Үҙемдең атайымды хәтерләмәйем тиерлек. Ни бары юғарыға күтәреп сөйгәне иҫемдә лә, уның йылмайған йөҙө күҙ алдында. Тап шул мәлдәр бала сағымдың иң бәхетле хәтирәләре булып күңелемә һеңгән. Биш йәш тулып барғанда атайым һәләк булды. Үгеҙ һөҙөп үлтерҙе уны. Был көтөлмәгән юғалтыуҙы әсәйем менән шул тиклем ауыр кисерҙек.
Тик тормош дауам итә. Әсәйем икенсегә кейәүгә сыҡты. Миңә ул саҡта ете йәш ине, саҡ мәктәпкә барған йылым. Әсәйемде лә әле ҡатын-ҡыҙ булараҡ аңлайым кеүек: атайым үлгәндә уға ни бары 26 йәш булған. Уға ла тормошта таяныс булырҙай кеше кәрәккәндер, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килгәндер. Тәүҙә улар матур ғына йәшәй башланы кеүек ине. Миңә ҡарата үгәй атайҙың мөнәсәбәте баштан уҡ һалҡыныраҡ булды. Үҙем дә уға ылыҡманым.
Үгәй атай беҙҙе ҡалаға күсереп алып китте. Ҡара көндәрем шунда башланды ла инде. Ул мине өйөнә һыйҙырманы. Тәүҙә этлектәрен әсәйемдән йәшереп эшләне. Шул йылдарҙа ул төнөн эшләй, көндөҙ ял итә ине. Шуға мәктәптән мине ул ҡаршыланы. Аҙыҡ йәлләп, ашатмай торғайны. “Әрәмтамаҡ, эшлә лә аша” булды яратҡан һүҙе. Әллә ни күп тә ашамағанмындыр инде, ниңә күпһенгәндер? Ас йоҡларға ятҡан көндәрем йышайҙы. Тик әсәйемде йәлләп, уға был турала һөйләмәй торғайным.
Һуңғараҡ мине туҡмай башланы. Саҡ ҡына тыңламаһам, уға кәрәк булғанса эшләмәһәм, килтерә лә һуға. Тәүҙәрәк быны әсәйемдән йәшерһә, аҙаҡ уның алдында ла ҡул күтәрә башланы.
– Һин мәмәй, балаңды йәлләп ултыраһың. 16 йәшендә бала табып алып ҡайтһа, белерһең әле. Әле үк тәрбиәләргә кәрәк! – тип әйтә торғайны.
Ә араҡы эсеүе йышайғас, әсәйемдең үҙенә лә эләгә башланы. Иҫерек ҡайтып инә лә, икебеҙҙе лә туҡмай башлай.
Ни өсөн әсәйем алданыраҡ китмәгәндер? Моғайын, кеше һүҙенән оялғандыр, тип уйлайым. Ауылға, иҫке емерек йортҡа әйләнеп ҡайтҡыһы ла килмәгәндер, бәлки. Шулай ҙа миңә 14 йәш тигәндә, батырлығы етеп, киттек үгәй атайҙан. Унан алда ғына иҫереп ҡайтып, айырыуса аяуһыҙ итеп туҡмағайны. Минең башымды яра һуҡты, дауаханаға алып барҙылар. Өс аҙна самаһы ятып, саҡ кеше булып сыҡтым. Бөтөнләй баламды үлтереп ҡуймаһын тигәндер инде.
Шул саҡтан ярты ғүмер үтте. Бала саҡ үпкәләрем уңалды кеүек ине. Тик бөгөн уның фотоһын күреп ҡалғас, барыһы ла киренән иҫемә төштө. Дөрөҫөрәге онотолмаған да булған икән. Ни бары күңелемдең төпкө бер бүлмәһенә генә ябып ҡуйғанмын. Барлыҡ ҡурҡыуҙарым, үпкәләрем, илауҙарым күҙ алдына баҫты.
Үгәй атайымдың сәхифәһенән аңлашылыуынса, ул яман шеш менән сирләй. Дауа өсөн социаль селтәрҙәр аша аҡса йыйып маташа. Фотонан ҡартайған, таушалған, сирле йөҙ ҡарай. Бер тамсы ла йәлләмәнем үҙен. Ни бары туҡмалып, ас үткән бәләкәй үҙемде һәм ике ут араһында янған әсәйемде йәлләйем.
Әле үҙемдең ғаиләм, ике балам бар. Ирем менән һәйбәт кенә йәшәйбеҙ. Тик бер-бер хәл булып, унан ҡалһам, балаларым хаҡына икенсегә кейәүгә сыҡмаясаҡмын. Уларға ла шундай үгәй атай эләгеүен һис теләмәйем...
(Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).