Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
28 Февраль 2021, 17:44
"Улы һағынып көтөп алһа ла..."
“Ирем ялҡау, тим дә... Шулай тип атарға буламы икән уны, белмәйем. Эйе, ике эштә эшләй, ғаиләбеҙ тулыһынса уның елкәһендә. Үҙем йәш ярымлыҡ бала менән декрет ялындамын. Ҡырҙан ҡарағанда, ғаилә тормошобоҙ ал да гөл кеүек тә бит.
Бәләнең башы шунда: ирем эштән ҡайта ла компьютер уйындарына "инеп китә", миңә, балаға бөтөнләй иғтибар итмәй. Аңлайым, ике эштә хәле лә ҡалмайҙыр. Шулай ҙа ғаилә өсөн ваҡыт табырға кәрәктер бит. Көнө буйы һағынып көтөп торған ҡыҙы менән аҙыраҡ уйнап алыу шулай ныҡ ауыр микән ни? Артыҡ ауырлыҡ һалырға ла тырышмайбыҙ, ҡайтыуына ашарына бешкән, фатир йыйыштырылған.
Ғаиләң, аҡса килтергән ирең бар, тағы ни кәрәк, мыжыҡ ҡатын, тиерһегеҙ. Әммә мин уның барлығын, өйҙәлеген дә һиҙмәй башланым бит инде хәҙер.
Бер нисә ҡат һөйләшеп тә ҡараным, әммә, уныңса, һәр ваҡытта ла мин ғәйепле. Йәнәһе, ныҡ арып ҡайтҡан кешене аңламайым, хатта аңларға тырышмайым да. Ул ғына ла түгел, хәҙер эштә сағында шылтыратыуҙары ла һирәгәйҙе, үҙенә кәрәк булһа ғына хәбәрләшә.
Ғаиләһенә битараф кеше менән йәшәүе бигерәк ауыр. Мыжыҡ булмаҫ ереңдән булырһың. Бәлки, һеҙҙең таныштар араһында уйынға мөкиббән киткәндәр барҙыр? Кәңәш бирегеҙсе, инде ни ҡылырға?"
Мәҙинә.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-i-a-inip-k-t-p-al-a-la-696205/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?