Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
5 Февраль 2021, 22:59

Киң дә, тар ҙа икән был донъя

Ауылға бер ҡайтыуымда күршебеҙҙә генә йәшәгән балалыҡ дуҫым Ғәйфи:– Минең аспирант малай кәләш әйттерергә иҫәпләй. Йәйге каникулында никах уҡытырбыҙ, тип торабыҙ. Туйҙарына әбизәтелнә еңгә менән икегеҙҙе саҡырабыҙ, – тип ҡалғайны.

Йәй үтеп, көҙ яҡынлашты, әммә дуҫтан бер ниндәй ҙә саҡырыу-фәлән килмәне. Бер иҫкә төшкәнендә: “Вәғәҙәһен онотто, буғай”, – тип уйлап ҡына ҡуйғайным.

Көҙ башында тағы ла ауылға ҡайтырға тура килде. Шунда әсәйемдән Ғәйфиҙәрҙең туйы нисек үтеүен белештем. Әсәйем: “Туйҙары булманы уларҙың. Әҙерләнеп тә йөрөгәйнеләр, ниңәлер туҡтатып ҡуйҙылар”, – тип яуапланы. Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, Ғәйфи үҙе килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, дуҫым кеҫәһенә ымлап:
– Әйҙә, баҡса аръяғындағы һыу буйына төшөп киләйек, – тип мине эйәртеп алып сығып китте.

Йылға буйында үҫкән ҡарт тирәк төбөндә табын ҡороп, “тамаҡ сылатып” алғас, Ғәйфи:
– Туйға саҡырманы был, тип үпкәләгәнһеңдер инде, дуҫ. Насип булманы шул әле уны үткәрергә. Әллә ниндәй буталсыҡ хәлгә тарыным мин. Шуға башым ҡатып тик йөрөй. Иҫәңгерәгән балыҡ хәлендәмен, – тине, йөҙөн йыйырып.

Дуҫымдың бисә-сәсәгә бигүк битараф булмағанын һәм шул сәбәпле өйҙәрендә йыш ҡына ғауға сығып торғанын белгәнгә:
– Нимә, килен тағы берәйһе менән тоттомо әллә үҙеңде? – тип һорап ҡуйҙым.

– Тотһа, уныһы ғына пүстәк булыр ине әле – өйрәнгән баш, ләкин бында үҙемдең генә баш етмәҫлек бәләгә юлыҡтым. Башҡаға һөйләһәң, берәү ҙә ышанмаҫ. Мине аңларһың, тип һиңә генә әйтәм, – тине Ғәйфи, стакандарға араҡы ҡоя-ҡоя.

Һалынғанды йотоп ҡуйғас, дуҫым, ҡапыл ғына миңә ҡарап:
– Хәтерләйһеңме, сельхозинститутта уҡып йөрөгәндә һиңә Рәзинә исемле ҡыҙҙы килтереп күрһәткәйнем? – тип һорап ҡуйҙы.

– Һинең ҡыҙҙарың күп булды инде, ҡайҙан ғына һәр береһен хәтерләп бөтәһең? –тим.

– Быныһы үҙенә берәү ине бит. Хәтәр сибәр, ут һымаҡ янып торған Кушнарен ҡыҙы – нүжәли оноттоң?!

– Бәлки, иҫтәлер ҙә, – тинем Ғәйфиҙе аптыратмаҫ өсөн.

– Ундайы иҫтә ҡалмай тиме ни – торғаны менән хур ҡыҙы ине. Әле һаман йөрәгем тү­рен­дә урыны һәм үлгәнсе шунда ҡалыр ҙа, – тип дуҫым үҙе тарыған хәл-ваҡиғаны һөйләп алып китте. – Ҡыҙҙар менән күп йө­рө­нөм, ә быныһына тәү күреүҙә үк баш-тоя­ғым менән ғашиҡ булып, көн һайын Рәзинә йәшәгән пединституттың дөйөм ятағына саба башланым. Тәүҙә бик үҙһенмәһә лә, аҙа­ғыраҡ үҙе лә миңә эҫенеп китте. Һағы­нышып-осрашып паркта йөрөйбөҙ, киноға барабыҙ. Айырылышҡанда ҡосаҡлашып, үбешкән булабыҙ. Шулай биш-алты ай самаһы йөрөгәс, беҙҙең ара мөшкөлләнә башланы. Кисләтеп ятаҡтарына барһам, ҡайһы саҡ Рәзинә бүлмәһендә булмай сыға. Көтәм-көтәм дә, башты түбән эйеп, ҡайтып китәм. Ул саҡ көнләшеү тигән нәмә ҡотороп, мейене әллә ниндәй уйҙар быраулап үтә. Ә һөйгәнем үҙенең юғалып тороуын Өфөлә йәшәгән туған тейешле яңғыҙ әбейҙе тәрбиәләргә йөрөүе менән аңлатты. “Ярҙамлашырмын, мине лә үҙең менән алып бар”, – тиһәм дә, тәҡдимемдән баш тартты.

Рәзинәнең миңә булған ҡарашының үҙгә­реүе, бармаҡтарына, ҡолаҡтарына ҡиммәтле алҡа-йөҙөктәр тағып йөрөй башлауы һиҫкәндерҙе. Ҡыҙ “биҙәүестәрем – шул инәй тейешле кешенең бүләге” тип әйтте. Бер көн уны төн уртаһына тиклем көтөп алып, ауыҙынан шарап еҫе аңҡып торғанын һиҙгәс, нимә уйларға ла белмәй, шаңҡып ҡалдым. Ә башта бит киләсәккә матур-матур пландар ҡоролған, Рәзинә менән өйләнешеп, нисек донъя көтә башлауыбыҙ һәр сәғәтенә тиклем уйланылып ҡуйылғайны.

Йәйге сессияларыбыҙ тамамланып, Рәзинәгә – үҙенең, миңә үҙемдең районға практикаға китеүгә бер аҙна самаһы ҡалғас, ҡыҙ, тыуған көнө икәнен әйтеп, мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Кеҫә рөхсәт иткәнсә ярайһы ғына бүләк алып, бер шарап ҡыҫтырып, Рәзинә йәшәгән бүлмәгә барып индем. Һөйгәнемдең тыуған көнөн уның дуҫ-иштәре менән күмәкләшеп байрам итербеҙ тиһәм, ҡыҙ, ыҡсым ғына өҫтәл әҙерләп, яңғыҙы ғына мине көтөп ултыра ине. “Икәүҙән-икәү генә үткәрәйек, йәнем, минең байрамды”, – тип миңә килеп һырылды.

Шул кистә уның янында ҡуна ҡалдым һәм йөрәгемә төҙәлә алмаҫлыҡ яра алдым: Рә­зинәм ҡыҙ булмай сыҡты. Хәҙер генә йәш-елкенсәк имсәк ташлау менән сексҡа йәбешеп, өйләнешкәндә ҡыҙҙарҙың сафлы­ғына бик иғтибар итмәй. Ә беҙҙең заманда бит ул башҡа һыймаған нәмә ине. Ундайҙарға кеше һуйған енәйәтсегә ҡараған кеүек ҡаранылар.

Ул төндә Рәзинә илай-илай унынсы класта уҡыған сағында үҙен бер егеттең көсләүе хаҡында һөйләне, ә мин йөрәк әрнеүен шарап менән баҫтым. Шулай ҙа район­дарыбыҙға ҡайтып киткәнсе айырылмай бергә йөрөнөк. Күңелдә ҡаты төйөн йомарланһа ла, ярай, Рәзинәнең саф түгеллеген икебеҙҙән башҡа берәү ҙә белмәй, мөхәббәтебеҙ алдында был һынау ғына булыр, тип үҙемде йыуатырға тырыштым. Йәберләнгән кешене йәлләү, ғәфү итеү тойғоһо ла бар бит инде беҙҙә.

Айырылышҡас, Рәзинәгә йылы һүҙҙәр ме­нән тулы хаттар оҙаттым. Әммә ул бер-ике генә яуап бирҙе лә һуңға табан бөтөнләй хат яҙманы. Һөйгәнемдән хәбәр килмәүе, ни булғанын аңламау, билдәһеҙлек биш айлыҡ практикамды биш йылға һуҙған кеүек булды. Ҡайтанан уҡырға килгән көндә үк Рәзинәне эҙләп, ятаҡтарына барҙым. Ул мине һалҡын ғына ҡаршы алды ла башын түбән эйгән килеш: “Ғәфү ит, Ғәйфи, мин үҙебеҙҙең мәктәп директорына кейәүгә сыҡтым”, – тине.

Мин баҫҡан урынымда бер һүҙһеҙ ҡатып ҡалдым. Рәзинә бер аҙҙан ҡулымды алып йомарлана башлаған ҡорһағына ҡуйҙы ла: “Һиҙәһеңме – мин ауырлы инде… Ул, бәлки, һинекелер ҙә”, – тине. Миңә башымды эйеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, бер ай самаһы йөрөнөм дә күптән миңә күҙ атып йөрөгән курсташым Әлфинәгә өйләнешергә тәҡдим яһаным. Аҙаҡҡы курста уҡый инем. Дип­лом яҡлай һалып, ауылға ҡайтып, туй эшләп тә ебәрҙек. Хәйер, уларын үҙең дә беләһең.

Эйе, Ғәйфиҙең өйләнгән осорон бик яҡшы беләм, туйында ла булдым. Һөйкөмлө, алсаҡ ҡына кәләше Әлфинә киленде лә оҡшатҡайным.
– Нимә, Рәзинәң тағы юлыңды арҡыры сыҡтымы әллә? Хәтәр хәлдән һалдыраһың? – тип һораным Ғәйфиҙән.

– Сығыуын-сыҡманы ла ул…Тыңлап бөтөр, аҙаҡ үҙең аңларһың, – тип дуҫым һүҙен дауам итте. – Беҙҙе, ауыл хужалығы белгестәрен, Өфөгә ебәреп, белемебеҙҙе камиллаштырыу буйынса ара-тирә уҡытып алғылайҙар бит инде. Ике йыл элек мине лә уҡырға ебәрҙеләр. Райондан икәү инек, ятаҡта ла икебеҙ бер бүлмәлә урынлаштыҡ.

Аспирант малайыма ауыл күстәнәстәрен илтеп килгәс, кисен Мостафа менән бүлмәбеҙҙә табын ҡороп алдыҡ. Зәм-зәм һыуы күңелдәребеҙҙе күтәреп, дәртебеҙҙе уятып ебәргәс, Мостафа: “Әллә ҡыҙҙар саҡырабыҙмы?” – тип ысҡындырҙы. Миңә, бисә-сәсә яғына йомшаҡ кешегә, етә ҡалды: “Булдыра алһаң – давай”, – тим.

”Ниңә булдырмаҫҡа?! Түлкә по вызову йөрөгән ҡала фәхишәләрен саҡырмайбыҙ, ә үҙебеҙҙең ауыл студенткаларын килтерәбеҙ. Хәҙер улар араһында ла шулай аҡса эшләүселәр күп. Тиҙ генә бер дуҫҡа шылтыратам да”, – тип был блокнотын аҡтарғылап, телефонына йәбеште, ә миңә шешәләр запасын тулыландырырға ҡушты.

Магазинға сығып, шарап-фәлән алып килдем. Ҡыҙҙарҙы көткән арала тағы бер шешәне бушатырға өлгөрҙөк. Күҙҙәр томалана башлаһа ла, Мостафаның дуҫы кил­тер­гән ике һылыуҙың береһен шунда уҡ кү­ңелемә яҡын күреп, бүлмәләшемдең ҡола­ғына: “Быныһы миңә”, – тип шыбырҙай һалдым.

Иртән уянып, эргәмдә бер ни белмәй йоҡлап ятҡан Гөлфиәгә күҙ һалдым да ҡапыл һиҫкәнеп киттем. Был һылыу йөҙө-торошо менән Рәзинәне хәтерләтә ине: шул уҡ дуғаланып торған ҡаштар, уймаҡ ҡына ирендәр, оҙон ҡара керпектәр, шул уҡ һығылмалы кәүҙә, хатта түшендәге миңе лә уныҡы. Төнөн иҫерек баш менән быларға иғтибар итмәгәнмен, күрәһең. Шулай уҡ ботлап битенә яҡҡан буяуҙары ла уның ысын һыҙаттарын йәшергәндер, бәлки. Мин, ни уйларға белмәй, шаңҡып ҡалдым. Етмәһә, ҡолағымда Рәзинәнең һуңғы күрешкәндә ҡулымды ҡорһағына һалып әйткән “Ул, бәлки, һинекелер ҙә” тигән һүҙҙәре яңғырап китте. “Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел!” тип, үҙемде тынысландырырға, аҡларға тырыштым.

Шулай ҙа “хеҙмәт хаҡы”н түләп, ҡыҙҙарҙы оҙатҡанда Гөлфиәнән ҡайһы яҡтан булыуын һорамай ҡалманым. “Мин Кушнарендан, – тине ул һәм яғымлы йылмайып өҫтәп ҡуйҙы. – Ағай, мин һеҙҙе күргәс тә, атайымдай яҡын күреп, бик оҡшаттым. Тағы ла киләйемме?” “Юҡ, кәрәкмәй”, – тип кенә әйтә һалып, башҡаларға һиҙҙермәй генә ҡыҙға мул аҡса тотторҙом.

Бына шул көндән бирле нүжәли Гөлфиә минең ҡыҙым булып сыҡты һәм мин үҙ ҡыҙым менән йоҡлағанмын, тип оло енәйәт ҡылған кешеләй үҙемә үҙем урын тапмай тик йөрөйөм, дуҫ.

Ғәйфи һүҙенән туҡтап, тулы рюмкаһын күтәреп бәрҙе лә минән тәмәке һорап алып тоҡандырҙы.
– Ташлаһам да, шундай саҡтарҙа ауыҙға ҡабам мин уны. Әҙерәк тынысландырғандай итә, ҡәһәрең, – тине ул, йотлоғоп тәмәке һура-һура.

– Үҙеңде билдәһеҙлек менән язалағансы, ҡыҙҙан ата-әсәһенең кем булыуын һорашыр инең. Бәлки, Рәзинәгә оҡшаған берәй туған тейешле кешеһенең ҡыҙылыр, – тинем Ғәйфигә.

– Юҡ, яңыраҡ уның Рәзинәнең ҡыҙы булғанын белдем. Тик бына минекеме-түгелме икәне генә билдәһеҙ ҡалды… Донъя киң тиһәк тә, теге ваҡыт Гөлфиә менән осраштырып, тарлығын күрһәткәйне, яңыраҡ быны тағы бер ҡат раҫланы, – тип Ғәйфи һүҙен дауам итеп алып китте. – Бисә менән аспирант малайға “Кәләш ал, ҡартаяһың бит инде”, – тип тылҡый торғас, ул бер заман “Көтөгөҙ, таныштырырға ҡыҙымды алып ҡайтам” тип хәбәр ебәрҙе. Ҡайтҡан көндәрендә үк никах уҡытырға һөйләшеп, килешеп ҡуйҙыҡ. Шул осор һин дә ҡайтҡайның бит, туйға саҡырам, тип һиңә лә өндәшкәйнем.

Тәғәйен көндә малай ҡыҙын эйәртеп ҡайтып керҙе. Буласаҡ кәләшенең Гөлфиә икәнен күргәс, артыма тәгәрәп китә яҙҙым. Ул да мине шунда уҡ таныны: йөҙө ҡапыл ҡып-ҡыҙыл булып, күҙҙәрен йәшерергә тырышты. Малай ҙа, бисә лә беҙҙәге үҙгәрештәрҙе һиҙмәне, буғай. Улым исемен әйтеп таныштырғанда шым ғына ҡыҙҙың ҡалтыранған ҡулдарын ҡыҫҡан булдым. Ә үҙемдең башта мең төрлө уй ҡайнаша. Гөлфиә Рәзинәнең ҡыҙы булмаһа ғына ярар ине, тип теләйем. Булмаған осраҡта ла, үҙең менән ҡунған ҡыҙҙы малайҙың кәләше итеп күрәһе, үҙ улыңа “бажа” булып йөрөйһө килмәй бит инде. Ә инде ҡыҙ Рәзинәнеке, унан да бигерәк минеке булып сыҡһа, был бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл – бер ата балаларын өйләнештергән кеүек килеп сыға бит!

Эстән генә “нәфсеһен тыя алмаған эт!” тип берсә үҙемде, берсә Рәзинәне ҡәһәрләйем. Сәй табынына ултырғас, минең бисә ҡыҙҙан ата-әсәһенең кем булыуын һораша башланы.

Мин “Йә, Хоҙай, кемдең исемен ишетермен” тип ҡолаҡтарымды ҡарпайтып тыңла­йым. Гөлфиә, ишетелер-ишетелмәҫлек кенә итеп ата-әсәһенең уҡытыусылар, исемдәре Рәзинә менән Хәлил икәнен әйткәс, ҡулым­дағы сынаяғым төшөп китеп, өҫтөмә сәй түгелде, шундай хәлдә инем: тәнем бешкәнде лә һиҙмәнем хатта. Кейем алмаштырам, тип тиҙ генә сығып китә һалдым һәм нисек тә никах уҡытмаҫҡа тигән уй менән мулла абзыйҙарҙың өйөнә саптым. Мул ғына аҡса төртөп, уны берәй сәбәп табып, бер көнгә күрше ауылға китеп торорға күндерҙем.

Өйгә ҡайтып бөгөн никах уҡытып булмаясағын белдерҙем дә, малайҙың мунсаға киткәнен һаҡлап тороп, Гөлфиәне үҙ яныма саҡырып алдым. “Ғәфү ит, ҡыҙыҡай, һеҙ өйләнешергә тейеш түгелһегеҙ” тигән һүҙҙәремә ул: “Мин дә шулай уйлайым. Улығыҙҙы өҙөлөп яратһам да, араны өҙөргә тырышасаҡмын”, – тип яуап бирҙе, ә күҙҙәренән йәш бөрсөктәре тамды.

Иртәгәһенә Гөлфиә “сирләп киткәс”, малай менән ҡыҙ Өфөгә юлға сыға һалды. Бер аҙҙан малайҙан “Никах та, туй ҙа булмаясаҡ. Беҙ Гөлфиә менән айырылыштыҡ” тигән хәбәр алдыҡ.

Бына шулай, дуҫ, туй өҙөлдө. Бында мин берәүҙе лә ғәйепләй алмайым. Уйлап эшләһәң дә, бындай ғәжәп, ғибрәтле хәлгә тарып булмаҫ ине.
Ғәйфи, һүҙенән туҡтағас:
– Дә-ә, иҫ киткес ҡыҙыҡ хәл, телевизорҙа барған сериалдарҙан кәм түгел, әйҙә гәзиткә яҙайыҡ, – тинем.

– Кемгә – ҡыҙыҡ, кемгәлер – ҡыҙғаныс… Теләһәң, яҙ әйҙә, башҡалар ғибрәт алһын. Түлкә исемдәрҙе үҙгәртергә онотма, – тип ҡуйҙы ул.


Автор: Мөҙәрис БАҒАЕВ
фото т.роза
Читайте нас: