Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
27 Ғинуар 2021, 13:45

Ни эшләүең был, әсәкәйем?

Мин – Өфө ҡыҙы. Атайымды артыҡ хәтерләмәйем дә, ул мин бәләкәй саҡта үлеп ҡалған. Әсәйем менән икәү генә йәшәнек. Һүҙ ҙә юҡ, яҡыныма йәшләй тол ҡалыуы бик ауыр булды, тик мине уйлапмы, ул башҡаса кейәүгә сыҡманы.

– Ҡыҙым, һин етем үҫәһең. Башҡаларҙыҡы кеүек атайың юҡ. Аҡсалы иргә сығырға кәрәк һиңә, – тип бала саҡтан башыма һеңдерҙе ул.
Мәктәпте тамамлағас, артыҡ теләгем булмаһа ла, бар көсөн һалып мине юридик факультетҡа уҡырға индерҙе. Йәнәһе, унда байҙар ғына уҡый, аҙаҡ юристар етеш йәшәй. Әсәйемдең һүҙен йыҡмайым тип, ризалаштым.
Бер заман беҙҙең иҫке генә “хрущевка” янында зиннәтле яңы йорт төҙөнөләр. Унда хәлле кешеләр фатир алып йәшәй башланы. Араларында курсташым Андрейҙың да булыуын белеп ҡалып ғәжәпләндем. Уның атаһы - ҙур предприятие директоры, бай булыуҙары аңлашылып тора. Улдарына айырым фатир алып биргәндәр икән. Андрей миңә иғтибар күрһәтә башланы. Ҡиммәтле машинаһы менән институтҡа алып бара, алып ҡайта. Дуҫлашып та киткәс, минән нығыраҡ әсәйем шатланды.
– Исмаһам бер аҡыллы аҙым эшләнең, бай егетте эләктерҙең. Хәҙер ҡулдан ысҡындырмай ғына кейәүгә сыға һал. Ауырға ҡал, өйләнмәй бер ҡайҙа ла бармаҫ, – тип шаҡ ҡатырҙы бер көн ул.
Уның башҡа милләт кешеһе булыуы, күп аҡсанан шашҡан егет икәнлеген ишетергә лә теләмәне. Ә Андрейҙың еңел наркотиктар менән шаярыуын да белеп ҡалғас, унан төңөлөргә булдым. Күрәләтә наркомандан бала табып ултырып булмай бит инде. Был турала әсәйемә әйткәс, уның иҫе лә китмәне. “Йәш саҡта кем генә иҫәрлек эшләмәй инде. Балағыҙ булғас, туҡтар әле. Тиҙерәк ауырға ҡал”, – тип һаман үҙенекен тылҡыны.
Андрейҙан баш тарттым. Әсәйем был аҙымымды бөтөнләй хупламаны. Кире дуҫлашырһығыҙ әле, тип өмөтләнеп йәшәүен белде. Мин иһә ул арала икенсе егет менән танышып алдым. Илдар ҙа курсташым ине. Ул - ябай ауыл егете, ҡуртымға фатир алып йәшәй, әммә тырыш, булдыҡлы. Уҡыуҙан буш ваҡытында ике урында эшләй. Ата-әсәһенән аҡса алмай, үҙе уларға ярҙам итә. Итәғәтле, алсаҡ был егеткә нисек шунда уҡ иғтибар итмәгәнмен тип аптырайым хәҙер.
Беҙ бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ, матур ғына итеп йөрөп киттек. Яҡшы егет табыуыма шатланып, Илдарҙы әсәйем менән таныштырҙым. Ә ул... һөйгәнемдең ябай ауыл егете икәнлеген белеп ҡалғас, хатта исем өсөн генә булһа ла уның менән йүнләп һөйләшмәне. Ваҡыт үтер, уның ниндәй яҡшы кеше икәнлеген аңлар тип өмөтләнһәм дә, әсәйемдең күңеле иремәне. Ул һаман бай һәм боҙоҡ Андрейҙы кейәүе итеп күрә шул.
Ике аҙнанан беҙҙең туй. Әсәйем, донъялағы иң яҡын кешем, унда килмәйем тип ҡырт киҫте. Улай ғына ла түгел, беҙҙең менән бөтөнләй һөйләшмәй башланы. Һөйгәнемдең ата-әсәһе алдында шул тиклем уңайһыҙ. Ҡала килененең әсәһе уларҙы ихтирам итмәй тип ҡабул итәләр. Үҙемдең әсәйемдән башҡа яҡын туғандарым да юҡ. Етем бала кеүек яңғыҙым ултырасаҡмын. Әсәйем был турала уйламай, минең бай иргә сыҡмауыма үсегеүен дауам итә, иң бәхетле көнөмдө боҙорға уйлай...
(Өфө ҡыҙының һөйләгәндәренән).
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: