Ғаиләбеҙгә ҙур бәлә бынан ике йыл элек килде. Бөтәбеҙҙе лә ҡара ҡайғыға һалып ирем үлеп ҡалды. Ул водитель ине, юлда һәләк булды. Улым менән яңғыҙ ҡалдыҡ. Хәйер, яңғыҙ тип әйтеүем бик дөрөҫ тә түгел. Ҡәйнәм яңғыҙ ҡалырға ирек бирмәй.
Ун йылдар самаһы элек өйләнештек беҙ. Салауат - әсәһенең бер бөртөк улы. Улы утыҙҙы ҡыуһа ла, ҡәйнәм уны бәләкәй малай кеүек күрҙе, итәге янынан ебәрергә теләмәне. Район үҙәгендә йәшәйбеҙ. Тәүҙә уның йортона килен булып төшкәйнем, өс йылдан айырым йорт һалып сыҡтыҡ.
Ҡәйнәмә был ныҡ оҡшаманы. Ул мине тәүҙән үк әллә ни яратмай ине. Беҙҙең өйләнешеүҙе күтәрә алмай оҙаҡ турһайып йөрөнө. Улы ҡатын алһа, иғтибарын күберәк кәләшенә бүлер, тип ҡайғырғаны йөҙөндә ярылып ятты. Нисек тә бергә өс йыл йәшәп, айырым сығып китеүебеҙҙе лә ҡабул итә алманы. Әйтерһең, улыҡайын өйҙә бикләп ҡуям инде.
Унан китеүҙең дә сәбәбе бар ине – ул араға ныҡ ҡыҫылды, тик үҙенең һүҙен һүҙ итте. Йортта үҙен хужа итеп тотто, минең сит кеше икәнлегемде һәр саҡ белдереп торҙо. Аңлайым, кеше йортонда мин ысынлап хужа түгел. Шуға иремә айырым сығыуҙы талап итеп ҡуйғайным шул.
Үҙ йортобоҙға күскәс, аралар әҙерәк яҡшырғандай булды. Ә улым тыуғас, өләсәләре ҙур ярҙамсыға әйләнде. Һораһам-һорамаһам да, килеп, бәпесте ҡарашты, үҙенсә ярҙам итте.
Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ҡара ҡайғы килде. Ҡот осҡос аварияла ирем һәм тағы өс кеше һәләк булды. Ул саҡта биш йәше саҡ тулған улым был юғалтыуҙы балаларса еңел кисерҙе, үҙем иһә шаңҡып ҡалдым. Тик улым өсөн артабан йәшәргә көс таптым.
Ә ҡәйнәм... Һүҙ ҙә юҡ, балаһын ер ҡуйынына һалыу - һәр әсә өсөн күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы. Ҡәйнәм нисек аҡылын юймағандыр, ғәжәп. Тәүҙә ул был яңылыҡҡа ышана алманы, ҡабул итмәне. Аҙаҡ депрессияға бирелде. Ашамай ҙа башлағас, уны өйөмә алып ҡайттым. Ике аҙна ул йүнләп ашамай, тормай ятты. Яйлап йәшәргә көс тапты. Ейәне менән булып, аңына килгәндәй булды.
Ваҡыт үтә торҙо, тик ҡәйнәм үҙенә ҡайтып китергә ашыҡманы. Минең өйҙә йәшәүе етмәгән, элекке кеүек үҙен хужа итеп тоя башланы. Аҡыл өйрәтә, һәр эшемә ҡыҫыла. Оҙаҡҡа түҙмәнем, ярты йыл бергә торғас, уның үҙенә ҡайтыуын һораным. Үпкәләне, иланы, тик мин ныҡ торғас, ҡайтып китте.
Шул ҡайтҡанынан һуң юғалды. Үпкәһе ҙур булғандыр. Килмәне, шылтыратманы. Улым менән бергә артабан йәшәүҙе дауам иттек. Ҡәйнәм ҡурҡҡанса, икенсе ир ҙә эйәләтмәнем, миңә әлегә башҡа кеше кәрәк түгел. Тик ҡәйнә лә йәл. Яңғыҙы бит. Башҡа бер генә яҡын туғаны ла юҡ.
Шуға күрә аралашмауыбыҙға бер йыл булды тигәндә, уға шылтыратып хәлен белештем. Ипле генә һөйләште, хәлдәре тураһында бәйән итте, беҙҙе һорашты. Һәм... ошо ҡылығым менән яңынан башыма бәлә алдым. Икенсе көнөнә үк килеп етте. Элекке кеүек беҙҙән сығышмай башланы.
Нисектер улымдың күңеленә юл табып алған. Хәҙер ул да өләсәй беҙҙең менән йәшәһен ти. Ә мин риза түгел. Үҙ өйөмдә үҙем хужа булып, тыныс ҡына йәшәгем килә. Ҡасан да булһа кейәүгә сығырмын, бәлки, берәйһе менән осраша башлармын. Мин дә тере йән бит, бәхетле булғым килә. Ул саҡта ҡәйнәне ҡайҙа ҡуйырға? Нисек үпкәләтмәй генә араға сик ҡуйырға икән? Бәлки, берәйегеҙ кәңәш бирер?
(Балаҡатай районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән)