Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Февраль 2021, 23:22

Әсә йөрәге нисек түҙәлер?..

Яҙмыш, яҙмыш... Кешеләрҙе нисек кенә һанамай ул. Эйе, Хоҙай күтәрә алмаҫлыҡты ебәрмәй, тиҙәр. Тик бындайҙы күтәреп буламы икән? Танышым Уралиәне иҫкә төшөргән һайын ошондай ауыр уйҙар килә башҡа.

Беҙ уның менән яҡын әхирәттәр түгелбеҙ. Тик бер уҡыу йортонда уҡып, бер ятаҡта йәшәгәс, танышбыҙ, аралаша инек. Аҙаҡ иһә бер райондан, күрше ауылдарҙа йәшәгәнде белеп ҡалғас, дуҫлашып та киткәйнек.
Шаталаҡ ҡыҙ ул Уралиә. Нисә ҡарама йылмая, йә шарҡылдап көлә. Уның күңелһеҙләнеп йөрөгән саҡтарын бер ҡасан дә күргәнем булманы. Ошо алсаҡ холҡо арҡаһында дуҫтары күп булды, егеттәр ҙә артынан көтөүе менән йөрөнө.
Шаян булһа ла, кәрәк саҡта етди ҙә. Егеттәр менән ваҡыт үткәреү өсөн йөрөмәне. Уңышлы кейәүгә сығырға, балалар үҫтерергә хыяллана торғайны. Шуға күрә үҙенең ҡапма-ҡаршыһы булған, ҡырыҫыраҡ холоҡло Мансур килеп сыҡҡас, улар күптәрҙе аптыратып дуҫлаша башланы. Аҙаҡ дуҫлыҡ мөхәббәткә үҫеп етте. Бишенсе курсты тамамлағанда өйләнешеп тә ҡуйҙылар.
Уҡып бөткәс, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ. 15-20 йыл күрешмәнек Уралия менән. Ә бер көн тыуған ауылыма ҡайтып, уның хәлен ишеткәс, шаҡ ҡаттым. Ул үҙенең балаһын үлтергән...
Юҡ йомошто бар итеп уларҙың ауылына барҙым, Уралиәгә инеп сыҡмай түҙмәнем. Шул тиклем бойоҡ, бәхетһеҙ йөҙөн күреп тетрәндем. Элекке танышымдың әҫәре лә ҡалмаған. Ҡаршымда мин белгән Уралиәнең күләгәһе генә торғандай.
– Ишеткәнһеңдер хәлемде. Мин бит үҙемдең баламды үлтерҙем... – тип башланы ул.
Тетрәндергес ваҡиға былайыраҡ булған. Өйләнешкәс, бер-бер артлы ике балалары тыуған. Улдары ҙурайып мәктәптә уҡып йөрөгән сағында, Уралия менән Мансур өсөнсөгә атай менән әсәй була. Ике ҡыҙҙан һуң малайҙары тыуа. Бәпес тәмен һағынған ғаилә сабыйҙы яратып туя алмай. Апалары ла өҙөлөп тора. Тик, күрәһең, йәш тә барғандыр инде. Арыта. Уралия өс айлыҡ сабыйы менән өйҙә ултырһа ла, донъя мәшәҡәттәренән арына алмай. Ике һыйырҙы һау, ҡош-ҡорт ҡара, баҡса үҫтер. Ҙур балалар һәм иргә лә иғтибар кәрәк. Бәпес илаҡ ҡына була. Тәүҙә кендеге уңалмай илай. Аҙаҡ эсе ауырта. Инде ҡартайып килгән йәш әсәгә йоҡо бөтөнләй теймәй башлай. Көндәрҙең береһендә ул, йоҡом туйһын тип, бәпесен сәңгелдәктән алып янына һала һәм түшен ҡаптырып йоҡлап китә... Уяныуына сабыйының тынһыҙ кәүҙәһен күреп, шул минутта үҙе саҡ аҡылдан яҙмай.
Полиция тикшерә, экспертиза яһайҙар. Бәпестең төндә тонсоғоп үлгәнен асыҡлайҙар. Яңылышлыҡ менән үлтереү тип эш ҡуҙғатһалар ҙа, уны төрмәгә ултыртмайҙар. Тик артабан нисек йәшәргә?
– Шул көндә үҙем улым менән бергә үлдем. Күләгәм генә йөрөй. Бындай ҙур фажиғәне бер кемгә лә теләмәйем. Былай ҙа бала ҡайғыһынан ҙурырағы юҡ бит. Ә үҙең ғәйепле булғас, нисек йәшәргә? Балаларым, аңлап торған Мансурым булмаһа, әллә ҡасан артынан китер инем, – тине ҡатын.
Икәүләшеп бик оҙаҡ һөйләшеп, илашып ултырҙыҡ. Ул ваҡыттан һуң бер йыл ваҡыт үтһә лә, уның яралары уңалырға уйламай ҙа. Хоҙайым, түҙемлек һәм сабырлыҡ бир әсә йөрәгенә. Бындай аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: