Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
1 Март 2021, 00:14

“Яратмайым! Тик һинһеҙ ҙә йәшәй алмайым...”

Был апай менән дауаханала таныштыҡ. Бер палатала ятҡайныҡ. Йәше ҡырҡҡа етмәһә лә, ул бик йонсоу, хәле ауыр. Табиптар ҡушҡанды эшләмәй, йәшәргә теләмәгәне күренеп тора. Ике-өс көн ятҡас, асылып китеп, үҙенең яҙмышы тураһында бәйән итте.

“Йәшлек - шул тиклем йүләр осор. Башҡа һыймаҫ ҡылыҡтар ҡылып, аҙаҡ ғүмер буйы үкенгәндәр бар бит. Үҙем дә шундайҙар иҫәбенән. Бер кем ғәфү итмәҫ ҡылыҡтар ҡылдым, әле шуның өсөн язамды алып йәшәйем.
Әхирәтем Рауза менән бәләкәй саҡтан дуҫ булдыҡ. Бергә уҡыныҡ, бергә уйнаныҡ. Мәктәптә лә, урамда ла һәр ваҡыт бер-беребеҙҙе яҡлаштыҡ. Дуҫлығыбыҙ ғүмер буйы дауам итер тип уйлай инек.
Бәлә көтмәгәндә килде: арабыҙға бер егет килеп инде. Ул – хыялдағы аҫыл ҡош, ҡаланан өләсәһенә ҡайтып йөрөй ине. Беҙҙең күрше генә булғас, уны тәүге булып мин күрҙем һәм ғашиҡ булдым. Раузаға уның тураһында һөйләп тел һыуҙарым ҡороп бөтә ине. Ныҡ оҡшаны шул тәтәй егет миңә: һылыу, оҙон буйлы, һары сәсле, күк күҙле. Матур итеп кейенә, ҡыҙҙар менән ипле һөйләшә. Тәүҙә минең менән аралашһа ла, мөнәсәбәттәр әллә ни йыраҡҡа барманы. Күршеләрсә генә аралаштыҡ. Шул егет тип төн йоҡоларын йоҡламай илаған саҡтарым күп булды, шул тиклем ныҡ яраттыммы икән?
Бер мәл Рауза менән мөнәсәбәтебеҙ һыуына башлағанын һиҙеп ҡалдым. Ул минең менән осрашырға теләмәне, күрешһәк тә, тиҙ-тиҙ генә һөйләшә лә, эшем бар, тип китеп тә бара. Әхирәтемдең серен белеп ҡалғас, иҫем китте: ул минең мөхәббәтем, хыялда йөрөткән Артурым менән осраша икән. Икәүһен бергә күреп, көнләшеүҙән үлә яҙҙым. Уларҙың бер-береһенә ысынлап ғашиҡ булғаны әллә ҡайҙан күренеп тора ине.
Миңә ул саҡта ни бары 18 йәш ине. Йүләрлегем, мин-минлегем тынғы бирмәне. Ни эшләп ул Раузаға ҡараған, мине һанламаған? Әхирәтемдән ҡайһы ерем менән кәммен? Уларҙы бергә күргәндә үлеп терелә инем.
Ауылдан ҡасып, ҡалаға уҡырға киттем, тик яуапһыҙ мөхәббәтем тыныслыҡ бирмәне. Ятаҡта урыҫ ҡыҙҙары менән йәшәй инек. Уларға серемде сискәс, былар Артурҙы ҡаратып алырға була тип сер систе. Ҡала ситендәге шәхси бер йортта сихырсы ҡарсыҡ йәшәй, ул "яраттыра" белә икән. Был әбей сихырлағас, һөйгәнең тик һинең күҙеңә генә ҡарап ултырасаҡ, имеш.
Их, йүләр, киттем бит шул әбейгә. Бәләкәй, ҡараңғы йорт. Ишек төбөндә ҡара бесәй ҡаршы алды. Мейес башына тауыҡ тәпәйҙәре һәм башҡа әллә нәмәләр эленгән. Тәүҙә бик ҡурҡһам да, кире ҡайтманым, эшемде еренә еткерергә ҡарар иттем. Әбекәй аҡыллы булып сыҡты. Ниәтемде белгәс, мине кире уйларға ҡушып, ҡыуып уҡ сығарҙы. Тик, еңмешлегем менән, биш-алты тапҡыр барғас, ҡабул итте. Сихыр үҙеңә йәки балаларыңа төшәсәк тип ҡат-ҡат киҫәтһә лә, тыңламаным шул.
Ҡыҫҡаһы, ул ваҡытты насар иҫләйем, башымда томан булғандыр. Артурҙың әйберҙәрен килтертте, нимәлер ашатырға ҡушты, төрлө нәмәләр уҡынды. Һәм, ышанаһығыҙмы-юҡмы, сихыр тәьҫирле булып сыҡты. Артур, Раузаны ташлап, миңә килде. Шул саҡтарҙа минән дә бәхетлерәк кеше булдымы икән был донъяла?
Өйләнешергә тип йөрөгән икән улар. Рауза ауырлы булған. Шул хәлендә Артур уны ташлап, миңә килгәс, әхирәтем аҫылынған. Әлдә үҙен ваҡытында атаһы күреп ҡалып төшөргән. Тик балаһы эсендә үлде. Ҡасандыр яҡын булған кешем өсөн ныҡ борсолһам да, әллә ни күрһәтмәнем, үҙемдең ғаиләмде ҡорорға маташтым.
Урланған бәхет менән бәхетле булып булмай икән. Был турала миңә күптәр әйтте, тик тыңларға ла теләмәнем, үҙемде генә уйланым. Ә бына Артур икенсе кешегә әйләнгән ине. Элекке алсаҡ, ихлас егеттән бер нәмә лә ҡалмаған. Эйе, беҙ өйләнештек, тик бәхет булманы. Йә мине шашып ярата, йә йәне көйөп туҡмап ташлай. Йә депрессияға бирелеп, аҙналар буйы бөтөнләй һөйләшмәй ине. Минән ҡасып Раузаға барып йөрөүен дә белә инем, тик һәр ваҡыт кире ҡайтты. “Яратмайым! Тик һинһеҙ ҙә йәшәй алмайым...” тип ҡысҡырған саҡтары күп булды.
Юҡ шул, мин уны һаман ебәрмәнем. Бала табырға тырыштым. Сабыйыбыҙ тыуһа, барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнә инем. Тәүге балам бәләкәй срокта төштө. Икенсеһе инде алты айлыҡ булғас эсемдә үлде. Ниндәйҙер инфекция тинеләр. Ҡыйыулығымды йыйып, йәнә ауырға ҡалдым. Һау ҡыҙыҡайым тыуҙы. Артур менән аралар бер ни тиклем йүнләнеп тә киткәйне кеүек. Тик, мине мәңгелек ҡайғыға һалып, сабыйым өс кенә йәшендә һәләк булды. Урамда уйнап йөрөгәндә машинанан тапалды, иҫерек ир уны күрмәй ҙә үтеп китте...
Үлеп терелдем шул саҡтарҙа. Артур менән бер-беребеҙҙе күрә алмаҫ хәлгә еттек. Ҡыуам, тик китмәй. Китә лә кире килә. Үтә ауыр ике йыл йәшәгәс, мин тағы ауырға ҡалдым. Әммә бала тыуып та өлгөрмәне, Артур һәләк булды. Сирләне ул, тик табиптарға күренмәне. Өс ай эсендә шиңде. Яман шеше булған, тинеләр. Тик мин генә бының теге сихыр эҙемтәһе икәнлеген аңлай инем.
Шул тиклем кисерештәрҙән һуң тыуған улым инвалид булды. ДЦП-ның ауыр формаһы. Атлай ҙа, ултыра ла алмай. Аңы ла, үҙен ҡарарлыҡ та хәле юҡ. Балам ни бары аңлайышһыҙ тауыштар сығарып ята ғына.
Быларҙың барыһының да сихырым өсөн Хоҙайҙың биргән язаһы икәнлеген хәҙер бик яҡшы аңланым да бит. Һуң инде. Улымды ташлай алмайым, эшләп тә булмай уның менән. Үҙемдең дә һаулығым насар: түшемдә яман шеш таптылар, икенсе стадия. Эйе, табиптар уны дауаларға була ти. Тик теләгем дә, хәлем дә юҡ. Бөгөндән үлер инем, инвалид малай йәл. Минһеҙ ул оҙаҡҡа бармаясаҡ...”
Тормошон һөйләп биргәс, икебеҙ ҙә телһеҙ ҡалдыҡ. Нимә әйтәһең инде... Ә хушлашҡан көндә ул шулай тип өндәште: “Һин бит гәзиттә эшләйһең. Халыҡҡа, айырыуса ҡыҙҙарға барып етерлек итеп минең тарихым тураһында яҙ әле. Зинһар, сихыр менән булышмаһындар. Нисә кешенең башына етте бит бер йүләрлегем. Яҙған кешең барыбер һине таба ул, кеше өлөшөнә үрелмәһендәр ине...”
Фото: ngs.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в