Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Февраль 2021, 22:42

“Яңғыҙым ҡунаҡҡа йөрөргә лә ҡыйынһынам...”

“19 йәшемдә тормошҡа сыҡтым. Артымдан бер тотам ҡалмай, “яратам!” тип кенә йөрөгән шаян, шуҡ Айрат исемле татар егете башымды әйләндерҙе бит. Улыбыҙ тыуҙы. Тормошобоҙ башта көйлө генә барған кеүек тойолһа ла, тиҙҙән рәте китә башланы. Ирем бер урында оҙаҡ сыҙаманы, бер эштән икенсеһенә күсеп, яңы урын тапҡансы эшләмәй йөрөп тә эсте бошорҙо. Тиҙҙән һуңлап ҡайтыуҙары йышайҙы, сит ҡатындар менән сыуалыуы ишетелде. Әлбиттә, был хәлдәр янъялһыҙ, иреш-талашһыҙ үтмәне. Әммә кешенең холҡо үҙгәрмәй икән ул.

Йә бергә, йә айырым йәшәп, арыу уҡ ғүмер үтеп китте. Бер балаға ҡарап ҡалмайым әле, ике балам да бер атайҙан булһын тип, килделе-киттеле иремдән ҡыҙ табып алдым. Был аҙымды яһауыма әле ҡыуанып бөтә алмайым: әхирәтем, серҙәшем, ярҙамсым булып ҡыҙым үҫә! Улымдың күптән үҙ тормошо. Ирем менән ныҡлып айырылып ҡуйҙыҡ. Ул башта Мәскәү тарафтарына сығып китте, унан ҡайтып, үҙ ауылында бер ҡатын менән йәшәп ята, тиҙәр.
Хәҙер инде йәшем 50-гә яҡынлай. Ҡабаттан кейәүгә сығырға, парлы булып йәшәргә теләк булды, әле лә бар. Тик кемгә? Дуҫлашып та ҡараным. Күпселек ирҙәрҙең ҡулланыусы, русса әйткәндә, альфонс булыуын, ҡатын-ҡыҙ елкәһендә йәшәргә теләүен аңланым. Бергә донъя көтәйек, терәк булам тигән кешене осратырмынмы, юҡмы?
Ә яңғыҙлыҡ ҡайһы берҙә шул тиклем үҙәккә үтә... Парлы, бәхетле булып йәшәге килә. Тиҙҙән ҡыҙым да үҙ тормошон ҡорор, янымдан китер. Ул сағында бөтөнләй яңғыҙ ҡалырмынмы тигән уйҙан йөрәк семетеп китә.
Элек ирем менән бергә йәшәгән саҡта аралашҡан ғаилә дуҫтары менән дә ара өҙөлдө, тиергә мөмкин. Башлыса үҙем кеүек яңғыҙаҡтар менән аралашыуҙы хуп күрәм. Элекке дуҫтар ғаилә байрамдарына саҡыра ул, тик парлылар араһына яңғыҙ барып ултырыу әллә нисек кеүек. Йә берәйһе ирен ҡыҙғаныр... Кәрәкме миңә шундай проблема? Юҡ, әлбиттә.
Бына әле яңыраҡ бер ғаиләле әхирәтем юбилейына саҡырҙы. Сәбәп табып, барманым. Үпкәләй, кешегә һанамайһың, ти. Һуңынан барып, ҡотлап киттем.
Һеҙҙең арала минең хәлдәгеләр бармы? Нисек ҡарайһығыҙ был хәлгә? Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
Венера, 49 йәш”.
Фото: sun9-47.userapi.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: