Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
4 Март 2021, 00:32

БАЛА ИКЕГӘ ... БҮЛЕНМӘЙ

Бала тип ҡоштоң ҡошо тоҙаҡҡа эләгә... Әсә күңеле – балала... Эйе, әсәйҙәр сабыйы өсөн йөрәген һурып бирергә әҙер. Беҙ ошо хәҡиҡәттәргә инанып йәшәйбеҙ. Тик ата йөрәге лә бар бит әле. Улар ҙа балаларын бар күңелен биреп ярата, үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта сабый әсәгә ҡарағанда, атаһына нығыраҡ кәрәк булып сыға. Ғаиләһенән баш тартып, еңел тормошто һайлаған ҡатындарҙың ҡулында балалар уларҙың атайҙарынан мөмкин тиклем күберәк аҡса сығарыу ҡоралына әүерелә...

“Атай, һин мине башҡа яратмайһыңмы?” Ир кескәй баланың һорауынан ултыра төштө. “Яратам, улым, бик яратам!” - тине ул улын ҡосаҡлап. “Атай, ташлама мине, зинһар! Әсәй “һин тыңлауһыҙ, насар булғанға атайың беҙҙе ташланы” тип мине тағы туҡмар”, - тип һыңҡылдап илап ебәрҙе ул. Ир баланы күтәреп алып, күкрәгенә ҡыҫты. “Минең менән бараһыңмы, улым? Өләсәйҙәреңә алып барам”,-тип һораны ул. “Барам, барам, атай!”-тип һикерәңләне әле генә илаған малай. Унан ҡапыл башы эйелде. “Юҡ, атай, нәнәйҙәр ебәрмәҫ ул. Ошаҡлағанһың тип мине тағы мөйөшкә ҡуйырҙар”,-тине. Малай кескәй йөрәгенә һыймаған ауыр ҡайғыһынан һыҡтап илап ебәрҙе. Был юлы ул тынысланырлыҡ түгел ине. Ата кеше улын ҡосағына алып, диванға барып ултырҙы. Ярһып типкән кескәй йөрәк әкренләп тыныслана башланы. Уны бәүетеп ултырған ир үткәндәренә ҡайтып, ауыр уйҙарына сумды...

Ауырлы килен

Мазһар юғары уҡыу йортона ата-әсәһе ныҡытҡанға ғына ингәйне. “Нимәгә кәрәк ул? Биш йыл ваҡытым әрәм китә бит! Уҡымайынса ла аҡса эшләп була”-тип әйтеп тә ҡараны. Тик ата-әсә ныҡ торҙо. “Кеше алдында йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫлыҡ булһын. Ошонда өҫтәлгә дипломыңды алып килеп һал да, шунан нисек аҡса эшләргә теләйһең, үҙең ҡарарһың”,-тине улар.

Мазһар ауыл хужалығы йүнәлешен һайланы. Дөрөҫөн әйткәндә, биш йыл ваҡыты һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Күңелле студент йылдары, төрлө кисәләр, танышыуҙар. Өфөгә яҡын районда практика үтеп йөрөгәндә Әнисә менән танышты. Улар бер-береһен тәү ҡараштан оҡшатты. Ҡыҙ урындағы магазинда һатыусы булып эшләй ине. Ятаҡта йәшәгән егетте йыш ҡына үҙҙәренә алып ҡайтыр булды. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡара башҡорт егетен шунда уҡ яҡын күрҙе. Атаһы: “Донъя көтөргә шәп булыуы күренеп тора. Елбәҙәк ҡыҙыңа әйт, ошондай яҡшы егетте лә ҡулынан ысҡындырһа, һуңынан үкенер”,-тине Әнисәнең әсәһенә.

Әсә кешенең дә ҡыҙы өсөн күңеле күптән һыҙлай ине. Ана, класташ ҡыҙҙары йә гөрләтеп донъя көтә, бала үҫтерә, йә уҡыу йорттарында белем ала. Быға бер нәмә лә кәрәкмәй. Һатыусы эшенә лә көсләп алып барып төшөрҙө бит. Сөнки еткән ҡыҙҙың өйҙә ятыуынан кешеләрҙән оят була башлағайны. Әнисә эшен яратмаһа ла, ата-әсәһенең һүҙенән үтә алмай магазинға эшкә сығырға мәжбүр булды.

Мазһарҙы ҡыҙ йортонда һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар. Егеттең алыҫ Урал аръяғы районынан булыуы ла ата-әсәне борсоманы. “Кейәүгә сығып, алыҫыраҡ китһә, донъя көтөүҙән башҡа сараһы ҡалмаҫ, тырышып йәшәр”,-тиеште улар.

Ә бына Мазһарҙың ата-әсәһе улдарының дипломға ҡушып ауырлы килен алып ҡайтасағына әҙер түгел ине. Егет тә уларға алдан хәбәр итеп, иҫкәртеп өлгөрмәне шул. Дөрөҫөрәге, нисек әйтергә белмәне. Сөнки ата-әсәһе улдары янында уның кеүек тик юғары белемле ҡыҙҙы күрә ине. Мазһарҙың диплом алыу шатлығын уртаҡлашырға килгән туғандары ла был хәлгә аптырап ҡалды. Ә ҡыҙ тартынып торманы, егеттең бүлмәһенә инеп урынлашты.

Туйҙағы ыҙғыш

Улдарының туйын бар донъяға шаулатып үткәрергә хыялланған ата-әсә хыялдарынан баш тартманы. Уйламағанда килеп төшкән килендәре оҡшамаһа ла, бар йоланы урын-еренә еткереп үтәнеләр. Буласаҡ ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарының: “Туй һеҙҙең яҡта ғына булһын да ҡуйһын, бигерәк алыҫ бит”,-тигәнен ишетеп Мазһарҙың әсәһе сәсрәп китте. “Һеҙҙең йәбешеп килеп килен булып йөрөгән ҡыҙығыҙға туй үткәрергә йөрөйбөҙ. Һеҙ әллә ниндәй шарттар ҡуйып ултыраһығыҙ! Беҙҙең туғандар күмәк, барыһы ла килендең тыуған ерен күргеһе килә. Башҡорт йолаһына ярашлы, тәүҙә туй һеҙҙең яҡта буласаҡ, унан бер ыңғай оҙатып алып килеп, туй беҙҙә үтер”,-тип ныҡ итеп әйтеп ҡуйҙы.

Әнисәгә ата-әсә, ҡайны-ҡәйнәһенең һүҙгә килешеүе барыбер ине. Туйҙың үҙҙәренең ауылында ла үтәсәгенә ҡыуанды ғына. Исмаһам, дуҫтарын, әхирәттәрен дә саҡырыр. Ауыл ашханаһында барған туй ваҡытында ҡапыл ыҙғыш ҡупты. Ипләп кенә әйтешә башлаған ике ҡоҙағыйҙың тауышы тиҙҙән бар мәжлестең шауын ҡапланы. “Ер аяғы, ер башынан килеп йөҙөң сытырайып ултыра! Тағы нимәбеҙ оҡшамай?!”-тип сәрелдәне ҡыҙҙың әсәһе. “Ысынлап та килергә кәрәк булмаған икән! Ауырлы ҡыҙыңды ҡара! Бер кемдән оялмай, бер үҙе һикерәңләй, ирҙәргә аҫыла, етмәһә, ауырлы килеш хәмер һемереп ултыра!”-тип ҡысҡырҙы уға Мазһарҙың әсәһе.

Ике ҡоҙағыйҙы көскә тынысландырғас, туй дауам итте. Тик уның йәме киткән ине инде. Икенсе көндө туй Мазһарҙың яғына йүнәлде. Әкренләп тәүҙәге һүҙгә килешеүҙәр онотола башланы, мәжлес бик күңелле барҙы. Төнгә ҡарай килендең сәрелдәгән тауышы бар кафены яңғыратты. “Әсәй, ул миңә һуҡты!”

Ирен ситенән ап-аҡ күлдәгенә ҡан тамған киленде күргән бар ҡунаҡтар “аһ” итеп ҡалды. Йәш килендең артынан ярһып килеп сыҡҡан Мазһар: “Һин бында спектакль ҡороп тораһыңмы әле?! Ҡайтып кит ата-әсәң менән. Һин миңә кәрәкмәйһең!”-тип сығып китте.

Йәш ҡатынының кухня яғында сит ир менән үбешеп тороуын әйтергә ғәрләнде ул. Әммә үҙенең генә түгел, ә Әнисәнең дә әсәһе шулайыраҡ хәл булғанын яҡшы аңлаған ине. Шуға күрә һүҙҙе ҡуйыртып торманылар. Ҡыҙ яғы йәһәтерәк ҡайтып китеү яғын ҡараны. Ә Мазһарҙың йөрәген көн-төн үкенес тойғолары ашаны. “Нимә тип өйләндем мин уға?! Дуҫтарым да иҫкәртте бит, практиаға, командировкаға килгән бар егеттәр Әнисәнең янында уралыуын. Ышанманым бит алйот!”-тип әрләне ул үҙен.

Улыңды күрмәйәсәкһең!”

Йәш ғаилә ата-әсә йортонда йәшәй башланы. Әммә ауырлы ҡатыны әсәһе менән һыйышы алманы. Ҡәйнәгә килененең оҙаҡ йоҡлауы, ашарға бешермәүе, өй таҙартмауы, ялҡау булыуы оҡшаманы. Килен иһә ҡәйнәһен һаранлыҡта, Мазһар менән араларын болғауҙа ғәйепләне. “Ул бит үҙе лә ауырлы булған. Ниңә минең хәлемде аңламай?! Тутҡауһыҙ йоҡом килә шул”,-тип иланы ул. Ике ҡатындың туҡтауһыҙ зарланыуынан арыған йорт хужаһы йәш ғаиләне башҡа сығарҙы. “Асыуланма, улым. Әсәйеңдең ҡан баҫымы юғары. Киленгә көйөп, ауырып тик йөрөй. Айырым йәшәһәгеҙ, бәлки, ҡатының да яуаплылыҡ тойоп, яҡшы яҡҡа үҙгәрер”,-тине ул.

Әнисә айырым йәшәгәндәренә ҡыуанып бөтә алманы. Бер кем дә иртә менән уятмай, “уны эшлә, быны эшлә” тип мыжымай, Мазһарға ошаҡламай. Ире ҡайтыуына ашарға бешерәм тип сабып та йөрөмәй. Хәйер, Мазһар үҙе ҡайтыуға сәйнүк тә ҡайнатылмаясағын белгәс, тәүҙә әсәһе янына барып, ашап ҡайтыр булып китте.

Улдары донъяға килгәс, Әнисә бөтөнләй үҙгәрҙе. Ул хәҙер бер нәмә лә эшләмәй ине. Бер көн хәлдәрен белешергә килгән ҡәйнәһе менән килене араһында тағы ыҙғыш ҡупты. Әнисә элегерәк өндәшмәй ҡалһа, был юлы барыһын да теҙҙе. Һөҙөмтәлә, әсәһен “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға оҙаттылар. Атаһы уфтанып: “Улым, йәшәй алмаҫһығыҙ һеҙ килен менән айыр ҙа ҡуй”,-тине.

Ҡайныһы ҡайтып киткәс, барыһын да йәшенеп тыңлап торған Әнисә тағы нығыраҡ ыҙғыш ҡуптарҙы. “Айыр, имеш! Хәҙер, айырылып китеп барам тей! Әгәр мине айырһаң, улыңды башҡа бер ҡасан да күрмәйәсәкһең! Беренсе осраған кешегә кейәүгә сығып, балаңды уның фамилияһына күсерәсәкмен!”-тип ярһыны. Йәш ҡатын иренең улын ни тиклем яратҡанын бик яҡшы белә ине. Мазһарҙың балаһына булған хистәре менән файҙаланып, уны оҫта ғына итеп еңергә лә өйрәнеп алды. Тәүҙә әсәһе: “Теләһә нисек йөрөгән бисә, әллә һинән тапҡан баланы, әллә...”-тип шик һалып йөрөһә лә, көндән-көн үҙгәргән бала атаһына бер тамсы һыу кеүек оҡшаған ине. Шуға күрә ата-әсәһе лә ейәндәрен иҫе китеп ярата ине. Әнисә быны ла үҙ файҙаһына әйләндерә алды.

Уңмаған юлды ҡыума

Туҡтауһыҙ талаштан, тынғыһыҙлыҡтан йонсоған Мазһар себер яҡтарына эшкә сығып китте. Эш ауыр, әлбиттә. Һауа шарттары ҡырыҫ, күптәр түҙмәй кире ҡайтып китте. Әммә Мазһар барыһын да түҙә алды. Сөнки бында килеп тапҡан тыныс тормошо өсөн ул барыһын да бирергә әҙер ине. Эштән арып ҡайта ла, һуштан яҙған кеүек йоҡлай. Иртән тора ла, тағы китә. Шулай ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәне. Өҫтәүенә эш хаҡы бик һәйбәт. Әнисә уның беренсе ебәргән эш хаҡын алып, телһеҙ ҡала яҙҙы. “Ошо тиклем аҡсаны ҡайҙа итергә була?!”-тип һөйөнөсөнән нимә эшләргә белмәне. Иренә иркәләп кенә шылтыратты, матур, иркә смс хәбәрҙәре яуҙырҙы. Тик кеше рәхәткә тиҙ өйрәнә. Тиҙҙән Әнисә ҙур аҡсаға өйрәнеп китте. Аҡса әҙерәк булһа, иренә шылтыратып янъял ҡуптарҙы, улына етерлек аҡса эшләмәүҙә ғәйепләне. Ата-әсәһе өндәшмәһә лә, Мазһарға таныштары Әнисәнең бер кафенан икенсе кафеға күңел асырға йөрөүен, ирҙәре себерҙә булған, үҙе кеүек еңел-елпе холоҡло ҡатындар менән ҡушылып алыуын күптән еткергән ине.

Бер айға ялға ҡайтҡанында Мазһар үҙен тулыһынса улына бағышланы. Ҡатыны ул ҡайтҡас та тәүҙә ҡурҡыбыраҡ йөрөй торғайны. Күрәһең, кешеләр үҙе тураһында иренә күп нәмә еткерә алыуын яҡшы аңлай ине. Тик Мазһарҙың тик улы менән булышыуын, үҙенә иғтибар ҙә бирмәүен күреп, тынысланды. Ҡатын улын иренә ҡалдырып, ике-өс көнгә китеп юғалыуҙан да тартынмай башланы. Мазһар бер мәртәбә тауыш күтәреп ҡарағайны, Әнисә: “Һин себерҙә нимә эшләп йөрөгәнеңде мин ҡайҙан беләйем! Минең дә баланан ял иткем килә. Һин булмағанда уны ҡәйнәмә ҡалдырып, магазинға барып киләйем тиһәм дә, йөҙ һүҙгә етә. Мин дүрт стенаға ҡарап ултырырға тейешме?”,-тип илай башланы. Мазһар ҡул ғына һелтәне. Дөрөҫөн әйткәндә, туйҙары ваҡытында уҡ һыуынғайны ул Әнисәгә ҡарата. Тик улы ғына тота...

...Ауыр уйҙарға бирелгән Мазһар улының йоҡлағанын ҡарап ултырыуын дауам итте. Ә бына хәҙер айырылыштылар. Хәл уға тиклем барып етмәҫ тә ине. Атаһы менән әсәһе ейәндәрен күрергә барам тип, Әнисәне көпә-көндөҙ икенсе ир менән тотҡандар. Бынан һуң айырылыуҙан башҡа сара ҡалманы. Суд баланы әсә менән ҡалдырҙы. Әнисә улын алып тыуған ауылына ҡайтып китте.Бергә йәшәүҙәренең биш йылы эсендә бер көн дә бәхетле булманы Мазһар. Тик улының барлығы ғына уға ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та бирә ине. Әнисәгә бала кәрәкмәгәнлеген яҡшы аңлай ул. Тик малайға тип ебәрелгән алимент, унан тыш та күпләп бирелгән аҡса ғына ҡыҙыҡһындыра ҡатынды. Улы шылтыратҡан һайын илай: “Атай, алып ҡайт мине!”-тип ялбара. Ә хәҙер инде Әнисәнең улын туҡмауын, ҡайны-ҡәйнәһе оҙаҡҡа мөйөшкә баҫтырып ҡуйғанын да белде.

Минең дә әсәйем булыр”

Мазһар ҡәйнәһе менән һөйләшеп ҡарарға булды. Уныһы тәүҙә ыҡҡа килмәне. “Ҡыҙымды әсәйеңдән талатып йәшәттең! Шуға икенсе кеше менән йөрөп киткән инде. Үҙең ғәйепле! Хәҙер бала кәрәк булдымы?! Алдан уйлар кәрәк ине. Бала икегә бүленмәй!”,-тип ҡысҡырҙы ул. Мазһар баланы үҙенә бирһәләр, Әнисәгә генә түгел, ә ҡайны-ҡәйнәһенә лә аҡса ебәреп торасағын әйткәс, теге уйға ҡалды, унан ҡыҙы менән һөйләшергә вәғәҙә бирҙе. Икенсе көндө Әнисә улын Мазһарға биреп ебәрергә риза булды. “Ҡара уны, әгәр миңә аҡсаң килмәһә, барып баланы алып ҡайтып китәм йә һин уны урлап алып китте тип ғариза яҙам да ҡуям!”-тине ул.

Мазһар Әнисә кире уйлап ҡуймаһын тип, улының әйберҙәрен йәһәт кенә йыйып алды ла, машинаһына ашыҡты. Былай булмай, улын ата-әсәһенә ҡалдырып тағы бер вахттаға ғына барып ҡайтырға ла, тыуған яғында төпләнергә кәрәк. Ул осраҡта балаһын да Әнисәнән законлы рәүештә тартып аласаҡ. Сөнки судта барыһын да һөйләп биргәс, судья Мазһарҙың хәленә инде, әммә ата кеше һәр саҡ балаһы янында булырға тейешлеге төп шарт булыуын әйтте.

Атаһының уйға сумыуын кескәй бала үҙенсә ҡабул итте. “Атай, һин ҡайғырма. Өләсәй һинең әсәйең бит. Ул минең дә әсәйем дә булыр...”-тине кескәй күҙ йәштәре менән. Мазһар машинаны туҡтатып улын йөрәгенә ҡыҫты...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

Фото: ИА «Башинформ»

Читайте нас: