“Бомж”дарға ярҙам итеү үҙәге Өфөлә Колгуев урамындағы 29-сы йортта урынлашҡан. Әле учреждениела 47 кеше йәшәй. Билдәле йәшәү урыны булмағандарға ярҙам итеү үҙәге даими рәүештә “Йәшәүгә хоҡуҡ” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә. Яҡлауға мохтаждар аҙыҡ-түлек, кейем-һалым менән тәьмин ителә, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелә.
Сит кеше бәләһенә битараф булмаған оло йөрәкле кешеләр ҙә эргәбеҙҙә етерлек. Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр ҙә, ҡайҙа барып һуғылырға белмәгәндәр ҙә ошо телефонға шылтыратһа ине: 8- 347 -287-28-66.
Фото:Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова