Апайым, ниңәлер, беҙҙе өнәп етмәне. “Ялҡтым, балалар йортона тапшырам үҙегеҙҙе!” – тип йыш ярһыр ине. Беҙ был һүҙҙән ҡалтырап төшә торғайныҡ. Ысынлап та, апай оҙаҡ түҙмәне, һөҙөмтәлә балалар йортонда көн күрә башланыҡ. Ашаталар, кейендерәләр, уҡыталар... Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә бында башҡа төрлө ауырлыҡтар күрә башланым. Дуҫ тип һанап йөрөгән кешең икенсе көн күрмәй үтеп китә, серҙәреңде башҡалар алдында ярып һала, бәғзеһе алдай... Ниңә шулай килеп сыҡҡанын аңлай алмай инем. Үҙем бер ниҙе лә йәшерә белмәйем, асыҡмын. Теүәл фәндәрҙән барыһы ла тиерлек өйгә эште минән күсереп эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҡын дуҫ таба алманым. “Баһаңды белмәйһең һин, – тип йыш әйтер ине тәрбиәселәр. – Үҙеңде күрһәтергә өйрән, шул саҡта ихтирам-хөрмәт татырһың”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, холҡомдо үҙгәртә алманым. Бәлки, бик тырышмағанмындыр ҙа. Һеңлем дә, ҡырыҫыраҡ кеүек күренһә лә, шул ҡәҙәр ышаныусан, йомшаҡ күңелле ине. “Ине”, – тим, сөнки әле ҡәҙерлем яҡты донъяла юҡ инде. Мәктәпте тамамлау менән эсергә яратҡан, үҙенән бер нисә йәшкә өлкән әҙәмгә кейәүгә сыҡҡайны. “Холҡон барыбер төҙәтеп алам. Мине ныҡ ярата, тимәк, эсеүен ташлаясаҡ”, – тип ышанды. Хаталанды һеңлем... Ышанысының ҡорбаны булды: иҫерек иренең бысағынан йән бирҙе...
Бөтөнләй яңғыҙ ҡалғас, башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаңғырҙым. Юғары уҡыу йортонда белем ала инем, уны ла ташланым. Етмәһә, элекке танышым “ярыҡ кәмәгә ултыртып” ҡасҡайны. Селтәрле маркетинг яңы ғына тарала башлаған мәл. “Ошо сәйҙе һатып алыуың ғына шарт, – тип ҡыҙыҡһындырҙы был танышым. – Әлбиттә, уны өс кешегә һатырға тейешһең, әммә уныһын һинең өсөн үҙем башҡарырмын. Бер-бер артлы тупланып килгән кешеләрҙең аҡсаһынан өлөш ала барасаҡһың. Бына китерһең байып!” Был һүҙҙәргә тиҙ арала ышанып, һуңғы айҙа алған стипендиямды тотторҙом. Иртәгә киләм тигән танышым кәбән эсенә эләккән энәләй юғалды...
Йәшәргә урын да, аҡса ла булмағанлыҡтан, подъездарҙа, вокзалда төн үткәрә башланым. Хәйер, ул осорҙа – уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында – минең кеүек хәйерселәр ифрат күп ине. Тапҡаныбыҙҙы бүлешеп ашай торғайныҡ.
Ҡышҡы бер кистә вокзалдың тышҡы эскәмйәһендә ултыра инем. Эстән ҡыуып сығарҙылар, һыуыҡтан ҡалтырайым. Шул саҡ эргәмдә элекке химия уҡытыусым пәйҙә булды. Йөҙөмдө йәшерергә өлгөрмәнем, танып ҡалды.
– Бәй, Йәмил, һинме ни был? – уҡытыусымдың ҡарашынан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. – Ауырыйһыңмы әллә? Нимә булды?
Бер ни ҙә өндәшә алмай, илай башланым. Ни эшләргә белмәйенсә, уҡытыусым мине өйөнә алып ҡайтты. Хәлемде һөйләп биргәс, шунда уҡ:
– Миндә йәшәрһең, – тип белдерҙе. – Башҡаһын үҙем хәстәрләрмен.
Уҡытыусым икенсе көндә үк һөйләшеп ҡайтты, бер аҙнанан юғары уҡыу йортона яңынан аяҡ баҫтым. Белемемде күреп, педагогтарым төрлө эш ҡуша башланы. Һөҙөмтәлә мәктәптәр өсөн төҙөлгән программам ил буйынса уҙғарылған конкурста еңеү яуланы. Был минең өсөн хыял итмәҫлек ваҡиға ине. Тора-бара тиңдәштәрем реферат, курс эше яҙҙыртып ала башланы. Оло йөрәкле уҡытыусымдың ярҙамы, ҙур хәстәрлеге менән шулай бөтөнләй икенсе тормошҡа аяҡ баҫтым.
– Шул ҡәҙәр тиҙ ышанаһың, улай ярамай, – тип өйрәтте остазым. – Әлбиттә, ябайлыҡ, ихласлыҡ – кешенең иң ҙур мәртәбәһе. Ләкин ошо сифаттарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер әҙәмдәр ҙә барлығын онотма.
...Бына шулай уҡытыусымдың атайҙарса хәстәрлеге менән кеше булып киттем мин. Уны хәҙер йортомдоң түрендә генә йәшәтер инем дә, күптән баҡыйлыҡҡа күсте шул. Эйе, тормошта ҡайһы саҡта туғандарға түгел, ә бөтөнләй сит кешегә таянаһың. Йәштәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булһаҡ ине, йәмәғәт. Мохтаж туғандарыбыҙҙы ситкә типмәйек.
Фото: "Бәйләнештә".