Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
25 Ғинуар 2021, 22:16

"Рәнйемәйем мин уға..."

Ялғандан башланған тормошоңдан ҡәнәғәтһеңме, Сәймә? Ҡылғандарың тыныс йәшәргә ирек бирерме?..

Баш ҡалала ун йылдан һуң төркөмдәштәр осрашыуы бара. Бергә университет тамамлаған 23 кешенең 19-ы килгәйне. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып, яңылыҡтарыбыҙ менән алмашып бөткәс, өҫтәл артына ултырыштыҡ.
Янымда Сәймә менән бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙ тура килде. Арлы-бирле аралашып ултыра торғас, ул ҡапыл: "Беләһеңме, Сәймә Рифатын һинән һаман көнләшә, шуға килмәгәндәрҙер", - тип әйтеп ташланы. "Беҙҙең Сәймәме ни?" "Эйе. Ул да Рифат тип күҙе тонғайны бит уҡыған саҡта. Һеҙ генә, бер-берегеҙгә мөкиббән киткән икәү, һиҙмәгәнһегеҙҙер".
Рифаттың Сәймә менән йәшәп ятыуы минең өсөн аптырамалы яңылыҡ булды. Иҫемә "ҡылт" итеп йүгереп тигәндәй йөрөгән, ҡыҫыҡ күҙле, ҡараҡай ғына ҡыҙ килеп баҫты. Әле ишетеүемсә, Сәймә Рифатты ныҡ яратып йөрөгән, имеш, нисек булһа ла үҙемә ҡаратам, тип гел теш ҡайраған. Шунан аҙаҡ маҡтанып һөйләгән, хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип.
Баҡтиһәң, маҡсатына ирешер өсөн миңә уны, уға мине яманлап һөйләгән. Минең турала нимә һөйләгәнен хатта яҙыуы ла имәнес. Быны ишеткәс, ваҡыт байтаҡ үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙемде бысраҡ һыу менән ҡойонғандай хис иттем. "Шуның яман эшендә ҡатнашҡан кеше кеүек үҙемде лә ғәйепле тоям. Һөйләгәс, еңел булып ҡалды", - тип тамамланы һүҙен Сәймәнең әхирәте. Хәлдәр ана нисек булған икән!..
...Рифат менән беҙ беренсе курста уҡ бер-беребеҙҙе оҡшатып, дуҫлашып йөрөп алып киттек. Ул бик ипле, тыныс, аҡыллы егет ине. Ихтирамлы, иғтибарлы, бер һүҙ менән әйткәндә, тәрбиәле. Көнө буйы тиерлек бергәбеҙ, дәресте лә бергә әҙерләйбеҙ, киноға йөрөйбөҙ. Уның менән шундай еңел, тыныс ине миңә. Баш юғалтырлыҡ мөхәббәт утында яныу түгел ине был, ә күңелгә һиллек бирә торған тандыр ғына мөнәсәбәт. Көндәлек яңылыҡтар, киләсәк тураһында һөйләшә инек. Иң ғәжәбе - уй-хыялдар, тормошҡа ҡараштар тап килә ине беҙҙең: уҡып бөткәс, ул да, мин дә ауылға ҡайтырға теләйбеҙ, икебеҙ ҙә өсәр бала тураһында хыялланабыҙ.
4-се курста уның өйләнешеү тураһында һүҙ сығарған көнө лә һаман хәтеремдә. Йәйгә ата-әсәләре менән беҙҙең яҡҡа танышырға барасаҡтар, шулай булырына беребеҙ ҙә шикләнмәнек тә. Тик йәй етмәй ҙә ҡалды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур хыялдарыбыҙ берҙән-бер көндө селпәрәмә килде. Әле белеүемсә, араға өсөнсө берәүҙең ҡыҫылыуы арҡаһында...
Бер көндө беҙҙең менән уҡыған Рифаттың ауылдаш ҡыҙы - Сәймә килеп инде. Бүлмәлә яңғыҙ ҡалған саҡ. Ҡыйынһынғандай тапанып торғас: "Бер нимә әйтергә ине. Һин ул Рифатҡа ышанма, алама егет бит ул. Былтыр йәй ҡайтҡанында эсеп бер ҡыҙҙы көсләгән. Аталары аҡса биреп кенә ҡотҡарып ҡалғандар", - тип теҙҙе лә йүгереп сығып та китте. Ишеткәнемә ышана алмай, шок хәлендә яңғыҙым күпме ултырғанмындыр бүлмәлә. Аҙаҡтан аяуһыҙ хәбәр аңыма барып еткәс, юҡтыр тип уйлаһам да, күңелгә инеп оялаған шик ҡорто бер туҡтауһыҙ эстән кимерә ине инде. Нисек әҙәпле булып ҡыланған, оятһыҙ - хәлде асыҡламай, Рифаттың үҙе менән һөйләшмәй тороп шундай һығымта ла тиҙ яһалды.
Минең киҫә генә унан ситләшеүемә тәүҙә ул аптырап ҡалды, торараҡ үҙе лә минән ҡасҡан кеүек йөрөнө. Ҡылығы өсөн ояла белә икән, тип уйланым ул ваҡытта. Шулай итеп беҙҙең тормош юлдары айырылды.
Уҡып бөткәс, мин үҙебеҙгә, ул да тыуған яғына ҡайтып китте. Бәйләнеш бөтөнләй өҙөлдө. Мин ике йылдан һуң ауылдашыма кейәүгә сыҡтым...
Бына хәҙер аңлашылды инде: кеше яҙмышын бутап ебәрер өсөн тик бер ялған һүҙ еткән. Бәлки, имеш-мимештәргә ышанып мөнәсәбәттәрҙе өҙгәс, бер бөтөн дә булмағанбыҙҙыр. Шулай ҙа һуңлап булһа ла сер асылғас еңел булып китте - ҡасандыр яҡын күргән кешенең исеме аҡланды бит. Ә Сәймә, кешеләргә ҡара яғып булһа ла, тырышып-тырмашып төҙөгән донъяһында бәхетле йәшәһен әйҙә, рәнйемәйем мин уға, сөнки әлеге тормошомдан ҡәнәғәтмен, ирем менән матур йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, ҡыҫҡаһы - бәхетлемен.
Фото:etolubov.com
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в