Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар 2021, 10:40

Урыны ишек төбөндә ине...

Йөрөп тапҡан ҡыҙына бер ҙә ҡәҙер күрһәтмәне әсәһе. Бәхетһеҙ Мәймүнәне туйға йыйынған мәлендә туңып үлгән килеш таптылар...

"Мәймүнә, ҡырҡты үткән ҡарт ҡыҙ, ауылда кемдә ҡунаҡ, туй, ҡайҙа өмә, йә концертмы, йыйылышмы - шунда була ине...
Уны атап саҡырыусы ла, уның барлығын йә юҡлығын абайлаусы ла, иғтибар итеүсе лә юҡ. Ниндәй йөкмәткеле сара булмаһын, ваҡытынан алда барып, ишек төбөндәге урында ултыра ул. Бер ҡасан да хәбәргә, мәрәкәләшеүҙәргә ҡушылмай, башҡалар һөйләгәнен иғтибар менән тыңлай, ҡайһы берҙә генә ҡабат-ҡабат йөрөгән лаҡаптарҙы төҙәтеп ебәрә, кеше ыңғайына көлгән була. Ҙур ғына кәүҙәле булһа ла, уның ҡасан сығып киткәнен дә һиҙмәйҙәр, кеше ялҡытҡансы, мәжлес аҙағына тиклем ултырмай бер ваҡытта ла. Ул шулай ауылдың һәр өйөнә иркен инеп-сығып йөрөй һәм шуны яҡшы белә: берәү ҙә үҙен ҡыуып сығармаясаҡ.


Мәймүнәне әсәһе йөрөп таба. Йөрөп тигәс тә, ауылға ҡырҙан эшкә килгән бер егеткә башкөллө ғашиҡ була, ә уныһы йәш ҡыҙҙың саф хистәрен үҙенең яман мәкерендә файҙаланып, алдай. Һөҙөмтәлә ҡыҙ ауырға ҡала, ә егет тыуған яҡтарына, көтөп торған ҡатыны һәм улы янына ашығып ҡайтып китә лә бүтәнсә бында аяҡ та баҫмай. Берәү ҙә уны тикшереп, ялыу итеп йөрөмәй. Шул уҡ йылда Мәймүнәнең әсәһен ҡатыны үлгән иргә димләйҙәр, тик уныһы буйы менән ҡыҙҙың ғүмерендәге берәгәйле яңылыш аҙымын иҫенә төшөрә, рәнйетә, улай ғына ла түгел, ҡул да күтәрә. Хәленә түҙмәй, айырылып, әсәһенең бәләкәй генә йортона ҡайта ла, ҡыҙы менән икәүләшеп кенә йәшәйҙәр. Ғүмерен балаһына ғына бағышлаған яҡшы әсәй булмай ул, сөнки, ололар һөйләүенсә, Мәймүнәһе гел урамда, аслы-туҡлы, өҫ-башы ла ҡаралмаған көйө йөрөй. Баланы ауыл халҡы бергәләшеп үҫтерә тиһәң дә хата булмаҫ: ашаталар, балаларынан ҡалған кейемде бирәләр. Йүнле тәрбиә күрмәгән, яҡыны яғынан яҡлау, аңлау тапмаған ҡыҙ бала уҡыуға маҡау була, донъя эштәренә лә ҡулы ятмай. Шулай ул бер балалыҡ рәхәте күрмәйенсә ҙурая, бәхетһеҙ әсәһе менән бергә тигәндәй ҡартая, әсәй кеше лә ҡыҙының артабанғы яҙмышына битараф ҡала. Һәр нәмәне кешенән көтөү ғәҙәте Мәймүнәне ғүмеренең ахырынаса ташламай.
Ҡартайған көнөндә һүҙһеҙ-өнһөҙ ҡалған ҡарсыҡ бер көн шым ғына, бәлә һалмай ғына баҡыйлыҡҡа күсә. Әҙергә генә өйрәнгән ҡыҙ элекке ғәҙәте буйынса өй беренсә йөрөй, хәбәр тыңлай, тамаҡ туйҙыра. Өмәгә эләкһә, еңел-елпе эш тә ҡушалар, йомош-юлға ебәрәләр. Шулай итеп ауылдағы һәр өйҙә уның үҙ урыны барлыҡҡа килә, берәү бер ни өндәшмәҫтән уның алдына һый килтереп ҡуйыр, өлөшөн өйөнә биреп ҡайтарыр була. Мәймүнәне ят бауыр тип ҡыумайҙар ҙа, үҙ итеп көтөп тә тормайҙар...

...Хәҙер Мәймүнәнең ҡатмарлы яҙмышы тураһында үткән заманда ғына яҙырға ҡалды инде. Ҡыштың бер көнөндә ауылдың бер яҡ осондағы йортҡа күрше райондан килен төшә. Туйға кеше күп йыйыла, һыу юлы күрһәтеү, башҡа йолалар үтәлә, кискә тантаналы мәжлес һыйҙан һығылып торған өҫтәл артында дауам итә. Тик ишек төбөндәге бер урындыҡ ҡына буш, быға берәү ҙә иғтибар итмәй. Ә был ваҡытта икенсе оста үҙ ишек алдындағы ҡарҙа Мәймүнә үлем менән айҡаша. Берҙән-бер матур күлдәген, яңы һатып алған итеген кейеп, туйға йыйынып сығып барғанда уны көтә бәлә: буяулы һикәлтәнән тайып төшөп аяғын һындыра ла тора алмай. Ярҙамға саҡырып ҡысҡырғандыр ҙа инде ул, тик ишетеп, йүгереп килеүсе генә булмаған. Иртәгәһенә төш ауыуға ғына уны ишегенең алдында туңған килеш табалар. Мәймүнәне һуңғы юлға оҙатырға бар ауыл халҡы сыға, мәңгелек йортон әсәһенекенә йәнәш итеп ҡуялар. Тере сағында бар тип тә белмәй инек, ул үлгәс, юҡлығы ныҡ һиҙелә, ишек төбөндәге урынына ҡарап эс боша, ти ауылдаштар.
Күрәһең, был тормошта һәр кемдең үҙ урыны булалыр. Мәймүнә лә шулай итеп ауылы ҡотоноң күпмелер бер өлөшөн, йәмен үҙе менән алып киткәндәй булды.

Зәкирә".

Фото: stihi.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: