Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Февраль 2021, 18:09

Әсәй бул да ҡуй (хикәйә)

Төпсөк ҡыҙҙарын Өфөнөң авиация институтының ятағында ҡалдырып ҡайтышлай Гөлнәфис ире менән юл буйында туҡтанылар. Ире йыл һайын август аҙағында ошо ерҙә туҡтап китергә тырыша. Улар яһалма сәскәләр һалынған таш янына килеп баҫтылар ҙа, һәр береһе үҙ уйҙарына сумды.

- Апай, йәнең бер үк тыныс булһын инде. Бына еҙнәм менән бәләкәсебеҙҙе лә оянан осороп, оло юлға сығарҙыҡ... Мин ҡыҙҙарыңа яҡшы әсәй булырға тырыштым, ә еҙнәм бөтәһенә лә итәғәтле, изгелекле атай булды, - тип эстән генә апаһынан ғәфү үтенде. Ире таш өҫтөнә тере сәскәләр гөлләмәһе һалды ла, ирекһеҙҙән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һыпырып төшөрҙө. Шунан ҡатынын иңенән ҡосаҡлап алып машинаға ултыртты ла, һаҡ ҡына ары ҡуҙғалды. Эйе, әлеге уның тормош иптәше, ҡасандыр апаһының ире, уның еҙнәһе ине...
- Эй, был тормош юлдары бик ҡатмарлы шул: минең менән улай булмаҫ, тип әйтеп ҡара һин. Хәҙер үк яҙмышыңа төрлө төҙәтмәләр индерә һала ла, икенсе юҫыҡҡа төшөп тә китә.
Был ауылға иң беренсе булып Стәрлетамаҡ педагогия институтын уҡып бөтөргән йәш белгестәр, апаһы менән буласаҡ еҙнәһе, йүнәлтмә буйынса эшкә килгәйне. Бер йылдан һуң шул уҡ институтты бөтөргән Гөлнәфисте лә эргәләренә эшкә саҡырып алдылар улар.
- Балдыҙҙы бер ҡайҙа ла ебәреү юҡ ул, әтеү буласаҡ бажа мине ғүмерлек дошманы күрер, - тип көлдө еҙнәһе. Бәхетле улар: апаһы менән бер ауылда, бер мәктәптә эшләйәсәктәр. Гөлнәфис шатланып ҡына риза булды. Былай ҙа йәрәшкән егете Вәрис:
- Уҡып бөткәс тә, өйләнешәбеҙ, - тип түҙемһеҙләнеп көтөп, ҡолаҡ итен ашап бөттө инде.
Вәрис менән ҡыҙыҡ ҡына танышҡайнылар улар. Ҡунаҡҡа килгән Гөлнәфис апаһы менән клубҡа сыҡҡайны, клуб эсе тулы йәштәр бейемәй, бойоғошоп ултыра.
– Вәрис ҡулын ауырттырған, сыҡмаҫ инде, килһә лә, гармунда уйнай алмаҫ, - тип быш-быш һөйләшеп, ҡайғырыштылар. Шунда Гөлнәфис ҡапыл:
- Баянығыҙ булһа, хәҙер үҙем уйнайым, - тип әйтеп һалмаһынмы. Шуны ғына көткәндәй, клуб мөдире ҡыҙға йүгертеп килтереп баянды тоттора һалды. Гөлнәфис инәлтеп торманы, өҙҙөрөп бейеү көйөн уйнай башланы. Йәштәр бер аҙ албырғап торҙолар, шунан «үәт, булдырҙың!», тип телдәрен шартлатып, күмәкләп бейергә төшөп тә киттеләр. Шул ваҡыт һул ҡулын ап-аҡ бинт менән аҫҡан Вәрис гармунын ҡыҫтырып клубҡа килеп инде. Егеттең абруйы ҙур. Йәштәр ҡапыл бейеүҙән туҡтап, бер ҡыҙға, бер егеткә ҡаранылар. Ә Гөлнәфис күҙҙәрен йомоп алған да, ҡысытҡан бармаҡтарын ҡандырырға теләп, бер кемгә лә ихтибар итмәй, ихласлап уйнай бирҙе. Егет мөкиббән китеп уйнаған ҡыҙға шаҡҡатып ҡарап торҙо ла, янына барып ултырҙы, шунан уң ҡулы менән генә уйнап ҡыҙға ҡушылды. Гөлнәфис гармун моңон ишетеп күҙҙәрен асты ла егеткә һораулы ҡараш төбәне. Вәрис бергә ҡуша уйнайыҡ, тип йылмайып ымланы ла, икәүләшеп кис буйы ярышып уйнанылар ҙа уйнанылар...
Йәш белгестәргә ярҙам итеү – беҙҙең бурыс, тине колхоз рәисе. Йәмле йәйҙең бер көнөндә апалы - һеңлеле йәштәрҙең ике туйын гөрләтеп бергә колхоз ашханаһында үткәрҙеләр. Улар бик бәхетле йәшәп алып киттеләр: һәр ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып икешәр бала тыуып, үҙ-ара ҡатышып, бик татыу ғүмер итәләр ине... Әллә күҙ тейҙе, әллә тәҡдирҙәре шулай инеме, көтмәгәндә юл фажиғәһе бөтәһен дә аҫтын өҫкә килтерҙе.
Ул көндө апаһы менән еҙнәһе мәктәп алдынан матур итеп кейенеп ҡайтайыҡ әле, балаларға ла ваҡ-төйәк алайыҡ, тип Стәрлетамаҡ баҙарына барып килергә булдылар. Гөлнәфис балаларҙы үҙем ҡарап торам, тип Вәрисен дә көсләп тигәндәй йомошлап ебәргәйне.
- Кәләш, бер ҙә аяғым тартмай бит әле, - тигән иренә, - кит, комсомол башың менән оят түгелме, мин теләһә ниндәй хөрәфәттәргә ышанмайым, - тип көлөп ҡалғайны. Нишләптер күңеле бер ҙә һиҙмәгән шул: белгән булһа, аяҡтарына йылан һымаҡ уралып ятып, бер аҙым да атлатмаҫ ине һөйгәнен.
Апайҙары энәнән-ептән кейенеп күңелле генә ҡайтып килгәндә, ошо тау битләүенән төшөп килгәндә, ҡапыл ҡаршыларына йөк машинаһы артынан ҙур тиҙлектә бәләкәй машина килеп сыға. Еҙнәһе бәрелешмәҫкә тырышып, рулен ҡырҡа ситкә борғананын ғына хәтерләй...
Улар юлдан осоп сығып әллә нисә тапкыр әйләнеп, туңкәрелеп барып яталар. Йәнселгән, ҡоймаҡ һымаҡ йәмшәйеп иҙелгән машинанан кешеләрен тартып сығарырлыҡ түгел ине. Тиҙ ярҙам машинаһы килгәнсе, машинаны киҫтереп ярҙам күрһәткәнсе, хәтһеҙ ваҡыт уҙа. Ире менән апаһы шунда уҡ йән биргән булып сыҡты, ә еҙнәһенә әллә нисә тапҡырҙар операция уткәреп, больницала бик оҙаҡ ятырға тура килде.
Бер юлы ике ҡайғыны күтәрергә Гөлнәфистең йөрәге нисек сыҙағандыр, бер Хоҙай белә.
- Әл дә Вәрисем төҫө булып балаларым ҡалды, - тип үҙен йыуатһа ла, йәтимлек һыҙаттары йөҙҙәренә сыға башлаған апаһының балаларына ҡарап, йөрәге әрнене. Ҡатын - ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр, тиҙәр бит, Гөлнәфис тә донъяһын һүндермәй элеккесә алып барырға тырышты. Ә бына былай ҙа сабыр, аҙ һүҙле, тешәк еҙнәһе ауыр ҡайғынан үҙ эсенә бикләнеп үтә бирешеп, ҡартайып китте.
Бер йылдан һуң, бер аҙ баш күҙ алғас, Гөлнәфис үҙе йома көнө Ҡөрьән ашына туғандарын йыйҙы, еҙнәһе лә ике ҡыҙын эйәртеп килде. Шунда апаһының өс йәшлек бәләкәс ҡыҙы килеп ингәс тә:
- Әсәй! Әсәй! – тип йүгереп килеп Гөлнәфисте ҡосаҡлап алды ла, алдына менеп үк ултырҙы. Бөтәһенең дә йәлләп йөрәктәре өҙөлә яҙҙы, күҙҙәрее йәшләнде. Аштан һуң еҙнәһе ҡайтырға йыйынғас, Гөлнәфистең муйынына сат йәбешкән Фәнисәне төрлөсә албырғатып та айырып ала алманылар. Бына-бына күҙ йәштәре тамам, тип торған апаһының оло ҡыҙы ла килеп ҡатындың аяҡтарын ҡосаҡлап алды.
- Беҙгә лә әсәй бул да ҡуй, апай, - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Фәүриә. Баянан бирле әсәйҙәрен ҡыҙғанып бер булған үҙенең ҡыҙҙары ла сеңләп ҡушылдылар:
- Бирмәйбеҙ әсәйҙе, ул беҙҙеке. Ана, һеҙҙең атайығыҙ бар, ә беҙҙеке юҡ! - тип тегеләрҙе тартҡылай башланылар. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары балаларын бик оҙаҡ тынысландыра алманы.
- Улым, килен бик һәйбәт ине... үлгән артынан үлеп булмай... тереләргә йәшәргә кәрәк бит, әллә ... ҡоҙасаны һоратайыҡмы? - тине еҙнәһенең атаһы, тамағындағы төйөрҙө саҡ йотоп.
- Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның ҡулы һыҙлар, тиҙәр. Ҡоҙа-ҡоҙағый, тилертмәйек бәләкәстәрҙе... һеҙ нимә тип уйлайһығыҙ? - тип ул Гөлнәфистең ата-әсәһенә текәлде.
Бик көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты, тик ара-тирә ҡыҙҙарҙың һулҡылдап ҡуйыуы, танауҙарын мыш-мыш тартыуы ғына тынлыҡты боҙа ине. Гөлнәфис көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып ҡалды: баҫҡан урынында ут уйнатҡан ире менән баҫалҡы, бер аҙ йомоғораҡ еҙнәһенең холҡо ер менән күк араһы һымаҡ ине. Шуға ла иң тәүҙә “юҡ” тип асҡан ауыҙын, ҡара янып йөрөгән еҙнәһенә ҡарап, ябырға мәжбүр булды.
- Ҡыҙым, оло кейәүебеҙ бик тәрбиәле, тәүфиҡлы ир уҙаманы икәне һиңә билдәле инде. Һиңә лә яңғыҙыңа бик ауыр булыр, бер-берегеҙгә терәк булып бергә булһағыҙ, апайыңдың да йәне тынысланыр, ҡыҙҙары ла йәтим булмаҫ ине, - тине атаһы көрһөнөп. - Әсәйһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ бит, әллә риза булаһыңмы, балам, - тип әсәһе лә йөпләп ҡуйҙы. Ҡыҙҙарының, еҙнәһенең, туғандарының өмөт тулы ҡарашына ҡаршы Гөлнәфис бер нәмә лә әйтә алманы... - Килегеҙ, ҡыҙҡайҙарым! - тип еҙнәһе саҡырғайны, апаһының ҡыҙҙары Гөлнәфисте, үҙенекеләр Кәримде йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. - Бына шулай, дүрт таған таймаҫ, - тип, ризалығын бирҙе Вәрисенең дә аталары.
Шул көндән алып, улар өс яҡтың да атай-әсәйҙәренең фатихаһын алып, балалар хаҡына, тип бергә ҡалдылар. Улар иңдәренә төшкән барлыҡ ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашҡас, йәшәүҙәре еңелерәк булып китте, балаларының үҫкәндәрен, уңыштарын күреп шатландылар. Тик Гөлнәфискә еҙнәһенә өйрәнеп, ир ҡатыны булып йәшәп китеүе ай-һай - бик ауыр булды. Кәрим дә төшөндә йыш ҡына "Миләшем, Миләүшәм, китмә, китмә! Ҡалдырма мине!" - тип ҡысҡырып төн уртаһында уяныр ҙа, йөрәкһеп, урамға сығып китер, таң атҡансы йөрөп керер ине. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, улар бер-береһенең тойғоларын хөрмәт иттеләр, тәүге йәрҙәренә булған оло мөхәббәт хистәрен аяп, бер ҡасан да ул турала һүҙ ҡуҙғатманылар. Еҙнәһе үҙенең иплелеге, төплө аҡылы менән тора бара Гөлнәфистең тәрән ихтирамын яуланы.
Йәшәйештең ҡанундары ни тиклем көслө булһа ла, Гөлнәфис һөйгәне Вәрисенә, апаһына хыянат итә алмайым тип, башҡа бәпес алып ҡайтырға йөрьәт итмәне.
Кәриме өндәшмәй генә күнде. Ләкин мөҡәддәс тәбиғәт көсө үҙ эшен эшләне, ир менән ҡатын көндән-көн бер-береһенә нығыраҡ тартылды, әҙ генә күрешмәй торһалар ҙа, һағынышып бер булдылар. Балаларына булған һөйөү уларҙы ҡауыштырһа ла, эскерһеҙ мөхәббәттәре үҙенә юл ярҙы. Аллаға шөкөр, әле өс ҡыҙҙары ла яратҡан кешеләре менән ҡауышып, бик матур йәшәп яталар.
Төпсөгөм дә бәхетле генә була күрһен инде, тип иренә йылмайып ҡараны. Кәриме лә, әйтерһең, уның уйҙарын уҡып килгән:
- Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, нәфис гөлөм-Гөлнәфисем! - тип ҡатынын наҙлап ҡына үбеп алды.
Фото: Т.роза
Читайте нас в