Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар 2021, 10:52

"Матурлығыңа көнләшеп сихырлаған..."

Хәтирәгә яман шеш диагнозы ҡуйҙылар - һуңғы стадия. Фәлән районда бер әбей ошо сирҙән дауалай тигән хәбәрҙе ишеткәс...

Тупһаһы төбөнән табып алған һыңар алҡаны ҡолағына терәгәндә Хәтирәнең шатлығының иге-сиге юҡ ине. Тик ниңә ул берәү генә? “Икенсеһе ятмаймы икән?” тип күпме генә эргә-тирәлә эҙләнмәһен, өмөтө аҡланманы.
Шунда уҡ әхирәтенә шылтыратып һөйөнөсө менән бүлеште, яҡын кешеһе иһә “барыбер тағып йөрөй алмаҫһың, һат” тип кәңәш бирҙе. Түбәһе күккә тейгән ҡатын был ялтырауыҡ әйберҙе һатып ыҙаламаны, ә үҙендә ҡалдырҙы. Ҡолағының береһен сәстәре менән ҡаплатып, икенсеһен асыҡ ҡалдырып прическа эшләтте лә тәү ҡарамаҡҡа ауыр тойолған хәлдән еңел сыҡты. Хәҙер иһә асыҡ ҡолағында алтын алҡа әллә ҡайҙан ялтырап күренә.
– Әллә алтын инде, үҙеңә төҫ бирә! – тип күршеһе маҡтағанда Хәтирә күкрәгенең семтеп ҡуйыуына иғтибар итте, әммә һыр бирмәне.
– Һатып алдым, премия аҡсаһына, – тип алдау менән сикләнде.
Ваҡыт үтеү менән ҡатындың түше ауыртыуы үҙен ныҡ һиҙҙертте, ә табипҡа күренеүҙе һаман кисектереп килде. Был турала әлеге лә баяғы әхирәтенә зарланғанда, уныһы хәбәрҙе ысынға алманы, ә көлкөгә борҙо. “Әйттем бит мин һиңә кейәүгә сыҡ тип, тыңламағасһың, шулай була инде”, – тип аҡыл өйрәтә башлағайны, Хәтирә телефонын һүндереп ҡуйҙы.
..."Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, – тине маммолог, пациентты йыуатып. – Инде барыһы ла үҙегеҙгә бәйле. Мөғжизә бар ул, уға ышанырға ғына кәрәк. Нимә теләйһегеҙ, шуны ашағыҙ, йоҡо шулай уҡ бөтә сиргә лә дауа, тыныслыҡ һаҡлағыҙ".
Эйе, Хәтирәгә яман шеш диагнозы ҡуйҙылар - һуңғы стадия. Фәлән районда бер әбей ошо сирҙән дауалай тигән хәбәрҙе ишеткәс, такси яллап шул тарафҡа юлланды ҡатын.
"Бигерәк сибәрһең шул, көнсөл ҡара йөҙлө бер бисә һине сихырлаған, ауырыу тик шунан ғына", – тине ҡарсыҡ һәм өшкөртөлгән тоҙҙо өй тирәләй һибеп сығырға ҡушты оҙатҡанда.
Йорт уратып тоҙ һибер хәлдә түгел ине инде бисара ҡатын. Был сәфәрҙә ишеткән һүҙҙәрҙән шаңҡып, аяғын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылды. Башҡаса түшәктән тора ла алманы... Аңына килгән сағында әбейҙең һорауына яуап эҙләп интекте, әммә бер йыл элек табып алған алҡаны күрше ҡатыны сихырлап уның ишеге төбөнә ташлап киткәне башына ла инеп сыҡманы...
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: