Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
21 Ғинуар 2021, 10:36

Ҡыҙҙарымды аяҡҡа баҫтырып өлгөрһәм ине...

Әлиә мәктәпте тамамлағандан һуң яратҡан һөнәрен үҙләштереү өсөн юғары уҡыу йортона ингән. Бер көн университетҡа китеп барғанда үҙенән ун йәшкә олораҡ ир менән танышҡан. Оҙаҡламай студент ҡыҙ менән баш ҡалалағы заводтарҙың береһендә эшләгән ир ғаилә ҡорған.

“Әсәйем тыныс холоҡло. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң күп тә үтмәй кейәүгә сыҡҡан. Ә атайымдың уға тиклем ғаиләһе булған, айырылышҡан. Әсәйемдән ун бер йәшкә оло ине. Вазифалы урында эшләһә лә, эсергә яратты, әсәйем менән икебеҙгә ҡул күтәреү ғәҙәти күренеш ине”, – тип һөйләй ҡыҙ. – Институтҡа уҡырға еңел генә индем. Тик бына йүнле кейенергә аҡса юҡ ине. Атай беҙгә бер тин дә бирмәне. Ошондай мохтажлыҡ арҡаһында Илназға кейәүгә сыҡҡанмындыр инде. Ул ҡатыны менән айырылған ине. Ике ҡыҙыбыҙ бар хәҙер”.

Әлиә эштән гел һуң ҡайта. Юғары уҡыу йортон тамамлап диплом алһа ла, һөнәре буйынса эш таба алмаған. Шуға магазинда һатыусы һәм йыйыштырыусы булып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, өйҙә лә барыһына ла – ашарға бешерергә лә, йыйыштырырға ла – өлгөрөргә тырыша. Ярай әле өлкән ҡыҙы бәләкәй туғанын ҡараша.

“Исмаһам, мин эштән ҡайтҡансы итте газ плитәһенә бешерергә ҡуйһаң ине” тигән үтенесемде лә ирем аңламай. “Эшкинмәгән ҡатынһың”, – тип кенә екереп ҡуя. Ул эш хаҡын минән күпкә яҡшы ала. Туғандарына барһаң да, үҙемде, балаларымды йәберләргә генә торалар, – ти Әлиә. – Иремдең эсеүенә лә күндем инде. Иң ҡурҡынысы — сирләйем. Ҡыҙҙарымды аяҡҡа баҫтырырға өлгөрһәм ине, тип борсолам. Юғиһә кем уларҙы ҡарар? Кәрәкле мәлдә өндәшмәй, үҙемде яҡламай, шым тороп ҡалыуым бәхетһеҙлегемдең бер сәбәбелер инде. Әсәйем нисек ыҙалап көн күргән, мин дә хәҙер шулай. Студент сағыма кире ҡайтһаммы... Мохтажлыҡҡа нисек тә сыҙап, фәҡәт үҙ юлымды табырға тырышыр инем. Бер аҙ түҙмәгәнмен – шуға үкенәм. Матди хәл гел насар булып тормай ул, ә бына күңелең бер кителһә - бөтөн тормошоңдоң ҡараға әйләнеүе ихтимал”.

Фото: pikist.com

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: