаның да аңламаҫ. Думаешь, Йәмил ул көйҙө үҙе яҙған? Наверняка юҡ... Но зато ниндәй егет! Торғаны арыҫлан. Ҡылдарын тартып ҡара, ул һиңә оҡшарға тейеш.
- Апай, ти ҙә һуң, уға нисә йәш?
- Бүләк иткән айғырҙың тешенә ҡарамайҙар. Уға нисә йәштер, белмәйем, ә һиңә - ун һигеҙ. Ярай, әхирәт, пока. Кемдер икенсе линиянан шылтырата, - тип трубкаһын һалып ҡуйҙы.
Бына һиңә, уйламаған да, көтмәгән дә, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. На всякий случай, өйҙә ятҡан шиғыр китаптарын ҡараштырып сыҡтым. Фәүзиә әйтмешләй, уңдан һулға уҡып ҡарайым – сыҡмай, ҡайһылары сыҡҡандай ҙа... Шунан көҙгө ҡаршыһына баҫып, үҙемә күҙ һалам. Ун һигеҙ! Ул ун һигеҙҙең ҡасан тулғанында онотҡанмын инде мин. Сәс тулҡындарын тегеләй, былай һалып, көҙгө ҡаршыһында байтаҡ ҡына баҫып торғандан һуң, битемә туҡландыра торған маска һалырға булып киттем.

Сәсемде түбәмә төйнәп, башыма яулыҡ сөйөп алдым да, үҙем белгән иң ябай масканы битемә, муйыныма һыланым. Йыуынып алғас, бит алмаларым алланып, йөҙөм сафланып, балҡып, хатта үҙ-үҙемде танымай ҙа торам.
Иртәгәһен йәнә эшкә. Көндәлек ығы-зығы менән Йәмил тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Эштән ҡайтып, аяҡтарымды юғары күтәреп, ял итеп ятһам, телефон шылтырай.
-Алло, - мәйтәм, - кемгә нимә кәрәк?
-Ынйы апай, был мин, Йәмил инем бит әле. Һеҙ минең турала оноттоғоҙ шикелле.
-Юҡ, - тигән булам. –Дөрөҫөн генә әйткәндә, шылтыратырға ҡыймай йөрөй инем. Ғәфү ит, туғаным, ваҡытым булманы тип алданым.
-Әйҙә, иртәгә кискә үҙең кил, - тип, тегегә адресымды әйтеп яҙҙырҙым.
Нисек кенә үткәреп ебәрермен икән был кисте? – тип, эштән ашыҡмай ғына ҡайтып килһәм, Йәмил, яңы тыуған ай кеүек йылмайып, подъездым алдында баҫып тора...
-Һеҙгә “апай” тип әйтергә тел әйләнмәй. Йәп-йәшһегеҙ, һылыуһығыҙ – тип комплимент әйтеп, ҡулымдан үпте.
-Рәхмәт, йылы һүҙеңә, мин дә шулайыраҡ уйлайым...
Ҡыҙыл раузаларҙан күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмә, күстәнәскә шоколад та алып килгән... Мин яҙасаҡ шиғырға көй тыңлай-тыңлай сәй эстек. Йәмил:
-Аңлайһығыҙмы, Ынйы, йыр матур, яуаплы мөхәббәт тураһында булырға тейеш!.. Тапалған темаларҙы ҡабатламаҫҡа ине,- тине. - Өсмөйөштәр, күҙ йәштәр, айырылышыу, хушлашыу,.. кеүек илаҡ йырҙарҙан биҙҙем... Апай – тип әйтмәһәм буламы?.. Әтеү...
-Әлбиттә, әлбиттә – тим, йылмайып...
Йәмил ҡанатланып һөйләүен дауам итте:
-Её душа, как свет необычайный,
Как белый свет за дивными дверьми,
меня влечет. Войди, художник тайный,
и кисти возьми... – Владимир Набоковтың шиғыры.
-Шәәәәп!..
Фәүзиәнең һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты, тышҡы ҡиәфәте менән, ысынлап та, торғаны арыҫлан... Һөйләү, үҙен тотоу манералары – әкиәт батырымы ни!.. Флежкаһын ҡалдырыға ла онотоп, ҡайтып китте егет. Әллә иртәгә йәнә килергә һылтау булһын, тинеме?.. Йәмилде оҙатып, креслома килеп ултырҙым.
-Ысынлап та, оҡшап ҡалды миңә был егет. Эх, ҡайҙа икән минең ун һигеҙ булмаһа ла, егерме биш йәшем?!. Үлһәм үләм, әммә шиғырын яҙып бирәсәкмен, тигән ҡарарға килеп, йоҡларға яттым.
Иртәгәһе көн иртүк күҙемде асып та өлгөрмәнем, телефондан:
-Һаумыһығыҙ, Ынйы! Хәйерле иртә! Нисек йоҡланығыҙ, ниндәй төштәр күрҙегеҙ, кәйефтәрегеҙ нисек? – тип Йәмил шылтырата.
-Хәйерле иртә! Бөтәһе лә яҡшы... Рәхмәт! Үҙең?..
– Кисә флежкамды ҡалдырырға ла онотоп, ҡайтып киткәнмен, бер үк ғәфү итегеҙ! Бөгөн кис индереп сыҡһам, һеҙ ҡаршы түгелме?..
-Ярай, индер, - тип трубкамды урынына һалдым да, һикереп торҙом. Музыка ебәреп, иртәнге зарядка яһап алдым. Шунан һалҡынса душ ҡабул иткәндән һуң, эшкә сығып йүгерҙем.
Көҙгөгә йышыраҡ күҙ һалғанымды күрепме коллегаларым :
-Һааай, һиңә нимә булды, әхирәт, ғашиҡ булғанһың кеүек... Йә, йәшермә, әйт! - тип быуыныма төштөләр.
-Эх, ҡыҙҙар, әлегә һеҙҙе ҡыуандырырлыҡ бер яңылығым да юҡ, бөтәһе лә әүәлгесә,- тим нурлы күҙҙәремде йәшерергә тырышып.
-Һин юҡ тигән булаһың да ул, ә күҙҙәрең киреһен һөйләй...
-Нимә тиҙәр?..
-Беҙҙең серебеҙ бар! – тиҙәр...
-Китегеҙ әле бушты...

Эштән ҡайтышлай косметологҡа инеп битемә массаж эшләттем, парфюмер кибетенә инеп төрлө кремдар, һөттәр, лосьондар алдым... Атламайым, осоп йөрөйөм!.. Йәмил дә үҙен джентельмендарса тотто. Уф, был егеткә ысынлап ғашиҡ булырмын пожалуй... Күҙенә тура ғына ла ҡарай алмайым, бит алмаларым ҡыҙара... Ни тиһәңдә, бер кемгә лә сер түгел, йөрәктең үҙ ҡанундары... Йәшеңде лә, суртыңды ла һорап тормай.
Бер яҡтан - ғашиҡ булыу шәп, хатта үтә лә шәп нәмә, тик үҙ яртың шулай анһат ҡына табыла микән?.. Яратып яратылыу!.. Кемдең бәхетле булаһы килмәй, ивет, ҡыҙҙар?!.
***
... Ҡаты итеп телефон шылтырауына уянып киттем. Күҙемде лә асмай, трубканы ҡолағыма ҡуйҙым.
-Алло!
-Ынйы, әхирәткәйем, әллә һаман йоҡоңдан тормағанһың инде? – ти Фәүзиә телефон сымының теге осонда.
-Нимә булды тағы? Ут сыҡҡанмы әллә? Ял көнө лә йоҡо бирмәйһең, - тим үпкәләгән тауыш менән, йоҡоло күҙҙәремде ыуып.
-Үпкәләмә, сәғәт ун икенсе бит инде, торғанһыңдыр тип уйлаған инем.
-Ни йомош?.. Шундай матур төш күреп ята инем, суҡынмағыр...
- Бөгөн Актерҙар йортонда шиғриәт кисәһе икән, әйҙә барабыҙ! Бөйөк шағирҙар була.
-Әллә тағы, белмәйем... Сәғәт нисәлә?
-Киске етелә. Күптән бер ҡайҙа ла сыҡҡан юҡ, зинһар ҡаршы булма!
-Ниңә Иршатың менән бармайһың?
-Ул ундай сараларға йөрөргә яратмай. Үҙ эше буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә сәғәттәр буйы доклад тыңлап ултыра ала, тик шиғырҙар түгел...
-Һы, сәйер кеше икән...
Трубкамды ҡолағымдан алмай ғына тороп китәйем тиһәм, телефоным иҙәнгә төшөп китеп, бәйләнеш өҙөлдө.
Йоҡомдан бөтөнләй айнып, телефонымды урынына ҡуйҙым да, тәҙрә эргәһенә килеп, урамға күҙ һалдым. Көн матур, күңелдә – яҙ, кәйеф күтәренке. Мин әле генә күреп ятҡан илаһи төшөмдө иҫемә төшөрөп, тәрән көрһөндөм...
-Эх, ҡыҙҙар, ҡыҙҙар!.. Тылсымлы төш!..
Бөгөн, һис шикһеҙ, шиғриәт кисәһенә барырға кәрәк, тигән фекергә килеп, Фәүзиәгә шылтыраттым да, көҙгө ҡаршыһына килеп ултырҙым.
-Кем белә, бәлки көтмәгәндә берәйһе көйөнә шиғыр, йә шиғырына көй яҙып бирергә һорар... Ә мин пионер кеүек “һәр ваҡыт әҙер!” булырға тейешмен! Һеҙ минең менән килешәһегеҙме, ҡыҙҙар?..
* * *
Актерҙар йорто халыҡ менән шығырым тулы ине. БДУ, БДПУ – нан, Сәнғәт академияһынан студенттар килгән. Холда китап, дисктар тағы ла әллә нәмәләр һаталар. Кешеләр ҡырмыҫҡа иләүе кеүек ғөж килә.
Фәүзиә:
-Күрәһеңме, кешеләр ғүмерен һинең менән минең кеүек йоҡлап үткәрмәй... Әйҙә, китаптар ҡарайыҡ. Гөлнур апай Яҡупованың “Йыртҡыс ҡаны” тигән шәәәп повесы сыҡҡан. Китап магазинында юҡ ине, бәлки бында булыр...
Ҡыҙҙар һатыу нөктәләрен йөрөп, ҡутарып китаптар, башҡорт милли биҙәүестәрен алып, тамаша залына инеп ултырҙылар.
Тамаша башланырға биш минут ҡалғанда зал шығырым тулы ине инде. Бер егет теге китаптар ятҡан креслоға

ымлап:
-Ҡыҙҙар, анау урын буш булһа, миңә дә ултырып ҡарар инем, - тине йылмайып. Беҙ бер урынға күскәс, теге егет минең янға ултырҙы.
-Ғәфү итегеҙ, борсоном, - тине.
-Һеҙ ултырмаһағыҙ барыбер икенсе берәү ултырыр ине.
Фәүзиә көлөп:
-Бабай менән ултырғансы, йәш егет менән күңелле инде, ивет Ынйы?.. Мин өндәшмәнем.

Бер-бер артлы ялҡынлы сығыштарҙан, көслө алғыштарҙан һуң кисә тамамланды. Ҡәнәғәт тамашасылар үҙ урындарынан тороп, ашыҡмайынса ғына, сығыу яғына ыңғайланы. Минең янда ултырған егет:
-Кисә бөттө, табын таралды, тигән кеүек, ә мин һеҙҙең исемегеҙҙе лә һорарға ҡыймай, ҡайтып китермен микән?.. – Минең исемем Руслан була, ә һеҙҙеке?..
-Мин атай-әсәйемдең берҙән-бер ынйы бөртөгөмөн – Ынйы минең исемем... Ә әхирәтем - Фәүзиә.
Беҙ сыҡҡанда, Фәүзиәне егете машинала көтөп ултыра ине:
-Ынйы, һине алып барып ҡуяйыҡмы?..
Руслан:
-Юҡ, кәрәкмәҫ. Әгәр Ынйы ҡаршы булмаһа, мин уны оҙатырмын...
-Ярай, Фәүзиә! Мин йәйәү, йоҡо алдынан бер аҙ саф һауа файҙаға ғына булыр,- тинем. - Бынау тура юлдан ун минутлыҡ юл...
-Борсолма, Фәүзиә, мин уны ишеге төбөнәсә оҙатып ҡуйырмын... Ынйы рөхсөт итһә тип, миңә ҡараны. Шулай таралыштыҡ.
Яҙғы йылы кис. Һуң булһа ла ҡала гөж килә...
Руслан бер аҙ һүҙһеҙ килгәндән һуң, йондоҙло күккә ҡарап:
-Емелдәшә күктә йондоҙҙар,
Йүгерешә өйгә йәш ҡыҙҙар.
Шул ҡыҙҙарҙың араһында
Иң матур ҡыҙ - Ынйы бар...
-Оооо, әллә һеҙ шағир?
-Юҡ, шаярып яҙып маташҡан булам шунда... Кисә илаһи булды, миңә бик оҡшаны, ә һиңә?
-Миңә лә...
-Ошондай сараларға йышыраҡ йөрөргә кәрәк. Ҡәләм тирбәткән кешегә айырыуса мотлаҡ...
-Ә һин күптән яҙышаһыңмы?
-Юҡ. Ундай һәләтем юҡ. Кем әйтмешләй, хәҙер шиғыр яҙмаған кеше юҡ. Тик уларҙың араһында ысын шағиры бер нисәү генә, ҡалғандары, минең кеүек шаярып яҙалар... Был һәләт кешегә тыуғанда уҡ Аллаһы тарафынан күңеленә бүләк булып һалына. Шулай булмаһа матур шығырҙар, көйҙәр, ғөмүмән йырҙар тыумай...
Ынйы, яңы танышы менән килешеп, башын ғына ҡаҡты.
* * *
Йәштәр шулай осрашып йөрөп, көҙгә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Туйға ике юғары белем биреү усағының талибтары саҡырылды. Шиғыр юлдарына һалынған ҡайнар ҡотлауҙар, шыптыр ҡағыҙҙарға төрөлгән илаһи матур бүләктәр!.. Ә тәм-томдан өҫтәлдәр һығылды. Ҡаҙылыҡ, бал ашанылар, буҙа, ҡымыҙ эстеләр. Күңелле йыр-бейеүҙәрҙән урамдар яңғырап торҙо... Студенттар туйы таң һарыһына тиклем дауам итте.

... Ҡыҙҙар, сер итеп кенә әйтәм, ижади кисәләргә йөрөгөҙ, йәме! Беҙ хәҙер парлашып ҡына йөрөйбөҙ. Донъябыҙ түп-түңәрәк... Ә йырҙарҙы, шуға уҡыған ысын шағир, композиторҙар яҙһын! Тормошоғоҙ шул йырҙар кеүек матур булыр.
Читайте нас в