Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
26 Ғинуар 2021, 00:00

Кеше һүҙе кеше үлтерә

Хатта Зөлфиәнең муйынындағы ынйы мәрйендәр ҙә ҡайғынан ҡарайғандай тойолдо...

Ғүмер буйы психолог булып эшләгән, кеше яҙмыштарын үҙ башынан үткәргән, шатлыҡ-ҡайғыларын кисергән танышым Мәрйәмдең һөйләгәнен теркәп барһаң, том-том китаптар яҙырлыҡ. Һәр береһе күңелдә уйылып ҡала, кемгәлер – фәһем, кемгәлер - ғибрәт... Береһе менән һеҙҙе лә таныштырырға баҙнат итте ул.
“Бынан бер нисә йыл элек кабинетҡа бик күркәм ҡатын килеп инде: төҫ тиһәң - төҫ, буй тиһәң - буй... Ҡупшы кейенгән, матур стилдәге прическа, зәңгәр күҙҙәре янып тора, маникюр... Был 40-45 йәштәрҙәге ҡатынға ҡарап һоҡланыуымды йәшермәнем. Ул тыйнаҡ ҡына йылмайып, үҙенең йәш түгеллеген, алтмыш йәште уҙып барыуын әйтте, - тип башланы һүҙен Мәрйәм. - Үҙен бик ышаныслы тотҡан ҡатындың да психологҡа һорауы бар икән. Ул миңә күҙ төбәп кәңәшкә килгән. Үҙенән ун йылға йәшерәк ир менән танышҡан. Икеһе лә музыка, сәнғәт өлкәһендә эшләгәс, фекер алышыу өсөн уртаҡ темалары ла етерлек икән. Бер-береһенә тартылған икәүҙе рухи яҡынлыҡ, һөйөү солғаған. Тик йәш араһындағы ун йыл айырма тора-бара Зөлфиәне уйға һалған, бындай йәштә мөхәббәт тураһында һүҙ йөрөтөү оят түгелме?
Бер сәғәт тигәндәй барған һөйләшеүҙә ҡатындың икеләнеүе һынғандай булды. Тик мин уның тулыһынса асылып бөтмәүен һиҙҙем, икенсе тапҡыр осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ, тик ул килмәне...
Ярты йыл үткәндән һуң уны кабинет ишеге алдында күреп телһеҙ ҡалдым. Уңа төшкән костюмда, үксәләре ашалған туфлиҙағы сал сәсле әбейҙә Зөлфиәне таныу мөмкин түгел ине. Күҙҙәре һүнгән, арҡаһын көмөрәйтеп, башын эйгән көйө ултырғыста ултырған ҡатындың муйынындағы ынйы мәрйендәр ҙә үлгән... Уның ҡалтыранған тауышы ишетелгәс, “моғайын, барыһына яуапһыҙ мөхәббәт ғәйеплелер, әҙәм аҡтығы теге музыкант уны ошо көнгә төшөргәндер”, тип уйланым.
Ғәмәлдә Зөлфиә үҙе мөхәббәттән баш тартҡан, ниндәй аҡыллы, белемле булыуына ҡарамаҫтан, “романы” тураһында туғандары, дуҫ-иштәре менән кәңәшләшкән, уларҙың һәр һүҙе йөрәген яралаһа ла, фекерҙәренә ҡолаҡ һалған. ”Альфонс бит ул, һинең байлығың ғына уға кәрәк”, “барыбер ташлаясаҡ, аҡылға кил”, “62 йәштә ниндәй мөхәббәт булһын, ҡартлығыңды уйла”, “һин бит инде өләсәй, аҡылдан яҙҙыңмы әллә”, ”паспортыңа күҙ һал, исмаһам”, “әллә һиндә деменция башландымы икән?”, “ул бит алдашырға өйрәнгән, һинең ҡиммәтле ынйы мәрйендәреңде, машинаңды күреп, ҡатын-ҡыҙ иҫәбенә йәшәргә уйлағандыр”... Таныштарының барыһы ла тиерлек йәш айырмаһына баҫым яһап, Зөлфиәне хәүефтән араларға тырышҡан. Көн һайын бер үк кәңәш. Хатта музыкант менән араларҙы өҙгәс тә кәңәштәр туҡталмаған.
Ғәфүр, әлбиттә, тиҙ генә мөнәсәбәттәрҙе һүндерергә теләмәгән, даими шылтыратҡан, һылтау табып осрашырға тырышҡан, тик Зөлфиә бирешергә теләмәгән, ҡарарынан ҡайтмаған. Уны бит күпме әхирәттәре, һеңлеләре, таныштары үҙ итә, ҡурсалай, кәңәштән өҙмәй, хәлен һорашып, уның хөрмәтле оло йәштә икәнен хәтеренә төшөрөп кенә тора...
Мин уның, ысынлап та, ярты йылда һурылып, ҡартайып әбейгә әйләнгәнен күрҙем. Һөйөүен үлтергән, йөрәген яралаған, ынйылары ла элеккесә матур түгел, ҡарайып киткәндәй. Дөрөҫөн әйткәндә, изге күңелле кешеләрҙең изге кәңәштәре уны шундай хәлгә төшөргән. Тураһын әйтәм тип, һеҙҙең күңелегеҙҙе ағыулаған кешеләр һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа кәрәк.
...Зөлфиә үҙендә көс табып, мөхәббәтен ҡайтара алды. Ынйы мәрйендәре лә терелде. Мин уның өсөн бик шат! Тик һәр ваҡытта ла юғалтылғанды ҡайтарыу мөмкин түгел шул".
Фото:Acken.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в