Ҡан күргән йыртҡыс оторо ҡотора тиҙәр бит. Үҙенең өҫтөнлөгөнән иҫ киткес ҡәнәғәтлек кисергән ир, төкөрөгөн сәсә-сәсә нимәлер аҡыра. Гөлсөмдө алып барып ҡыҫырыҡлаған стенаны, башына еткерә-еткерә яҙып, йоҙроғо менән төйөп-төйөп ала. Ҡуша һуғыу теләген ана шул ләззәтле өҫтөнлөк тойғоһон һуҙыу теләгеме, әллә Гөлсөмдөң күҙендә сағылған ҡыйыулыҡ сатҡыһымы, нимәлер һаман тотҡарлай ине.
- Башыңды онтай һуғам хәҙер! Ни хаҡың бар һинең минең өйөмә килеп, мине нисек йәшәргә өйрәтергә!? Үҙ балаларымды һинһеҙ ҙә үҫтерермен! Ҡыҫылмағыҙ минең тормошома! Бар! Юғал күҙ алдымдан! Үҙең менән эйәртеп килтергән ҡуштандарыңды ла алып ҡайт!
Ҡуштандар тигәндән, ҡайҙа һуң әле ауыл Советының балиғ булмағандар менән эшләү комиссияһы рәйесе Гөлсөм Исламовна менән килгән ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе? Ҡайҙа ошо ғаиләлә тәрбиәләнгән балаларҙың уҡытыусылары. Эсеп алһа, ғаиләһенә көн күрһәтмәгән иренә зарланған әсәнең саҡырыуы буйынса рейдҡа күмәкләп килгәйнеләр бит. Шул мәлдә генә был ҡоторған ир менән өйҙә бер үҙе икәнлеген аңланы Гөлсөм. Күңелен биләп алған аптырау ҡатыш үпкәне тиҙ генә йотто ла, ҡыҫымын бушатырға ла уйламаған ирҙе бар көсөнә этеп ебәрҙе. Юҡ, ишеккә йомолманы ул. Тәгәрәп барып төшкән ирҙең эргәһенә барып ултырҙы.
- Йә, Рөстәм, тор. Һуғаһыңмы? Һуҡ. Һин бит көслө. Һин бит ир. Дүрт балаңды , ҡатыныңды сатлама һыуыҡта яланаяҡ урамға ҡыуып сығарып ебәрергә йөрәгең еткән бит. Һуҡ миңә лә. Күрәһең бит, ҡасмайым. Тик бел – һуҡҡанға яза бар. Мин етем бисә түгел. Яҡлаусыларым бар икәнде һин яҡшы беләһең.
Әле генә ажғырып торған ир күҙҙәрен селт-селт йомғослай башланы. Ниһәйәт, үҙенең ҡылығын аңларҙай рәүешкә еттеме, яза тигән һүҙ шулай тәъҫир иттеме, күшегеп ҡалды, ятҡан урынында ҡыйшайып йоҡоға талғандай булды. Аяҡ быуындары еңелсә ҡалтыранған Гөлсөм яйлап баҫып тышҡа сыҡты. Ишек төбөндә, был тамаша нимә менән бөтөрөн көтәүәлләп торған хеҙмәттәштәренә, йыйылып киткән күрше бисәләренә күҙ генә һирпте лә, балаларҙың әсәһенә иртәгә ауыл Советына барырға ҡушып, урамға сыҡты.
Беренән бере матур, һөйкөмлө балалар үҫә ошо ғаиләлә. Уҡыуға ла шәптәр. Мәктәптә һәр сараның уртаһында булған, көлтә сәсле, зәңгәр күҙле өлкән ҡыҙын осратһа, ҡараштарындағы сикһеҙ һағыштан, төшөнкөлөктән йөрәге ҡыҫып-ҡыҫып ала. Бәләкәй генә кәүҙәһендә ниндәй көс тә, кескәй генә йөрәгендә ниндәй оло яуаплылыҡ. Был ғаиләнең тотҡаһы эскесе атай ҙа , мәңге һуҡмыш әсәй ҙә түгел, ә ошо ҡыҙсыҡ икәнен бар ауыл белә.
Бергә ултырып эсеп, араларында низағ сығыу менән, ярҙам һорап ауыл Советына йүгергән әсәнең күңеленә инде ниндәй һүҙҙәр менән юл табырға ла, ул ҡәһәр төшкөрө эскелектәренә ниндәй кәртә ҡуйырға икән тигән уйҙар менән Гөлсөм өйөнә табан юл тотто. Эш сәғәте күптән үткән ине.
Ҡышҡы көндөң бауыры ҡыҫҡа. Өйҙәрҙә ут алғандар. Урам лампалары менән кемуҙарҙан күҙ ҡыҫышып , ҡар бөртөктәре бейей. Ҡар һыуығы апаруҡ ҡына. Гөлсөм һалҡынды һиҙерҙәй түгел ине. Бейәләйһеҙ ҡулдары менән ерҙән ҡар йомарлап алып, ике битенә баҫты. Ярһыуҙан, көсөргәнештән ҡыҙарып янған бит алмалары ҡар һалҡынын ҡапыл ғына ҡабул итә алманы. Тағы эйелеп алып тағы баҫты. Ирегән ҡар усынан беләгенә аҡты. Тәне сирҡансыҡ кисергәс кенә, ытырғанып ҡуйҙы ла, кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, битен ҡоротҡансы һөртөп алды. Тынысланды . Тик уйҙары һаман теге өйҙә ине. Йоҡлап китеүе ысын булдымы, әллә алдаштырҙымы был әҙәм? Тороп тағын болармаҫмы? Өйҙәренә ҡайта алырмы балалар? Иртәгә мәктәптә ниндәй хәлдә ултырған булырҙар икән?
Күңелһеҙ уйҙар менән ҡайтып инде өйөнә Гөлсөм. Өйгә бирелгән эшен әҙерләп ултырған ҡыҙы йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Әсәһенең сумкаһына йомолдо.
- Әсәй , нимә алдың? Тәмлекәй алдыңмы?
- Юҡ, ҡыҙым, магазинға туҡтамай үтеп киткәнмен бит. Иртәгә алырмын, йәме? Һин нисек уҡының әле бөгөн?
- Әсәәй...Математиканан “өслө” алдым тағын. Яратмайым шул дәресте.
- Ҡыҙым, яратмаған предметты ла һәйбәт белер кәрәк. Мәктәптә үҙләштергән һәр төрлө белем дә кәрәк була бит ул тормошта.
- Әсәй, көлдөрмә әле! Бына уйлап ҡара. Мин, мәҫәлән, актриса булам икән. Ҡушып-алыу, бүлеү миңә сәхнәнең ҡайһы тирәһендә кәрәк буласаҡ ул?
- Эй ҡыҙым, математика темаһы беҙҙең һәр ваҡыт шул ергә барып төртөлә. Бар, дәресеңде әҙерләп бөт. Мин ашарға бешерә һалайым. Атайың да ҡайталыр инде. Бергәләп ултырып тамаҡ ялғарбыҙ.
Эшлекле ҡатындан йоморо ғына алсаҡ хужабикәгә әүерелгән Гөлсөм аш бүлмәһенә йүнәлде.
*****
Тубыҡланған ир мөлдөрәмә күҙҙәре менән Гөлсөмгә төбәлгән дә, ҡулдарын тоторға маташа . Йәшерҙе ҡулдарын Гөлсөм. Ирҙең тос йоҙроҡтары һаман иҫендә ине әле.
- Гөлсөм Исламовна, зинһар, ғәфү итегеҙ! Бер нимә лә иҫләмәйем бит.
- Иҫләйһең һин. Иҫләмәйем тип әйтеү ирлек түгел. Ҡурҡма, был ҡылығыңды тәрәнгә ебәрмәйем . Тик балаларҙы йәберләүең һуңғыһы булһын. Тағы берҙе ҡабатланһа, икенсе ерҙә һөйләшергә тура килер. Ҡатының менән икәүләп һаҙлыҡҡа батаһығыҙ килә икән, батығыҙ. Һеҙгә әйтә-әйтә, һүҙҙәр ҙә бөттө. Ә бына балаларҙы яҡларға беҙ бурыслыбыҙ.
Нимәлер мөңгөрләп ҡалған ирҙе эш бүлмәһендә ҡалдырып, Гөлсөм Исламовна коридорға сығып баҫты. Тағы нимәлер аңлатырға маташыу, өгөтләү буш фәтүә икәнлеген аңлағайны инде. Асыҡ ҡалған ишектән башын баҫып килеп сыҡҡан ир, тапанып тора бирҙе лә, сығып китте. Гөлсөм, өҫтәле артына барып ултырыу менән, ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесен, мәктәп уҡытыусыларын кәңәшкә саҡырып, телефон номерҙарын йыйҙы.
Өҫтәл артында ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Хәлиҙә Хәмитовна, мәктәптән вәкил булып килгән Әлиәнең класс етәксеһе Айһылыу Азатовна, протокол яҙыусы сәркәтиб ҡыҙ.
- Хәлиҙә Хәмитовна, ниндәй тәҡдимегеҙ бар? Тағын ниндәй ысул ҡулланып ҡарайыҡ икән был Солтановтарға? Штраф һалдырыу ярҙам итмәне, тикшереүҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
- Гөлсөм Исламовна, һеҙ минең фекерҙе беләһегеҙ. Балалар йортона тапшырыр кәрәк. Бер-бер хәл булһа, беребеҙҙең дә баштан һыйпамаҫтар. Ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе булараҡ, минең тәҡдимем шул.
- Юҡ, Хәлиҙә Хәмитовна, атай кешенең нимә тип әйткәнен беләбеҙ бит. Ундайҙар еңер өсөн ҡурҡыныс аҙымға барырға ла әҙер була. Ысынлап үҙенә ҡул һалып ҡуйһа? Айһылыу Азатовна, һеҙ ниндәй тәҡдим индерер инегеҙ?
- Уҡытыусылары булараҡ, балалар йортона ебәрәүҙе хупламайым . Ә бына ҡурҡытып ҡына алғанда? Балалар йортона ебәрәбеҙ тип ҡурҡытҡанда тим инде? Әле быға тиклем һүҙҙән ары китмәнек бит. Райондан берәй вәкил саҡырайыҡ. Ҡағыҙ әҙерләйек. Бәлки, тойорҙар нисек буласағын?
- Белмәйем инде. Батып барғанда, һаламға тотонғандай ҡыланабыҙ бит. Уйлашырбыҙ.
*****
Бала. Йөрәгең аҫтында туғыҙ ай йөрөтөп, шул йөрәгеңде ярып сыҡҡан, һәр Әсә өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз йән. Күҙәнәк-күҙәнәк булып үҫешкәнен бар йөрәгең менән тойоп, ҡорһағыңда сағында ла яҙатайым йәрәхәтләүҙән ҡурҡып, һәр аҙымыңды, тын алышыңды самалатҡан, үлсәткән иң ҡәҙерле йән.
Яҡты донъяларға яу һалып килеп тыуғанын илаһи моң итеп тыңлап, бер ир ҙә түҙә алмаҫ ғазаптарҙы иң татлы ғазапҡа тиңләп ҡабул иткән әсәләр, ни рәүешле шул балаларын ғазапҡа һалырлыҡ тормошҡа дусар булып китәләр һуң? Ҡатынының ҡорһағын һыйпап, яҡты ниәттәр менән ай, көн һанаған атайҙар ҡасан йыртҡыс рәүешен ала икән? Улай тиер инең, йыртҡыстар бит балаларын бер ваҡытта ла ҡурсауһыҙ ҡалдырмай. Бала хаҡына үҙҙәрен ҡорбан итәләр. Ғәзиз балаң бер ҡат күлдәк менән ҡыштың әсе бураны аҫтында теше-тешкә теймәй “Атай, әсәй, өшөнөм...”тип ҡалтырағанын белә күрә, үҙен кешегә һанаған ниндәй әҙәм тыныс ҡына йоҡоға тала алыр? Хәмер менән мейеһен тултырған, булмышын шул яуызға тапшырып, шешә төбөнән башҡа нәмәгә ынтылмаған әҙәмдәр ҙә бар шул. Ундайҙар йоҡлап китә ала.
*****
Гөлсөм Исламовна район хакимиәтенең опека бүлегендә эшләгән танышына шылтыратты. Юғары уҡыу йортонда бергә уҡығайнылар. Солтановтар ғаиләһе инде нисә йыл иҫәптә торғанлыҡтан, эштең айышына тиҙ төшөндө.Ҡасан осрашырға икәнлеген килештеләр. Был һөйләшеү комиссия ағзаларына ла еткерелде. Солтановтарға хәбәр итмәҫкә булдылар.
Һөйләшелгән көндә, опека бүлеге вәкилдәре, Гөлсөм Исламовна, комиссия ағзалары Солтановтарға йүнәлде. Әмәлгә ҡалғандай, атай кеше өйҙә юҡ ине. Балаларҙың өлкәндәре мәктәптә, әсәй ғәҙәттәгесә һуҡмыш хәлдә. Бәләкәстәр үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, ҡайһыһы ҡайһы мөйөштә, нимә менәндер мәшғүл.
Ниндәй ниәт менән килеүҙәрен аңлатыу менән, әсәй кеше үкһеп иларға кереште. Инә ҡаҙ һымаҡ, өй буйлап балаларын сүпләп алып күкрәгенә ҡыҫҡан ҡатынға ҡарап комиссия ағзаларының һәр береһенең йөрәге һыҙланы.
- Бирмәйем! Береһен дә бирмәйем! Үҙем тапҡанмын, үҙем бағам!
- Бына был аҡыллы хәбәр. Эйе, бағырға тейешһең, ә көн күрһәтмәй, зарыҡтырып йәшәтергә түгел. Һүҙ бир, Сания, эсмәҫкә, балаларыңды тейешенсә тәрбиәләргә. Бер генә сигнал булһа, килеп алып китәсәкбеҙ. Иреңә лә еткер.
- Һүҙ бирәм, апайҙар. Балаларымдан ғына яҙҙырмағыҙ...
*****
Балаларымдан ғына яҙҙырмағыҙ...Гөлсөм Исламовна алыҫ баласағына ҡайтып әйләнгәндәй булды. Дөм ҡараңғы йәйге тымыҡ төн. Биш йәшлек ҡыҙсыҡ әсәһенең усынан кескәй ҡулдарын ысҡындырырға теләп, тартып-тартып ҡарай. Әсәһе ебәрмәй. Ҡыҫып тотҡан да, ҡайҙалыр ашыға. Йүгерә –атлай китеп барған әсәһенә һүҙ ҡушып ҡарай ҡыҙсыҡ:
- Әсәй, беҙ ҡайҙа китеп барабыҙ? Әле оҙаҡмы ? Әсәй, атайым хәҙер ҡыуып етәме беҙҙе? Ул беләме беҙҙең ҡайҙа икәнде? Әсәй, атайым да барһа беҙҙең менән, мин ҡурҡмаҫ инем.
Бер яуап бирмәгән әсәйҙең тора-бара аҙымдары һүлпәнәйә, ауылдан алыҫайыу менән артына йышыраҡ ҡайырылып ҡарай башлай. Һәм, ниһәйәт, ҡыҙын ҡосағына алып, тынысландыра башлай. Үҙенең битенән субырлап күҙ йәштәре аға. Өйҙәре тапҡырына етәрәк, атаһының тәмәке яҡтыһын күргән ҡыҙыҡай уҡтай атылып барып һырыла ҡосағына. Юҡҡа ғына үпкәләгән ҡатынын, ҡыҙын ҡайһы яҡтан эҙләргә белмәй торған атаһына , тәтелдәп, юл мажараларын һөйләп тә өлгөрә. Өлкәндәрҙең эштәрен төшөнөп тә өлгөрмәгән бала , урталарында йоҡоға тала бара, атаһының хәбәрен ишетеп өлгөрә: “Балаларымдан айырма мине, бисәкәй”.
Юҡ, атаһы ҡыйырһытманы Гөлсөмдө лә, апаларын да. Киреһенсә, ҡатҡыл әсәләренән аралап ҡала ине күп осраҡта. Гөлсөмдө, кинйәбикәһен, бигерәк иркәләтте. Атай ҡыҙы булды. “Ислам малайы” тиерҙәр ине. Үҙ һүҙен һүҙ итеп, ныҡыш булып үҫте. Атҡа менеп тә сапты, атты егеп-туғарыу, ҡырға алып барып тышап килеү уның өсөн бер ни түгел ине. Ана шул “балаларымдан айырма” тигән һүҙе күңеленә бер уй булып уйылып ҡалғандыр инде, үҙ тормошонда ла, балаларын атайлы итеп үҫтереү өсөн ғорурлығына баҫҡан мәлдәре аҙ булманы. Йәшлегендә йөрөмтәл булды ире. Имсәк балаһын күкрәгенә ҡыҫып, мендәрен йәшкә мансып әҙ төндәрҙе үткәрмәне инде. Башҡа бисәләр һымаҡ урам буйлап, өйҙән-өйгә йөрөп янъял сығарып, ир эҙләүҙе булдыра алманы. Ғорурлығы ул тиклемде күтәрә алмаҫ ине. Гөлсөмдөң был холҡон белгән ире, сама юйған мәлдәрендә, таң менән тап көтөү мәлендә лә ҡайтып инер ине.
“ Зинһар тип әйтәм, һин йә бөтөнләй ҡайтма, йә ҡараңғыла ҡайтып ҡал. Әҙәмдән оят бит,” - тип әйткән Гөлсөмдән бер ни булмағандай ғәфү үтенер ҙә ятып китер ине ире. Уға нимә, йоҡоһо туйғансы йоҡлай. Эше үҙе менән. Ә Гөлсөмгә йоҡоһоҙлоҡтан ҡыҙарынған күҙҙәре менән хөкүмәт эшенә барып ултырыр кәрәк.
“ Мин бит һине генә яратам, Гөлсөм! Башҡалар...Бер көнлөк бит улар. Үҙҙәре менеп баралар, ҡалайтайым. Арҡыры ятҡанды...Тән хыянаты хыянат булмай.” – тип һайрар ине ире. Гөлсөм ышанды. Дөрөҫөрәге, үҙен ҡамсылап ышандырҙы. Ышанырға тейешмен, ышанмаһам, айырылырға тейешмен тип уйланы. Күҙ алдында апаһының атайһыҙ үҫкән улы булды. Ул бала бәләкәйендә еҙнәләренә “атай” тип әйтер булып китте бер мәл. Эшсән булып үҫте үҫеүен. Тик апаһының тәрбиәһе былай булды: һуғыша башлаһалар, ҡас, балам.
Һәр балаға атай кәрәк. Малайҙарға ысын ир булып үҫер өсөн, ҡыҙҙарға ғаилә усағын һүндермәй тотоу серҙәрен өйрәнеү өсөн. Ә был сер теүәл ғаиләлә генә тулыһынса асыла.
Һүндермәне Гөлсөм усағын. Йөҙ сәбәп булды, һылтауын тапмамыш булды. Иренең һөйәркәләренән үҙен юғары тоторға өйрәнде. Әйткәндәй, ире: “һөйәркә” һүҙен ҡулланма әле, был һүҙ “һөйөү” һүҙенән алынған. Ә мин уларҙы һөймәйем бит, тип тә әйткеләне. Был мәғәнәһеҙлеген ишетмәмеш булды. Битен йыртманы.
Йөрәге әрнеүенә сыҙай алмай, әллә эсәйем дә онотолайым микән тигән төндәре лә булды. Эсеп ҡараны. Онотолманы. Киреһенсә, эсен яндырып барып төшкән бер йотом, башын аша ҡаплап китерҙәй һағыш даръяһы булып кире урғылды.
Һүндермәне. Кеше һүҙенә лә ҡараманы. Намыҫына тейергә теләгәндәр булды. “Иреңде бир” тигән оятһыҙҙары ла булды. “Һине һорайҙар бит әле. Ниндәй матур ҡағыҙға төрөп алып барып бирәйем икән? Кәңәш бирсәле.” – тип көлөмһөрәгән мәлендә күңелендә ниндәй дауыл уйнағанын үҙе генә белә. Насар холоҡтарын ҡартайғансы ташлай алмаған ирҙәр була . Шуларға ҡарай ҙа төшөнкөлөккә бирелеп китә ине. Юҡ, ире ваҡытында аҡылға ултырҙы. Ғәфү үтенде. Һүҙ бирҙе. Был һүҙҙәренең ысын, тоғро икәненә ышанды Гөлсөм. Быныһында йөрәге үҙе тойҙо. Мөхәббәттәре һүрелмәгән ине. Матур итеп йәшәп алып киттеләр. Ауылдаштары алдында ла абруйҙары бар, Аллаға шөкөр. Иң мөһиме, балаларының , инде буй еткереп барған улының хөрмәтен юғалтыуға барып етмәне аталары. Айырылып киткән булһам, нисек йәшәр инем икән тип уйлап ала Гөлсөм. Нисек булһа ла йәшәр ине, балалары ғына ярты етем үҫер ине.
Ирем ситкә йөрөй тип эскегә һабышҡан ҡатындар байтаҡ . Гөлсөм Исламовна һәр береһенең яҙмышын белә. Һып-һылыу , егәрле ҡатындар күҙ алдында ҡарасҡыға әүерелгәндәрен күреп, әсенә.
“Ирем ситкә йөрөй тип эсеү һылтау ғына ул. Һеҙ үҙегеҙҙе генә алдайһығыҙ бит. Шул хәтлем дә ҡара ҡайғы түгел бит шул әллә кемдең балаһының “гүләйт” итеүе? Үҙ балаңды уйлаһаңсы! Шалҡандай балаларың бар. Үҙең һауһың, сибәрһең. Донъяң бар. Һин бит шул эскең менән иреңдең ситтәге юлын тағы ла иркенәйтәһең. Ул бит, бисәм эсә, өйҙә йәм тапмайым, шуға ситкә сығам, ти. Аңлайһыңмы!? Йөрөмтәл ирҙе эсеп еңеп булмай. Һин киреһенсә, үҙеңде ҡара, ҡупшы итеп кейен, башыңды юғары күтәр, донъяңды таҙа итеп тот, тәмле итеп бешерен, балаларыңды һөйөп уят, иркәләп йоҡлат. Ирең өйөнә тартылһын. Беҙ бит ҡатын-ҡыҙҙар. Беләбеҙ бит серҙәрен.” – ошо һүҙҙәрҙе күпме ҡатындарға әйтте икән? Кемдер ҡабул итте был һүҙҙәрҙе, тормошон яйға һалды, ә кемгәлер кәрәкмәй ине бындай кәңәш. Упҡын төбөн күрмәйенсә туҡтамаҫ бисәләр була. Туҡтамағандары ла бихисап.
*****
- Һаумыһығыҙ, Гөлсөм Исламовна! Насар хәбәр бар. Гөлйемеш үлеп ҡалған.
- Ай Аллааам! Сирләгәне беленмәй ине лә?
- Эсеп ҡайтҡас, ире өйөнә керетмәгән. Соланында ултырып ҡына үлгән дә ҡуйған. Полицияға ире хәбәр иткән.
Ауылдың иң сибәр ҡыҙы һаналған Гөлйемеш, Гөлсөм килен булып төшкән йылды өлкән синыфта уҡыны. Гөлсөм эшкә йөрөгән юлдан мәктәптән ҡайтҡан ҡыҙ көн һайын ҡаршы осрай ине. Аҡҡош һымаҡ һомғол кәүҙәле, ҙур зәңгәр күҙле, һары бөҙрә сәсле ҡыҙға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Сибәрлеген белгән ҡыҙ ғорур булды, ауыл егеттәрен үҙһенмәне. Мәктәпте тамамлап, училищеға уҡырға инде. Үҙенә пар килгән сибәр ҡала егете менән дуҫлаша тинеләр. Оҙаҡ та үтмәй , балаға ҡалды. Әммә тәтәй егет шундуҡ юҡҡа сыҡты. Гөлйемешкә бала күтәреп ата йортона ҡайтып төшөргә генә ҡалды. Шул мәлдә эргәһендә терәк булырҙай кешеһе булмағандыр, күрәһең, бик тиҙ тәгәрәне тормоштоң ҡотһоҙ яғына. Теттереп йәшәп ялҡҡас, бер оло иргә өйҙәш булып йәшәргә инде. Бына бит...Эй яҙмыш! Ҡырҡҡа ла кермәгән йәш ҡатын. Ҡыҙ балаһы йәл. Әсәкәйем тип һағынып илар инде. Барыр кәрәк. Рөстәмдең һеңлеһе бит. Балалары унда булһа, ҡурҡып ҡалырҙар.