Өфө ҡалаһының Киров район суды 38 йәшлек Эдуард Ғәйнәновҡа “алкоголь эсемлек эсеп, тәртип боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған кешенең, автомобиль менән идара итеүе”, “иҫерек көйөнсә автомобиль менән идара итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу һөҙөмтәһендә ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтереүе” статьялары буйынса хөкөм сығарҙы.
Фажиғәле ваҡиға былтыр 13 августа була. Быға тиклем иҫерек көйөнсә автомобиль менән идара иткән өсөн водитель танытмаһын алдыртҡан Эдуард Ғәйнәнов “Тойота Land Cruiser 200” автомобилендә ҡаланың Софья Перовская урамында светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә туҡтамайынса Кавказ урамы яғына ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм “ВАЗ-21093” автомобиленә бәрелә. Был аварияла тағы ла биш транспорт сараһы зыян күрә.
“ВАЗ-21093” автомобиле водителе һәм уның пассажиры фажиғә урынында һәләк була, ауыр тән йәрәхәттәре алған ике кешенең береһе дауаханала аңына килмәйенсә йән бирә.
“Хөкөм ителеүсе суд ултырышында ғәйебен тулыһынса таный һәм зыян күреүселәрҙән ғәфү үтенде”, – тип белдерә Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте. Шулай итеп, суд уны 13 йыл да 1 айға иркенән мәхрүм иткән, ул был ваҡытты дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрергә тейеш, өс йылға транспорт менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү ҙә тыйыла, рухи зыян өсөн 3,5 миллион һум түләү йөкмәтелгән.
Хөкөм ителеүсе атаһын тыңламауына үкенеүен белдерә, атаһы: "Эсһәң, автомобиль асҡысын ҡоҙоҡҡа ташла!" - тип әйткән булған.
Әлегә хөкөм законлы көсөнә инмәгән.
Фото: БР-ҙың ЮХХДИ буйынса идаралығы һәм Киров район суды.
Автор: Рәмилә Мусина