Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
6 Февраль 2021, 21:18

"ӘСӘКӘЙЕМ, ҠОТҠАР МИНЕ!.."

Ирем ҡыҙыма бер йәш тулғанда беҙҙе ташлап йәш ҡыҙға сығып китте. Алимент түләмәҫ өсөн официаль эшкә урынлашманы. Ә минең шул тиклем уға үҙемдең унан башҡа тағы ла шәберәк йәшәүемде күрһәткем килде.

Өйгә ремонт эшләттем, яңы йыһаз һатып алдым, ҡыҙымды ҡурсаҡтай кейендерҙем. Йәнәһе, ирем дә, туғандары ла күрһен, үкенһен. Машина һатып алыу өсөн кредит юлларға тура килде. Шуға күрә заводта хатта ике сменаға ҡалып эшләй башланым. Ҡыҙымды әсәйемә ҡалдырам да, йығылғансы тиерлек эшләйем. Бер көн һыуыҡ тейҙереп ауырып киттем, температурам күтәрелде. Бындай саҡта иң яҡшыһы түшәктә ятырға. Юҡ, мин көсләп тигәндәй үҙемде эшкә алып киттем. Станок артына торҙом да ҡайҙалыр ҡолап барғанымды тойҙом. Шул саҡ ҡыҙымдың тауышын ишетәм: “Әсәй, ҡотҡар мине!” Ҡараһам, ҡыҙым бер төпһөҙ упҡын ситендә тора. Әҙерәк шылһа – шунда йығыласаҡ. Мин уның янына барырға маташам, юҡ, килеп сыҡмай. Ә ҡыҙым ҡулдарын болғай, мине ҡабаландыра. Мин хәҙер үк уны тотмаһам, баламды мәңгегә юғалтасағымды аңлап, һуңғы көс менән уның янына ырғыным...

Шул саҡ иҙәнгә ҡолағандан аңыма килдем. Эргәлә бергә эшләгән ҡатындар йүгереп йөрөй. Береһе: “Әгәр ваҡытында өҫтәлдән этенеп, иҙәнгә йығылмаһаң, эшләп торған станогың аҫтына инеп китер инең”,-тине.

Ҡайтһам, ҡыҙым йүгереп килеп мине ҡосаҡлап алды. “Әсәй, мин яман төш күрҙем. Һин станок аҫтына төшөп бара инең. Мин һине ҡысҡырып саҡыра башлағайным, һиен ситкә ырғының”. Баламдың һүҙҙәренән миңә ҡыйын булып китте. Ҡыҙым мине ҡотҡарып ҡалған! Ә мин иремә үс итеп йәшәйем тип балаҡайымды етем итә яҙҙым. Ошонан уң машинамды һатып бар кредиттарҙы түләнем дә, бер сменала ғына эшләй башланым. Донъялағы бар аҡсаны, бар байлыҡты алып бөтөп булмай, ә ҡыҙымдың яҡлаусыһы ла, һаҡлаусыһы ла мин генә.

Автор: Гузель Салихова

фото т.роза

Читайте нас: