Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Аңлағанға – ишара
13 Ғинуар 2021, 12:47

"Бесәй рәнйеше яман бит ул..."

– Меҫкендәрҙе ергә күмде... – тип шыбырланы шул саҡ арабыҙҙағы бер малай. – Күрҙегеҙ бит, тере инеләр, бишәү. Бахырҙар...

Өләсәйем ҡағыҙ ҡумтанан бесәй балаларын берәмләп алып малай һәм ҡыҙҙарға таратҡанда, бәләкәстәргә тәүге көндәрҙә йылы һөт эсереү кәрәклеген билдәләне. Был юлы Мыраубикәбеҙ өстө балаланы, улар бер айлыҡ булғас, һорап килгәндәргә биреп ҡайтарҙы.

"Гонаһы ни тора, бүтән улай итмә, тип Маһираға әйттем әле, – тине ул, балаларҙы оҙатҡас. – Һаман тыңламай. Нисек ҡулы баралыр, белмәйем. Уның был ҡылығына бер ниндәй ҙә баһа бирә алмайым".

Йорто туғайға терәлеп ултырған Маһира еңгә тураһында һөйләй ул. Ни өсөндөр, тормошо ныҡ "ямаулы" уның. Улы менән икеһе генә йәшәй, яҙмыш ҡаты һынауҙарҙы бер-бер артлы яуҙырып ҡына тора...

...Ғәҙәттә, беҙ, малайҙар, һыу ингәндән һуң ағасҡа менеп уйнайбыҙ. Күпте күргән бейек өйәңке беҙҙең өсөн барыһы ла – эсе ҡыуыш булғас, өйҙәге шикелле хис итәбеҙ, самолет ролен дә үтәй, иң осона үрмәләмәһәң, ауылыбыҙ ус төбөндәгеләй күренә. Бына бер мәл ҡара халатлы берәүҙең ҡабалан-ҡарһалан ниҙер ҡаҙғаны иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте, эргәһендә ҡара сумкаһы ла ята. Бәй, был бит һатыусы Маһира! Тын алырға ла онотоп, ауылдашыбыҙҙы күҙәтә башланыҡ. Бына ул көрәген ситкә ташланы ла сумкаһын теге соҡорға түңкәрҙе, хатта һелкеп ҡуйҙы. Йылан һымаҡ бер туҡтауһыҙ йыбырлашҡан йән эйәләренә ҡарап шаҡ ҡаттыҡ, улай ғына түгел, ярҙам һорап нәҙек кенә тауыш сығарыуҙары үҙәктәрҙе өҙә. Йыраҡ түгел һайыҫҡан шыҡырҙаны, ҡайҙалыр ботаҡ һынды. Ҡатын көрәге менән дә, аяҡтары ярҙамында ла тупраҡ өйөмөн соҡорға этеп төшөрөп, кирза итектәре менән өҫтөнә баҫып ҡатырҙы ла йәһәт кенә был урындан һыпыртты.

– Бесәй балалары... Меҫкендәрҙе ергә күмде, – тип шыбырланы шул саҡ беҙҙән өлкән бер малай. – Күрҙегеҙ бит, тере инеләр, бишәү. Бахырҙар.

– Бесәй ҡарғышы яман бит ул - өләсәйем әйтә... – тип өҫтәне арабыҙҙа берәү.

Ысынлап та, ниңә улай итте икән? Һорау һауала аҫылынып ҡалды, ә беҙ Маһира апайҙың ғибрәтле яҙмышының шаһиты булыуыбыҙҙы дауам иттек.

Колхозда малсы булып эшләгән ире сабынлыҡта йән бирҙе. Бесән әҙерләгәндә уны ат тырмаһына ултыртҡандар. Пират нимәнәндер өркөп алға һикергән, ә ир эре тырма тештәре араһында ҡалған. Дүрт балаларының береһе генә ипле күренә ине, уны, берҙән-бер ҡыҙын, мунсала үлеп ятҡан килеш таптылар, башына еҫ тейгән. Өлкән малайының төрмәнән башы сыҡмай, "ата бур" тигән даны сыҡҡан. Унан кесеһе ҡалаға эшкә киткәйне, "бомж" булып йөрөй, тиҙәр. Тағы бер улы үҙенең янында, өйләнмәгән дә, бер ҡайҙа ла эшләмәй, әсәһенең елкәһен кимереп ята...

“Бесәй рәнйеше төштө, шуға яҙмышы яман...” – тип ҡуя ауылдаштары...

Фото: Т.роза
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас в