Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар 2021, 17:32

Әсәгә төрмә янай...

Башҡортостандан 36 йәшлек өс бала әсәһе суд хөкөмө алдында. Асыҡланыуынса, ул...

Башҡортостандан 36 йәшлек өс бала әсәһенең иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
2011 - 2016 йылдарҙа суд уға ҡарата бәлиғ булмаған балаларын тәрбиәләүгә алимент түләргә ҡарар сығарған. Шуға ҡарамаҫтан, ҡатын сабыйҙарын тәрбиәләүҙә ҡатнашмаған һәм бурыстарын үтәүҙән баш тартҡан. Алимент суммаһы 180 мең һум тәшкил итә. Сабыйҙарға аҡса ғына түгел, әсә наҙы, һөйөүе лә кәрәклеген ҡатын аңламай, күрәһең.
Әсә яңынан суд хөкөмө алдында. Ул үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған статья буйынса, ҡатынға бер йәшкә тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Фото: mpmo.ru
Автор: Дина Арслановаэ
Читайте нас: