Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
10 Февраль 2021, 13:25

Дуҫым тиеп ышанма, һин...

Ҡатынын ҡыҙғанып, танышына бысаҡ менән ташлана.

Аяныслы хәл Баймаҡ районының Темәс ауылында теркәлгән. Эскелек менән мауыҡҡан 43 йәшлек иргә иртәнсәк танышы килә һәм уны эсмәҫкә өгөтләй, ярҙам һорап белгестәргә мөрәжәғәт итергә саҡыра. Дуҫының һүҙҙәре эскән ирҙең асыуын ҡабартып ҡына ебәрә, етмәһә, үҙ-ара һөйләшеүҙә ҡатынын ҡыҙғанып, уның башына тимеп һоҫҡо менән һуға. Зыян күргән хужабикә ике ир араһындағы ыҙғышты туҡтатырға теләй, әммә спиртлы эсемлектән күҙе томаланған ире ҡулына бысаҡ алып, ҡунаҡтың күкрәгенә, арҡаһына һәм муйынына бер нисә тапҡыр сәнсә. Алынған тән йәрәхәттәренән 46 йәшлек ир ваҡиға урынында уҡ йән биргән.
Йорт хужаһының ни ҡылғанын аңлап, иҫенә килгәндә һуң була: ул вафат булыусының туғандарына шылтырата, хәлдең нисек булыуын һөйләй. Аҙаҡ билдәһеҙ яҡҡа үҙ машинаһына ултырып сығып китә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәтсене ҡулға ала. Әммә был ваҡытта ла ул әле тынысланмаған була: полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтә, ҡасырға тырыша. Хатта ҡулына кейҙерелгән бығауҙар менән машинаға ултырғас та, бер хеҙмәткәрҙең башына һуға. Зыян күргән полиция хеҙмәткәренә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә тура килгән.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, ир тулыһынса үҙ ғәйебен таныған. Уға шулай уҡ дуҫының үлеме өсөн генә түгел, шулай уҡ ҡатынына һәм полиция хеҙмәткәренә һуҡҡан өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк.
Ни тиклем ауыр хәл: дуҫ икенсе дуҫына ярҙам итергә теләп, уның өйөнә килә. Ә аҙағы ни тиклем фажиғәле тамамлана. Ә бит быларҙың барыһына ла эскелек ғәйепле... Дуҫым тиеп ышанма, һин... тип йырҙа ла юҡҡа йырланмайҙыр шул.
Фото:ru.depositphotos.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: