Даирә
-4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
21 Ғинуар 2021, 20:18

Сабыйҙары төшөнә лә инмәй, күрәһең...

Ҡатындың алимент түләүҙәре буйынса 11 йәшлек улына һәм 9 йәшлек ҡыҙына ярты миллион һумға яҡын бурысы бар.

Республиканың суд приставтары сабыйҙарынан ҡасып йөрөгән Екатерина Кафарскаяны эҙләй. Ҡатындың алимент түләүҙәре буйынса 11 йәшлек улына һәм 9 йәшлек ҡыҙына ярты миллион һумға яҡын бурысы бар.
Суд ҡарары булыуына ҡарамаҫтан, әсә бер кем менән дә бәйләнешкә инмәй. Приставтар уның сит илдәргә сығыуын сикләгән, банк иҫәптәренә арест һалған. Тик алимент түләү буйынса яуаплылыҡтан ҡотолоу өсөн ҡатын вазифалы хеҙмәткәрҙәрҙән ҡасып йөрөй. 2019 йылдың июлендә уны эҙләүҙе иғлан итәләр. Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, “кәкүк” әсә Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәй, тырнаҡ сервисы хеҙмәттәре күрһәтә. Донъяла сабыйҙарының барлығын, уларҙың һөйөү һәм наҙға, матди ярҙамға мохтажлығын әсә аңларға ла, белергә лә теләмәй...
Фото:Laishevskyi.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: