Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
19 Ғинуар 2021, 12:20

“Их... Әсәйем тағы йәшәр ине әле...”

“Һикһәнен тултырғас, бығаса ҡыҙҙар кеүек йүгереп йөрөп донъя көткән әсәйебеҙ ауыртына, һыҙлана башланы. Бала сағыбыҙ үткән йорт усағын һаҡлап, бер ихатала яңы өй һалып сығып, гөрләтеп йәшәгән ҡустымдың донъяһына ла күҙ-ҡолаҡ булып, ғүмер итте ҡәҙерлебеҙ. Мәктәптә эшләгән улы менән килене ҡайтыуға балалар ҙа, кәртә тулы мал-тыуар ҙа ҡараулы булды.

Йәйҙәрен ҡайтып, янында булырға, донъяһын рәтләп, үҙен бағып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырыштым. Шулай ҙа аҙна тулып уҙһа: “Ҡыҙым, ҡуй, ҡайт, үҙеңдең дә донъяң бар. Кейәү оҡшатмаҫ минең янда ятыуыңды”, - тип әйтә башлар ине.
Һыҙланыуы көсәйеп, атлауы насарайғас, үҙемә күсереп алып ҡайтырға ризалаштырҙым. Ҡустым менән киленде, әсәйҙе ҡарамай тип, ғәйепләй алмайым, әммә уға тәрбиә етмәүе һиҙелә ине. Улар уны күсереп алырға теләмәне, “яныбыҙҙа бит, көн һайын инеп, ярҙам итеп торабыҙ”, тип әйтеү менән сикләнделәр.
Ай-вайына ҡарамай, әсәйемде күсереп алып ҡайтып киттем. Өй иркен, балалар үҫеп, үҙ ояһын ҡороп, башҡа йәшәй. Иғтибар-хәстәр килеште – ҡәҙерле кешем теремекләнеп, шәбәйеп китте, хатта атлауҙары үҙгәрҙе. Әммә... Их, шул тормоштағы “әммәләр”! Бығаса икәүҙән-икәү генә йәшәп өйрәнгән ирем, әсәйемдән тарһына башланы. “Ни эшләп беҙ генә ҡарарға тейеш? Ни эшләп башҡа балалары алып ҡайтып көтмәй?” тигән һорауҙары менән аптыратты. Һиҙгер күңелле, аҡыллы әсәйем кейәүенең ҡырын ҡарашын һиҙмәй буламы, ти, инде?! “Ҡуй, балам, ҡайтайым. Йә кейәү менән арағыҙ боҙолор... Алып ҡайт мине”, - тип инәлә башланы. Нисек кенә өгөтләһәм дә, ризалаштыра алманым.
Көндәр йылыныуға тыуған нигеҙебеҙгә кире алып ҡайттым ҡәҙерлемде. Өс айҙан ул мәрхүмә булды... Их, терһәк яҡын да бит – тешләп булмай.
Ҡәҙерле кешемдең яҡты рухына аяттар бағышлатам, беҙҙән риза булып ятыуын һорайым. Әммә күңелдә үкенес тә йәшәй: теге саҡта янымда ҡалдыра алһам, ул тағы ла бер нисә йылдар йәшәр ине. Йәшәрлек көсө лә, дәрте лә бар ине. Шул хаҡта уйлаһам, әле лә бик ауыр булып китә...”
Ишембай районынан Миңсара апайҙың һөйләгәндәренән.
Фото: liveinternet.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: