Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
14 Ғинуар 2021, 16:10

“Ә хәҙер һөйләшергә лә кеше юҡ...”

Ғүмер буйы ғәзиз балаҡайҙары өсөн тырышып донъя көткән, аяҡтары талғансы йүгергеләп эшенә лә, ейәндәрен ҡарашырға ла өлгөргән хәстәрлекле өлкәндәрҙе күргән дә, һоҡланған да бар. Улар әлегә үҙҙәрен ҡартлыҡта нимә көтөрөн белмәй, бары балалары бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн, йығылып киткәнсе тигәндәй, ҡулдарынан килгәнде эшләп ҡалырға тырыша. Араларында бик тә бәхетлеләре, бик үк бәхетле булмағандары ла бар. Бер итәк бала үҫтереп, олоғайған көндәрендә яңғыҙлыҡтан яфа сиккән ҡарт-ҡарсыҡтар ҙа етерлек.

Үкенескә ҡаршы, ысынбарлыҡ шундай: буй еткереп, үҙаллы донъя көтә башлаған балалар көндәлек мәшәҡәттәргә башкөллө сума, бәғзеләре ата-әсәләре эргәһенә торған һайын һирәгерәк ҡайта. Яңғыҙлыҡтан эсе бошҡан ҡарттар бөтә ғүмерҙәрен баштан үткәреп, ҡайҙа хаталанғандарын иҫтәренә төшөрөргә тырыша. Танышыбыҙ Нәсимә апайҙы ла ошо һорау күптән тынғыһыҙлай.
- Күптән инде пенсияламын. Ғүмерем ошо гөлдәр күкрәп сәскә атҡан быяла тәҙрәгә ҡапланып үтә, берәйһе юлда күренмәҫме икән тип, күҙемде урамдан алмайым. Тағы бер Яңы йылды ҡаршыланым бит, тип һөйөнәм, аллаға шөкөр, иҫән-һаумын, ҡороғор вирусҡа ла бирешкән юҡ әле, - тип көлөмһөрәне ул хәл–әхүәл һорашыуыбыҙға.
Оҙаҡламай инәйҙең тыуған көнө етә икән, әсә балаларының үҙен килеп ҡотлауын өмөтләнеп көтә. Исмаһам, шылтыратһалар ҙа ярар ине... Былтыр улы ла, ҡыҙҙары ла әсәләренең тыуған көнөн “онотҡан” икән. Аҙаҡ ваҡыттары юҡлыҡҡа һылтанып, йәйге ялдарында аяҡ та баҫмағандар.
“Иремдең мине өс балам менән ташлап китеүен бөгөнгөләй хәтерләйем. Ул ғаилә мәшәҡәттәрен, сабыйҙарҙың ауырыуҙарын, туҡтауһыҙ илауҙарын һәм тынғыһыҙлауҙарын күтәрә алманы. Елкәһе “йомшаҡ” булып сыҡты. Хәйер, мин уны ғәйепләмәйем дә. Балалар бер-бер артлы мәктәпкә төштө, уларға нимәлер ашатырға, ниндәй ҙә булһа кейем һатып алырға кәрәк... Ҡайҙа ниндәй эш бар, ауырлығына ҡарап тормай, тотонорға тура килде. Ҡайҙа ти ул шәхси тормошоңдо яйға һалыу тураһында уйлау... Бөтә йәшлегемде балаларымды аяҡҡа баҫтырыуға, аҡса табыуға арнаным.
Дөрөҫ эшләмәгәнемде хәҙер килеп, сәстәр салланып, тәрән ҡартлыҡҡа аяҡ баҫҡас ҡына аңланым. Балаларға аҡсаға ҡарағанда минең иғтибарым күберәк кәрәк булған, күрәһең. Ә хәҙер һөйләшергә лә кеше юҡ”...
Фото:minutoneuguen.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: